Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар , 11:43

"Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала"

2025 йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

2025 йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

- Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә бөтә ярҙам сараларын күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Һуғыш ветерандарын тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы эшкә урынлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. МХО-ла ҡатнашыусыларҙы идара итеү һәм закондар сығарыу эшенә йәлеп итеү мөһим. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға рөхсәт итегеҙ: улар хәҙер илебеҙ, республикабыҙ өсөн иң мөһим кешеләр , - тине Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Районыбыҙ халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. МХО башланғандан алып, райондан йыш ҡына төрлө аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, маскировкалау селтәрҙәре, техника, кәрәкле приборҙар һәм инструменттар тейәлгән гуманитар ылау оҙатыла. Был эштән бер кем дә ситтә ҡалмай. Бөтә район халҡы, шул иҫәптән предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар коллективтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, хәрбиҙәрҙең яҡындары һәм туғандары ихлас күңелдән был изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Ҡолош ауылынан Артур Баҡыев менән Ишмәкәй ауылы егете Урал Ғиззәтуллин да Яңы йыл алдынан МХО-ла булған яҡташтарға гуманитар йөк алып барҙы. Ике меңдән ашыу саҡрым араны, блокпостар, тикшереүҙәр аша үтеп, Донецк, Макеевка ҡалаларына барып етеп, егеттәргә үҙ ҡулдары менән күстәнәстәрҙе тапшырҙы. Егеттәрҙең махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам алып барыуҙары тәүге тугел - Артур Фәсхетдин улы уҙған йылдың февраль айында “УАЗ” автомобиле һәм башҡа кәрәк-яраҡ илтә, ә Урал Ғиззәтуллиндың сәфәре - тиҫтәнән ашыу. Украина биләмәһендә алышҡан яугирҙарға гуманитар йөк йыйып, уны урынға тиклем алып барыуы хаҡында киң мәғлүмәт саралары бер генә яҙманы.

Артур Фәсхетдин улы Баҡыев - Ҡолош ауылы егете. 1988 йылда тыуған. Шәхси эшҡыуар, йөк ташыу менән шөғөлләнә. Эшҡыуар егет ҡала Советы депутаты итеп тә һайланған.

- Ярҙамды башлыса Ҡотой һәм Ҡолош ауылдары йыйҙы. Йыйылған йөҙ мең һумдан ашыу аҡсаға автономлы йылытҡыстар, генераторҙар, автомобилдәргә 2 комплект тәгәрмәс һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алдыҡ. Бензинға аҡсаны артып ҡалған аҡсаға алдыҡ һәм үҙемдекен тотондом. Посылкаларҙың төп өлөшөн шәхсән тапшырҙым, кемдер заданиела йә ситтә икән, яҡташтар мотлаҡ тапшырасаҡбыҙ, тип алып ҡалдылар. Яугирҙар өсөн әйбер йыйғанда бер кем дә ситтә ҡалмай. Вайымһыҙ кешеләр юҡ, барыһы ла ярҙам итә - өлкән йәштәге өләсәйҙәр ҙә, олатайҙар ҙа, балалар ҙа. Беҙгә ярҙам иткән һәр кемгә күңел йылыһы һәм битараф булмауҙары өсөн ҙур хөрмәт һәм рәхмәт еткерәбеҙ. Күстәнәстәр бик тиҙ арала йыйылды, ауылдаштар туғандарына инселәнгән посылкаллар ҙа, барыһына уртаҡ тәғәйен күстәнәстәр ҙә килтерҙеләр. Һөҙөмтәлә автомобиль шығырым тулды, хатта артып ҡалды. Ошо арала тағы бер автомобиль юлға сығасаҡ, улар артынан биреп ебәрәсәкбеҙ, - тине Артур Баҡыев.

Егеттәр юлға 22 декабрь сығып, 25-е ҡайтып еттеләр. Юлда әллә ни ҡаршылыҡтар осраманы, бер-беребеҙҙе руль артында алыштырып, туҡтауһыҙ хәрәкәт иттек, ти Артур.

- Егеттәребеҙҙең кәйефтәре көр, бар Учалы һәм Башҡортостанға ҡайнар сәләм һәм рәхмәт әйттеләр, - ти ул. 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: