Яйыҡ
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар , 11:21

“Мин ситтә ҡала алманым...”

Махсус хәрби операция башланғас, күп тапҡырҙар ҡыҙыу нөктәләрҙә булған хәрби хәрәкәттәр ветераны Фәнил Кирәйев тынысһыҙлана башлай. Телевизорҙан барған ваҡиғаларҙы күреп, үҙенең унда нығыраҡ кәрәклеген аңлай һәм махсус хәрби операцияға барырға теләген белдерә.

Махсус хәрби операция башланғас, күп тапҡырҙар ҡыҙыу нөктәләрҙә булған хәрби хәрәкәттәр ветераны Фәнил Кирәйев тынысһыҙлана башлай. Телевизорҙан барған ваҡиғаларҙы күреп, үҙенең унда нығыраҡ кәрәклеген аңлай һәм махсус хәрби операцияға барырға теләген белдерә.

Яҡындары уның ҡарарына ҡаршы килмәй. Ни тиһәң дә, яҡташыбыҙҙың хәрби юлы бай – Грузия, Дағстан, Чечня... Етмәһә, улы Эмиль дә хәрби. Армияла уҡ контракт төҙөй. Әлегә тиклем Яңы Ер архипелагында диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итһә, Яңы йыл алдынан махсус хәрби операцияға ебәрелә. Улының ике йөҙ километр эргәлә генә булыуын ишетеү менән Фәнил командирынан рөхсәт алып, уның янына ашыға. Нимә тиһәң дә, осрашмағандарына ике йыл. Быға тиклем телефон аша ғына бәйләнеш тоталар. Атаһы менән улына 31 декабрь көнө, ниһайәт, осрашырға насип була.

- Ара яҡын булһа ла, юлға яҡынса дүрт сәғәт китте. Мин Артемьевск йүнәлешендә, ул Угледарҙа хеҙмәт итә. Емерек юлдарҙан тиҙ генә барып етермен тимә, икенсенән аҙым һайын блокпостар, һәр ҡайһыһында туҡтап отчет бирергә кәрәк. Улымды тиҙерәк күреү теләге шундай көслө ине, юл ғазаптары һиҙелмәне лә, - ти ул.

Улы менән тулҡынланғыс осрашыу кисерә атай кеше. Ғәзизе өсөн беренсенән хәүеф тойғоһо ялмаһа ла, икенсенән ғорурланыуын йәшермәй. Бына уның Эмиле эргәһендә, ҡасандыр малай ғына егет ир ҡорона еткән, мыҡты кәүҙәле ысын хәрби. Үҙенән дә аша ҡарап тора. Ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәрен тыймай ҙа урта йәштәге ир, атай кеше өсөн улы менән осрашыу иң ҙур ҡыуаныс була. Ни бары сәғәт ярымға һуҙыла был күрешеү. Фәнилгә кире үҙенең посына әйләнеп ҡайтып өлгөрөргә кәрәк.

Фәнил Фуат улы Һәйтәк ауылында тыуған. Уның хәрби тормош юлы 1993-1994 йылдарҙа Тыуған ил алдында изге бурысын үтәргә саҡырылғас башланып китә. Грузияла барған хәрби хәрәкәттәр ваҡытына эләгә, водитель-механик була. Армиянан ҡайтҡас, Учалы эске эштәр бүлегенә урынлаша.  Дағстанда - дүрт тапҡыр, Чечняла дүрт тапҡыр хеҙмәт командировкаһында була. Милицияла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, өлкән прапорщик дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Златоуст ҡалаһында йәшәй, вахта менән Себергә йөрөп эшләй.

- МХО-ға йөрәк саҡырыуы буйынса юлландым. Нацистарҙың илебеҙгә килеп ингәнен тыныс күңел менән көтөп ятып булмай бит инде. Мин үҙ илемдең патриоты. Һуғышты үҙ күҙҙәрем менән күргән кеше, тәжрибәм ҙур. 2022 йылдың июлендә Шайморатов батальонына яҙылдым. Медицина тикшереүе үтеп, контрактҡа ҡул ҡуйғас, әҙерлек үтергә ебәрҙеләр. Унда беҙ көндөҙ ҙә, төндә лә әҙерләндек. Миңә элек хеҙмәт үткәндә үҙләштергән күнекмәләрем ярҙам итте. Шул ваҡыттан алып, әлбиттә, күп йылдар үтһә лә, бер нимә лә онотолмаған. Хәрби шарттарға яраҡлашыуы ауыр булманы,  - ти ул.

Яу ҡырында тәүҙә эвакуация взводында өлкән механик була, хәҙер инде тәьмин итеү взводының командир урынбаҫары итеп ҡуйғандар.

Яугир алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек, һуғыш кәрәк-яраҡтары ташый, бынан тыш, яралыларҙы һәм һәләк булғандарҙы эвакуациялау ҙа уның бурысы. Рациянан хәбәр алыу менән алғы һыҙыҡҡа яралыларҙы алыу өсөн йүнәләләр. Эвакуациялау еңел бирелмәй уларға, дошман ҡамаусалай, өҫтән ут яуҙырыуҙан туҡтамай. Шуға ҡарамаҫтан, хәрбиҙәр ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып яуҙаштарын яу яланынан алып сығырға тырыша.

Хәрби хәрәкәттәрҙә ҙур тәжрибә туплаған, хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Фәнил Кирәйев был һуғыштың башҡаларына һис тә оҡшамағанлығын билдәләй. Хәрби бәрелештәр йышыраҡ артиллерия дуэлдәре ярҙамында бара, шуға күрә снаряд ярсыҡтарынан яраланыусылар күп, бер мәл дошман күбеһенсә кассеталы снарядтар яуҙырып, теңкәләренә тейгән.

- Минең взводта 22 кеше, күбеһе башҡорттар. Уларҙың дүртәүһе – Учалынан. Бер ғаилә, бер туғандарға әйләнеп бөттөк. Һәр береһе өсөн көйөп-янаһың. Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ, ялан шарттарында көнкүреште нисек тә булһа яйға һалыу, уяулыҡты юғалтмау һәм дошмандың бөтә һөжүмен кире ҡағыу өсөн тырышаһың. Туҡланыуға килгәндә, һис зарланырлыҡ түгел, бөтәһе лә бар. Мунса, кер йыуыу машинаһына тиклем бар. Башҡортостандан кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителеш юғары кимәлдә. Даими рәүештә гуманитар ярҙам килеп тора. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән, беҙгә гуманитар ярҙам ебәреп торған учалыларға рәхмәтлемен. Посылка алһаң, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булаһың,  - тип, үҙҙәренең көнкүреше менән таныштырҙы яугир.

Фәнил Фуат улы әйтеүенсә, тыныс халыҡтың армияға мөнәсәбәте төрлөсә. Кемдер шатланып: «Һеҙһеҙ беҙгә бер нисә тапҡырға ауырыраҡ булыр ине», - ти, ә башҡаларының күҙҙәрендә асыҡтан-асыҡ нәфрәт бар. Бындағы кешеләр илдә барған ваҡиғалар хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт алмай тиерлек. Рәсәй менән сағыштырғанда халыҡтың көнкүрешенең насар булыуын да билдәләй. Элекке заманға ҡайтып әйләнгәндәй булаһың. Өйҙәрҙә һаман Советтар Союзы ваҡытындағы һыуытҡыстар, телевизорҙар ултыра, ябай “копейка”, “семерка” машиналарында йөрөйҙәр, тип һөйләй яугир.

Һуғышта һуғыштағы кеүек инде. Бөтәһен дә йәйғор төҫтәрендә һүрәтләү мөмкин түгел. Тик яҡташыбыҙҙан бер зарланыу һүҙе ишетмәнем, ауырлыҡтарҙы тыныс кисерергә ғәҙәтләнгән.

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар ҡабул итеүем тураһында бер ҡасан да үкенмәнем. Аңлы рәүештә, уйланылған ҡарар ине. Әгәр дошманды туҡтатмаһаҡ, улар беҙҙең өйгә киләсәк һәм был буш һүҙ түгел, - тип тамамланы әңгәмәне яҡташыбыҙ.

Егеттәребеҙҙең тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ. Фәнил менән улы Эмилгә һуғыштың алғы һыҙығында түгел, ә тиҙерәк иҫән-имен тыуған йорттарында осрашыуҙарын теләйбеҙ!

Әлиә ДАУЫТОВА.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: