Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Ғинуар 2025, 06:18

Учалы оҫтабикәләренең күргәҙмә-йәрминкәһенән

“Нимәне ашарға ярай, шуны ғына тәнгә һөртөргә мөмкин, юғиһә организмда заралы матдәләр тупланасаҡ”, -тип эш итә Гүзәл Кәримова

Учалы оҫтабикәләренең  күргәҙмә-йәрминкәһенәнУчалы оҫтабикәләренең  күргәҙмә-йәрминкәһенән
Учалы оҫтабикәләренең күргәҙмә-йәрминкәһенән

Филармонияла үткәрелгән Учалы оҫтабикәләренең локаль  брендтары  күргәҙмә-йәрминкәһендә  күҙҙең яуын алырлыҡ сувенир-фәлән донъя ине.  Таштан да, ағастан да, йөн йә туҡымаларҙан   нимәләр генә яһап килтермәгәндәр! Бер генә үкенес, ниңәлер килеп ҡараусылар ғына сағыштырмаса аҙ булды. 

Ошо сара барышында Гүзәл Кәримова менән таныштыҡ.Үҙе яһаған косметика, шул иҫәптән ҡоро шампунь иғтибарҙы йәлеп итте. Баҡһаң, ханым юғары белемле инженер-механик икән! Һамарҙа аэрокосмик университет тамамлаған. Байтаҡ өлкәләрҙә үҙен һынап ҡарағандан һуң, күңеленә иң ныҡ ятҡан шөғөл үҙе табыла тиерлек.

-Әсәйем баҡсасылыҡ менән ныҡ мауыға, йыш ҡына эштән аяҡ-ҡулдары  тала, тәне һыҙырыла. Талсығыуҙы кәметкән, шул уҡ ваҡытта сыйылған тирәләрҙе уңалдырған крем кәрәк ине тигән уйҙан сәләмәтләндереү косметикаһына тондом да инде, -ти “Васанти” фирмаһы етәксеһе. “Яҙ” тип тәржемә ителә был исем.  Атама осраҡлы түгел. Гүзәл ныҡлап һиндтарҙың боронғо “Аюрведа” сәләмәтләндереү системаһын өйрәнгән. Төрлө курстарҙа белемен камиллаштыра, дарыу үләндәре, заман медицинаһы буйынса  әҙәбиәтте күп уҡый.  Һөҙөмтәлә бөтә рецепттарҙы үҙ белдеге менән яһай ала.

 Бына, мәҫәлән, шифалы үләндәр менән яһалған ҡаты шампунь менән ҡыҙыҡһынғас, уға бәйле бер ваҡиға тураһында бәйән итте . Бер ҡатын мөрәжәғәт итә, егет улының башында таҙ кеүек ҡутыр барлыҡҡа килә, йәш кеше ғәрләнеп, хатта, парикмахерскийға йөрөүҙән туҡтай.  Табипҡа әллә барған, әллә барып та файҙаһы булмаған.  Ә бына ошо ҡоро шампунь сараһын һынап ҡарағас, бәләнән ҡотола алған. Әсә кеше рәхмәттәр уҡып киткән.

Гүзәл Кәримова айырым төр шифалы үләндәрҙе баҡсала үҫтерә йә урманға сығып  йыя. Яһалма, синтетик сеймалды принципиаль рәүештә ҡулланмай. “Нимәне ашарға ярай, шуны ғына тәнгә һөртөргә мөмкин, юғиһә организмда заралы матдәләр тупланасаҡ”, -тип эш итә. Иң ҡиммәтле косметика ла тап һиңә килешәсәк, тип гарантия биреп булмай, һәр ҡатынға шәхсән рәүештә яһалыуы ышаныслыраҡ, тигән фекерҙә.

Әңгәмәсебеҙ үҙмәшғүл (самозанятый) рәүешендә йүнселлек менән шөғөлләнә.  Сихәтле һабын, шампунь, скраб (тире таҙартыу порошогы), тоник, крем, дезодаранттар етештерә.

Иҡтисади-финанс нескәлектәр тураһында төпсөнөп торманыҡ, әлеге заманала был әҙәпһеҙлек, тип һанала бит, “коммерция сере”. Әммә 2016 йылдан алып тик косметология  менән генә шөғөлләнгәс, файҙаһы ла барҙыр инде. Әйткәндәй, Төркиәлә,Египетта булған туристар унан  тоҡлап тигәндәй сихәтле косметика саралары алып ҡайта торған, ассортимент унда ныҡ киң. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, тап улар ҡулланған май-фәлән беҙҙең оҫталар өсөн дә танһыҡ тауар түгел. Шул уҡ Гүзәл Кәримова сеймал ҡайтартыуҙы ла, әҙер тауарҙы һатыуҙы ла башлыса интернет аша башҡара  Заманалар ҡырҡа үҙгәрҙе бит,  донъяның бар тарафтары менән алыш-биреш итергә мөмкин. Шулай инде, бына үҙебеҙ ҙә, нисә йыл донъяла йәшәп, был әңгәмә ваҡытында ғына  ниндәйҙер  “жожоба майы” тураһында тәүләп ишеттек. Йылы яҡтарҙа ғына үҫкән мәңге йәшел ҡыуаҡ сәтләүегенән һығыла икән, ныҡ файҙалы, ти.

Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙам итергә генә тора,  барыһын да ентекләп өйрәнергә лә, бәлә һалып ятммайынса, күңелең тартҡан шөғөлгә тотонорға ғына кәрәк, тигән фекерҙә йүнсел ханым.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас