Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар , 13:31

Беҙ – рухи туғандаш!

Береһәнән дә, “...мин Аллаһҡа ышанмайым”, -тип  өҙә әйткәнен ишеткән юҡ. Киреһенсә, иң йыш яңғыраған яуап: “Окопта атеистар бөтөнләй юҡ!”  Һәм барыһы ла һыҙыҡ өҫтөнә ала – ниндәй генә милләт йә конфессиянан булмаһындар, улар барыһы ла “хәрби туғандар”.  Ошо йәһәттә уландарыбыҙҙан өлгө алыр кәрәктер, йәмәғәт!

Беҙ – рухи туғандаш!
Беҙ – рухи туғандаш!

Дин, милләт-ара мөнәсәбәттәр бөгөнгө көндә айырыуса  мөһим.  Дошмандар Рәсәйҙе яу ҡырында еңә алмағас, хөсөт сәсә, илебеҙ эсендә бола-янъял сығарыу тураһында хыяллана. Һәм ошо мәкерле ынтылышында һәр кемебеҙ күңелендәге иң нескә ҡылдарҙа уйнап маташа....

Рәсәйҙә, Башҡортостанда бар граждандарға выждан һәм дин тотоу азатлығы конституциялар менән гарантиялана.

Шулай ҙа, традицион, борондан килгән конфессиялар закон йәһәтенән генә тиң түгел, улар бер тамырҙан үҫәләр.

БР мослмандары диниә назараты рәйесе, яҡташыбыҙ Айнур хәҙрәт Бирғәлин православие динен тотҡан бар кешеләрҙе рәсми рәүештә  Раштыуа (Рождество)  менән ҡотлағанында, мосолмандарҙың христинадар (насраниҙар) менән рухи яҡынлығы тураһында һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Изге Ҡөрьән-Кәримдә был хаҡта  аныҡ әйтелә бит. Мәҫәлән, “ӘЛ-МАИДӘ (АШ ТАБЫНЫ)” СҮРӘҺЕнең 82-се аяты: “ ... һәм, әлбиттә, иман килтергән кешеләргә яратыуҙа иң яҡын кешеләр тип, «Беҙ — насраниҙар»,— тигәндәрҙе табырһың. Был — улар араһында ҡиссистар һәм раһиптар булғанға һәм улар тәкәбберләнмәгәнгә”.

Иисус Христос -Ғайса пәйғәмбәр (с.г.ү.с.)  хаҡында иһә  Ҡәрьән-Кәримдә егерме тапҡырҙан ашыу телгә алына! Шул иҫәптән “ӘЛ-МАИДӘ (АШ ТАБЫНЫ)” һәм  “Әл-Муъминун (Иман килтергән кешеләр)” сүрәләренең 46-мы һәм 50-се аяттарында:  Уға ҡәҙәр Әт-Төүратта иңдерелгәндәрҙе раҫлап, уларҙың эҙенән Беҙ Мәрйәм улы Ғайсаны ебәрҙек, һәм Беҙ уға Әл-Инжилде бирҙек — унда ҡулланма һәм нур,— һәм уға ҡәҙәр Әл-Тәүратта иңдерелгән хәҡиҡәтте раҫлау, һәм тәҡүәлеләргә ҡулланма һәм үәғәз итеп”, “Һәм Беҙ Мәрйәмдең улын һәм уның әсәһен аят иттек һәм, улар тыныс торһон өсөн, шишмәле бәләкәй генә тау эргәһендә урынлаштырҙыҡ”.

Был сығышында  Айнур хәҙрәт бик тә хаҡ баҫым яһаны: “ Заман донъяһы барыбыҙҙан да татыулыҡты һаҡлауҙы, конфессия-ара диалог булдырыуҙы, күмәкләкгән, берҙәм көс менән рухи ҡиммәттәрҙе нығытыуыбыҙҙы талап итә. Бер-беребеҙгә ихтирам һәм һөйөү көслө, камил ил төҙөргә булышлыҡ итә”.

Эйе, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

P.S. МХО яугирҙары менән күп аралашырға насип итә. Береһәнән дә, “...мин Аллаһҡа ышанмайым”, -тип  өҙә әйткәнен ишеткән юҡ. Киреһенсә, иң йыш яңғыраған яуап: “Окопта атеистар бөтөнләй юҡ!”  Һәм барыһы ла һыҙыҡ өҫтөнә ала – ниндәй генә милләт йә конфессиянан булмаһындар, улар барыһы ла “хәрби туғандар”.  Ошо йәһәттә уландарыбыҙҙан өлгө алыр кәрәктер, йәмәғәт!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: