Башҡортостан мәғарифы өлкәһендә һоҡланғыс педагог – остаз, әҙәбиәт ғилеме һәм фольклористикаһында билдәле урынын биләгән яҡташыбыҙ Марат Хәләф улы Минһажетдиновҡа Ҡобағош ауылында тыуып үҫкән ир-уҙаманына ағымдағы йылдың 18 майында 90 йәше тулған булыр ине.
Уның яҙып ҡалдырған китаптары, әҙәбиәт фәнендә айырым урын алған хеҙмәттәштәре, уҡыусы, уҡытыусыларҙың өҫтәл китабына әйләнгән дәреслек-хрестоматиялары, уҡыу программалары, томдарҙан торған халыҡ ижады ынйылары иртә өҙөлгән ғүмеренең бер дауамы, балҡышы булып шәкерттәре, замандаштары һәм туғандары күңелендә һаҡлана килә.
М.Х. Минһажетдинов Учалы районы Ҡобағош ауылында яҡты донъяға 1934 йылдың 18 майында килгән. Был төбәк ауылында билдәле шәхестәр Рәсәй, республика кимәленә күтәрелә килделәр. Бөгөн Марат ағайҙың атаһы Хәләф олатай Минһажетдиновты, Абдулла Солтановты, Әхмәр Аҙнабаевты, патриот шағир һәм үткер ҡәләмле публицист Вил Ғүмәровты, Рауза Мөслимованы (Минһажетдинова), Сатура Миһажетдинованы, Лариса Ҡужагилдинаны белмәгән кеше һирәктер.
Күренекле таланттар атайсалынан, Күбәләк ырыуы вариҫы Марат Минһажетдинов оло тормош, фән юлына сыға, Белорет педучилищеһын “ҡыҙыл диплом”ға тамалай. Башҡорт дәүләт университетында, аспирантурала уҡыу, “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә алыу йәш ғалимға фән донъяһына юл аса. Тиҫтәләгән әҙәбиәт фәне һәм фольклористика ғалимдары менән бер сафта ул үҙенең тос, оригинал фекерле сығыштары менән ун йыллыҡ ижады ғүмерендә 100-ҙән ашыу ғилми әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттары, фольклор өлгөләре – халыҡ ижади ынйылары ташҡа баҫып өлгөрә.
Авторҙың “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” монографияһы, “Башҡорт легендалары” (автор – заты Ә.Ә. Сөләймәнов), “Ҡәләмдә ҡөҙрәт бар” (төҙөүселәре Т.Ә. Килмөхәмәтов, Ә.Ә. Сөләймәнов, улы Айтуған Минһажетдиновтың әүҙем ярҙамында), “Ижади маһирлыҡ” (Р.В. Шаһиев), “В памяти народной” Р.В. Шаһиев, “Яҡты хәтер” (төҙөүсе-авторы Р.В. Шаһиев), “Һайланма ғилми хеҙмәттәр” (төҙөүсе-авторҙары Ф.Б. Юнысова, Р.В. Шаһиев) һәм ғалимдың 90 йәшенә арналған “Хыялымда – яңы алыштар” халыҡ ижадына арналған хеҙмәттәр йыйынтығы (автор – төҙөүсе Р.В. Шаһиев), ғалим-фольклорсының “Башҡорт халҡының әкиәт эпосы” докторлыҡ диссертацияһына әҙерләгән ике ҙур бүлектән хасил булған хеҙмәте, уның тураһында яҙылған хәтһеҙ мәҡәләләр, очерктар, ғилми байҡауҙар, буклеттар Марат ағайҙың ижад балҡышына мәңгелек сағыу йондоҙло хәтер китабына әйләнде.
Ғалим-педагогтың үҙе иҫән сағында атҡарған хеҙмәттәре бөгөн уҡыусылары, замандаштары ижадына, уларҙың шәхси яҙмышына тығыҙ бәйләнгән. Донъя күргән күп томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады”нда Марат Хәләф улының исеме беренсе урында тора.
М.Х. Минһажетдинов башҡорт халыҡ әкиәттәренең ике томлығын әҙерләүҙә иң әүҙем эшләгән ғалимдарҙың иң тәүгеһе, уның “Башҡорт фольклоры” дәреслеге генә үҙе ни тора?!
Академик Ғ.Б. Хөсәйенев ваҡытында: “Марат ҡәләмдәш бөгөн иҫән булһа, ижад тауҙарының иң бейек нөктәһен яулаусы башҡорт ғалимдары араһында беренселәрҙән торор ине!” - тигәнендә ҙур хаҡлыҡ ятыуына иманым камил.
Илленсе йылдарҙың урталарынан беҙҙә әҙәбиәт тарихы, әҙәбиәт теорияһы һәм әҙәбиәт тәнҡит өлкәһендә тәүге төплө аҙымдар яһала ине. Әҙәбиәттең төрлө жанрҙарында үҙ һүҙҙәрен әйтә алған Ә. Харисов, К. Мәргән, Ҡ. Әхмәтйәнов, Ә. Вәхитов, Н. Зарипов, С. Сафуанов, Х. Зиннәтуллина, М. Ғәйнуллин, Ғ. Хөсәйенов, Н. Бикбулатов, Ғ. Рамаҙановтар менән бер сафта Марат Минһажетдинов та үҙенең урынын алды. Һәр саҡ эҙләнеүсе, табыусы, тикшереүсе, аҙағына ныҡышмал алып барып еткереүсе ғалим-педагог булараҡ, бынан тыш, төрлө райондарға фольклор экспедициялары ойоштороу, аспиранттар менән етәкселек итеү, бер үк ваҡытта университеттың филология факультеты деканы урынбаҫары вазифаһын йөкләүе, кластан тыш уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар, халыҡ ижадын өйрәнеү курсы өсөн программалар төҙөүҙәге активлығы, сапсанлығы һәм эшһөйәрлеге хаҡында әле булһа ла замандаштары телендә һөйләнелә, йылы хистәр һаҡлана килә. Марат ағай һүҙҙең ысынында беҙҙең күҙ алдында әкиәттәге Алпамыша образында һынлана бөгөн дә. Яратҡан шағирыбыҙ Мөнир Иҡсанов ошо фекерҙе нығытып “Алпамыша” поэмаһында уның хәтер кисәһенә өлгөрттө, афарин! Был турала үҙ дәүерендә күренекле фольклорсы Әхнәф Харисов “Беҙҙең Марат ике йыллыҡ ғилми эште 2-3 ай эсендә тамамлай ҙа ҡуя, йөк аты кеүек эшләй, ял белмәй бит”, – тигәне бар. Был инде йәш ғалимдың талымһыҙ эшмәкәрлегенә институт директорының оло баһаһы ла бит инде.
Яҙмыш уға бик аҙ ғына ғүмер бирҙе. Күкрәп йәшәр, ҡолас ташлап эшләр мәлендә бик йәшләй генә донъяны ҡалдырып китте. Уның ҡапыл үлеме ғаиләһе, ағай-энеһе менән бер рәттән ҡәләмдәштәре, шәкерттәре өсөн дә тетрәндергес булды. Марат ағайҙың беҙҙең арала булмауына быйыл 52 йыл. Һоҡланғыс педагог-ғалимдың тере һыны, изге рухы, йылдар алыҫлашҡан һайын беҙҙең күңелдәрҙә яҡтыра ғына бара. Марат Хәләф улы иҫтәлегенә тиҫтәләгән китаптар, йөҙләгән хәтирә-иҫтәлектәр яҙҙыҡ, хәтер кисәләрен үткәрҙек, үткәрәбеҙ, уның телендә уҡыуҙар, конференциялар ойошторабыҙ, ауылы мәктәбендә музейын булдырҙыҡ, бер урамға һәм Учалы ҡалаһы янындағы Бурансы ҡасабаһында бер урамға исемен бирҙерҙек, 1994 йылдан алдынғы уҡытыусыларға Учалы районы хакимиәте тарафынан Марат Минһажетдинов исемендәге премия булдырылған. Арҙаҡлы тел ғалимы Ғәли ағай Сәйетбатталов: “Марат ҡусты ижадының бөрөләнеп кенә килгән сағында китеп барҙы, ул иҫән булһа, университетта фән докторы, профессор, иманым камил, фольклористика ғилеменең академигы дәрәжәһендә эшләп йөрөгән булыр ине”, - тип һығымта яһай.
Марат Хәләф улы Минһажетдинов үҙенең ҡаҡшамаҫ рухы, халҡының иҫ китмәле бай илһамлы поэмаһына сикһеҙ мөхәббәте, ижад ынйыларын том-томдарҙа үҙ уҡыусыларына, шәкерттәренә кире ҡайтарыуы ғалимдың гражданлыҡ бурысы ла, ижади ҡаһарманлығы ла ине. Күренекле педагог-ғалимдың ҡулында уҡыған шәкерттәре Әхмәт Сөләймәнов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Риф Мифтахов, Ирек Кинйәбулатов, Миҙхәт Мәмбәтов, Әхәт Вилданов, Ғиниәт Ҡунафин, Ишмөхәмәт Шаранов, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Данис Төкәйев, Илдус Бүләков, Ғәлимйән Ҡаһарманов, Рәүеф Шаһиев, Ризван Хажиев, Зәйтүнә Шәрипова, Сабир Шәрипов, Әхмәт Дәүләтҡолов һ.б. бик күптәр бөгөн фән кандидаттары, докторҙар, профессорҙар, билдәле журналистар, яҙыусылар, әҙәби тәнҡитселәр, фольклорсылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре булып үҫте, һәр кем үҙҙәренә уҡытыусы-остазының яҡты иҫтәлеген дауам иттереүселәр ҙә. Мин уҡытыусы-остазымдың: “Рәүеф, мин әҙәби ижадҡа башҡорт халҡының әкиәт эпосы аша киләрмен шәт, бөтә хыялдарым әкиәт-легендаларға нигеҙләнгән халыҡ романын яҙырға ине, һаулыҡ етһә”, - тигәне күңелем түрендә һаҡлана.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты,
М.Х. Минһажетдинов, М.Л. Мортазин исемендәге район хакимиәте премиялары лауреаты.