Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
23 Ғинуар 2025, 06:30

Һәр изгелек Еңеүҙе яҡынайта

Махсус хәрби операция тормошобоҙға бик ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Ил халҡы берҙәм булып, ауырлыҡтарҙы еңеләйтеүгә һәр кем хәленән килгәнсә үҙ көсөн һала. Бөгөн беҙҙең илдә ил яҙмышы хәл ителгән тарихи ваҡиғаларға ҡатнашы булмаған кеше юҡтыр. Күптәрҙең яҡындары, туғандары хәрби операцияла. Һәр кем ярҙам итергә тырыша, һәм был ярҙам егеттәребеҙ һәм дөйөм еңеүебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ. Ир-егеттәребеҙ яу яланында беҙҙең өсөн тыныслыҡ көҫәп алышһа, тылдағылар хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйып, уны алғы һыҙыҡҡа алып бара, маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар. Бәләкәй баланан алып оло быуынға тиклем Еңеүҙе яҡынайта. Тиҙерәк һуғыш тамамланып яугирҙәрҙең иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуын теләй. Ә инде "Беренсе тирмә" төбәк проектына ярашлы нисәнсе тапҡыр етешәр ҡатын-ҡыҙҙан тупланған ирекмән төркөмдәренең ике аҙнаға МХО-ға хәрби госпиталгә эшкә барып ҡайтыуҙары үҙе ҙур батырлыҡ.   Алыҫ, хәүефле, әммә изге маҡсатҡа ҡоролған сәфәрҙән учалылар ҙа ситтә ҡалманы. Икенсе төркөм менән Учалы ҡалаһының “Ихтирам” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһөйәр Вәлиева барҙы.

Махсус хәрби операция тормошобоҙға бик ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Ил халҡы берҙәм булып, ауырлыҡтарҙы еңеләйтеүгә һәр кем хәленән килгәнсә үҙ көсөн һала. Бөгөн беҙҙең илдә ил яҙмышы хәл ителгән тарихи ваҡиғаларға ҡатнашы булмаған кеше юҡтыр. Күптәрҙең яҡындары, туғандары хәрби операцияла. Һәр кем ярҙам итергә тырыша, һәм был ярҙам егеттәребеҙ һәм дөйөм еңеүебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ. Ир-егеттәребеҙ яу яланында беҙҙең өсөн тыныслыҡ көҫәп алышһа, тылдағылар хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйып, уны алғы һыҙыҡҡа алып бара, маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар. Бәләкәй баланан алып оло быуынға тиклем Еңеүҙе яҡынайта. Тиҙерәк һуғыш тамамланып яугирҙәрҙең иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуын теләй. Ә инде "Беренсе тирмә" төбәк проектына ярашлы нисәнсе тапҡыр етешәр ҡатын-ҡыҙҙан тупланған ирекмән төркөмдәренең ике аҙнаға МХО-ға хәрби госпиталгә эшкә барып ҡайтыуҙары үҙе ҙур батырлыҡ.   Алыҫ, хәүефле, әммә изге маҡсатҡа ҡоролған сәфәрҙән учалылар ҙа ситтә ҡалманы. Икенсе төркөм менән Учалы ҡалаһының “Ихтирам” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһөйәр Вәлиева барҙы.

 -Эшем буйынса яҡындары махсус хәрби операцияла булған ғаиләләр менән даими эшләргә тура килә, шуға ла уларҙың проблемалары, күңел кисерештәре миңә бик яҡшы таныш. Коляска, хәрәкәт итеү өсөн ярҙамсы ҡорамалдар һорап мөрәжәғәт иткән яралы яугирҙәр ҙә байтаҡ. Уларға был хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

Госпитәлгә һалдаттарҙың, яралы яугирҙәрҙең йәшәү, дауаланыу шарттары менән яҡындан танышыу өсөн юлландым. Уларҙың  нимәгә мохтаж булыуын үҙ күҙем менән күреп ҡайттым, шуға күрә гуманитар ярҙам менән тағы ла барып ҡайтырға уйлайым. Мәҫәлән, госпиталдәге яралыларҙы күсереү, эвакуациялау ваҡытында йылы кейемдәр – ойоҡбаштар, курткалар, юрғандар кәрәк. Дауаханала туҡланыу һәйбәт, әммә егеттәр ҡайһы берҙә тәмле-татлы ризыҡтар ҙа ашарға теләй. Йәш кенә егеттәрҙе улдарыбыҙ, ейәндәребеҙ кеүек күреп тәрбиәләнек, күңел йылыбыҙҙы өләштек, кибеттән һатып алып, тәмлекәстәр менән дә һыйланыҡ. Был проект – беҙҙең берҙәмлектең асыҡ сағылышы. Ул яугирҙәребеҙгә ышаныс өҫтәү, уларҙың яңғыҙ түгеллеген белдереү, раҫлау өсөн кәрәк, - ти Илһөйәр Вәлиева.

Проекттың өсөнсө составында Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе, «Еңеү ирекмәндәре» етәксеһе Юлия Балунова ла МХО биләмәһендә булып ҡайтты. Уға үҙенең уй-фекерҙәре, тәьҫораттары менән бүлешеүен һорап мөрәжәғәт иттек. Уның һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

 -Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Башлығының төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенконың социаль селтәрҙә сәхифәһендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары хәрби госпиталдәренә барып эшләргә ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды ойошторолоуы тураһында ишеткәс, тәүге көндә үк ғариза ебәрҙем. Өс аҙнанан һуң шылтыратып алыҫ сәфәргә сығырға әҙерһегеҙме, тип һоранылар, әлбиттә риза булдым. Икенселәр рәтенә өлгөрмәнем, беҙ – өсөнсө төркөм. Республикабыҙҙың ҡала-райондарынан, төрлө өлкәлә эшләүсе, төрлө йәштәге ете ҡатын-ҡыҙ юлға сыҡтыҡ. Улар араһында ире, улы һуғышта һәләк булғандар ҙа бар ине. Бер ҡатындың улы былтыр көҙ һәләк булған, кәүҙәһен һаман алып ҡайта алмайҙар. Ул МХО биләмәһенә яралыларға ярҙам итеп бер аҙға булһа ла күңел һыҡрауын баҫыу теләге менән бара. Мин үҙем биш йыл ирекмәнлек менән шөғөлләнәм, отряд составында хәрби госпиталдәргә барып, хәлемдән килгәнсә ярҙам күрһәтеүемде гражданлыҡ бурысым тип һананым һәм уны бойомға ашыра алыуыма сикһеҙ ҡыуанам. Мөмкинлек булһа, тағы ла барасаҡмын, - тип бәйән итә Юлиә Сергеевна.

Ете ҡатын-ҡыҙ бергәләп фатир арендалап йәшәйҙәр, аҙыҡ-түлекте һатып алалар, аш-һыуҙы ла үҙҙәре әҙерләйҙәр.

-МХО-ға барырға мораль яҡтан әҙер булһам да, унда яҡынлашҡан һайын ниндәйҙер шом баҫа. Әйтерһең дә бындағы хәлдәрҙән тәбиғәт үҙе «илай”... Ҡояш юҡ тиерлек, көндәр һоро, болотло, ара-тирә ҡайҙалыр алыҫта гөрһөлдәгән тауыштар ҙа ишетелеп ҡала. Бында үҙеңде элекке совет заманына эләккәндәй тояһың, әйтерһең дә тормош ошонда туҡтап ҡалған, бала-сағыма ҡайтып урағандай булдым. Һәр бинала эвакуация подвалдары бар. Килгәндең беренсе көнөндә шул тиклем көслө гөрһөлдәү булды, хатта тәҙрәләрҙәге быялалар ҡалтырап китте. Беҙ ҡурҡһаҡ та, урындағы халыҡ бындай хәлдәрҙе ғәҙәти күренеш тип ҡабул итә. “ПВО эшләй”, тип яуапланылар беҙҙең һораулы ҡарашыбыҙға. Уларҙың күпте кисергәндәре аңлашыла. Ғөмүмән, биләмәлә тормош дауам итә, кешеләр эшкә бара, эштән ҡайта. Магазиндар эшләй, һатып алам тиһәң бөтә нимә бар. Кибеттәрҙә беҙҙең “һум” әйләнештә йөрөй, - тип һүҙен дауам итә яҡташыбыҙ.  

Ирекмәндәр ике аҙна дауамында 8 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем хәрби госпиталдең төрлө бүлексәләрендә эшләй. Яҡташыбыҙ Өфө ҡыҙы менән хирургияға бүлексәһенә эләгә. Табиптарға ярҙамлашалар, яралыларҙы операцияға әҙерләүҙә ҡатнашалар, палаталарҙа дежурлыҡ итәләр. Яугирҙәрҙе күтәреп торғоҙалар, коляскаларға ултыртып процедураларға, төрлө медицина тикшеренеүҙәренә алып йөрөйҙәр, ҡалаҡлап ашаталар, эвакуацияға әҙерләйҙәр...

Госпиталдә ятыусыларҙың физик һыҙланыуҙарын еңеләйтергә ынтылыу менән бер рәттән, уларҙың яралы күңелдәрен дә һауыҡтырырға, йөрәк һыҙлауҙарын бер аҙға булһа ла баҫырға тырышалар ирекмәндәр.

- Ирекмәндәр хәрби госпиталдә санитар эшен башҡара. Яралы һалдаттарҙы тәрбиәләй, йыуындыра, тән йәрәхәттәрен таҙарта, ашата, сәсен ала, яҡындары менән бәйләнешкә сығырға ярҙам итә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә яраларҙы бәйләргә, процедуралар үткәрергә булыша.

Медик ҡыҙы булараҡ, госпитәлдә эшләүҙең бер ауырлығын да күрмәнем. Ҡул ярҙамы менән дә, тел ярҙамы менән дә яугирҙарҙың хәлен еңеләйтергә тырыштыҡ. Госпитәлдә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Мәскәүҙән, Ростовтан, Красноярскийҙан һәм башҡа өлкә-ҡалаларҙан яугирҙәр бар. Учалы ҡалаһынан һәм ауылынан ике яҡташыбыҙҙы осраттым. Ҡосаҡлашып күрештек, уларҙың нисек шатланғандарын күрһәгеҙ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Яралылар араһында төрлө йәштәгеләр бар. Санкт-Петербургтан оло йәштәге интеллигент ирҙе күреп, шунда уҡ: "Һеҙ бында нисек килеп сыҡтығыҙ? – тип һорамай түҙмәнем.  "2014 йылда Одессала йәшәгән минең яҡын дуҫым һәм уның ғаиләһен һәләк иттеләр. Улар тураһында уйламаған көнөм булмағандыр, нацистарҙың ҡанһыҙлығына йөрәгем әрнене. Махсус хәрби операция башланғас, мин үҙемә мотлаҡ барасаҡмын һәм дуҫым өсөн үс аласаҡмын, тип һүҙ бирҙем”, тине ул. Егеттәргә ҡарата булған ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо сикһеҙ булды. Шул тиклем ауыр тән яралары алыуға, һыҙланыу кисереүҙәренә ҡарамаҫтан, егеттәрҙең рух ныҡлығы, бөгөлөп төшмәүе һоҡландырҙы. Улар еңеүгә ышана һәм ошо ышаныс көслөрәк итә. Ихтирамлылар, иғтибарлылар. Ике аҙна эсендә үҙеңдең кәрәкле булыу ҡыуанысынан иланым, сөнки яугирҙар: "Һин беҙгә ҡайнатҡан сәй шундай тәмле!” – тигән ябай, әммә ихлас һүҙҙәрҙән көнө буйы йылмаяһың. Әҙ генә күңелең төшөп китһә, шундуҡ шаяртып, хәбәр һөйләп күңелде күтәрергә тырышалар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яугирҙәр яҡын кешеңә әйләнә, туғаның кеүек күреп ҡосаҡлайһың, йыуатаһың, ә улар беҙгә ихлас күңелдән рәхмәт әйтә. Был хис-тойғоно һүҙ менән генә аңлатып булмай.

Табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙарҙың эшен күреп, һоҡланмау мөмкин түгел. Улар тәүлек әйләнәһенә туҡтамаҫтан үҙ бурыстарын башҡара. Ирекмән булараҡ барырға теләүселәргә шуны әйтер инем: ныҡ булырға кәрәк, иларға, йәлләгәнеңде күрһәтергә ярамай. Үҙебеҙҙең ышаныслы тыл, бергә булыуыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Шуны аңлау мөһим: был күңел асыу, ер-һыу күреү сәйәхәте түгел. Унда һәр кемде ҡатмарлы бурыстар, яуаплы эш көтә, шуға бар йәһәттән әҙер булып юлланырға кәрәк. Ирекмәндәргә аҡса түләнмәй, был күңел ҡушыуы буйынса ярҙам. Мин эштән отпускка ғариза яҙып киттем. Транспорт, йәшәү урыны менән Республика ярҙам итә. Мөмкинлек тыуһа, тағы барасаҡмын. Был юлы иһә әсәйем менән, ул минең шәфҡәт туташы булып эшләй. Яугирҙәр беҙҙең ярҙамға мохтаж. Беҙ бөгөн һис ҡасан булмағанса берҙәм булырға тейешбеҙ, - тип һүҙен йомғаҡланы Юлиә Балунова.

Әйткәндәй, 9 ғинуар ете ҡатын-ҡыҙҙан торған бишенсе ирекмәндәр отряды МХО-ға госпиталгә эшкә юлланды. "Беренсе тирмә" проектын тормошҡа ашыра башлағандан алып 28 ҡатын-ҡыҙ үҙ вахтаһын эшләп ҡайтырға өлгөрҙө лә инде. Әлбиттә, был сәфәр һуңғыһы түгел, госпиталгә ярҙамға барырға теләк белдереүселәр бихисап. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡыйыулыҡтары, фиҙаҡәрлектәре һәм яугирҙарыбыҙға биргән йылылыҡтары өсөн ҙур рәхмәт бедерәбеҙ. МХО зонаһына юлланған башҡа сая ҡатындарға имен-аман йөрөп ҡайтыуҙарын, көс һәм түҙемлек теләйек!

МХО биләмәһенә ирекмән булып барыу тураһындағы бөтә һорауҙар буйынса “Бәйләнештә” төркөмөндә vk.com/id822938997 Гүзәл Нәүширвановаға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас