Озерный ауылында йәшәүсе Нәҡип Әйүпов - гәзитебеҙҙең штаттан тыш хәбәрселәренең береһе. Әле ул хаҡлы ялда булһа ла, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар мәктәптә балаларға тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән белем бирә. Уның бихисап уҡыусылары хәрби юлды һайлаған, күптәре Рәсәй армияһы сафында хәрби хеҙмәтте лайыҡлы үттеләр.
Әлеге ваҡытта ла уның уҡыусылары махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәй. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандарында улар иң алда остаздарына килеп яңылыҡтары менән бүлешә. Нәҡип ағай ҙа кемдең ҡасан ялға ҡайтыуын белеп, көтөп ултыра. Уларҙы мәктәпкә саҡырып, балалар менән осрашыуҙар ойоштора.
- Беҙҙә, башҡорттарҙа, Ватанды һаҡлау тигән төшөнсә айырыуса оло мәғәнәгә эйә. Илебеҙгә, бөйөк Рәсәйебеҙгә, ниндәй генә бәлә-ҡаза килмәһен, ниндәй генә яу ябырылмаһын, кем генә һөжүм итмәһен, ата-бабаларыбыҙ аттарына ултырып, ҡулдарына ҡылыс-хәнйәрҙәрен алып, дошмандарға ҡаршы яу сапҡан, тыуған еребеҙҙе баҫҡынсыларҙан һаҡлаған. Шуға ла халҡыбыҙҙа тыуған илгә ҡарата һөйөү, уны ҡәҙерләү хисе бигерәк тә көслө. Ватанды һаҡлау хисе һәр кемебеҙҙә бала саҡтан башлап тәүҙә ғаиләлә, һуңынан мәктәптә, артабан йәмғиәт институттары менән берлектә тәрбиәләнә, - ти ул.
Был юлы ла уның уҡыусылары, «Шайтан» һәм «Камаз» ҡушаматлы батыр яугирҙар, Нәҡип Кәтип улы менән осрашып һөйләштеләр, мәктәп йылдарын иҫкә алдылар, һәм, әлбиттә, Еңеү менән, иҫән һәм сәләмәт ҡайтырға вәғәҙә иттеләр.
Махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған офицер Илнар Байегетов та Нәҡип Әйүпов тәрбиәләнеүсеһе.
- Илнар мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө кадеттар тураһында сериалдар ҡарап, киләсәктә хәрби булырға хыялланды. Яныма килеп, хәрби булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк, тип кәңәшләшкәне бөгөнгөләй күҙ алдымда. Физик яҡтан ныҡлылыҡ кәрәк тигәс, бигерәк тә спортҡа ныҡ ылыҡты. Саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәне. Тик “бишле” билдәләренә генә уҡыны, мәктәптә уҙған бер саранан да ситтә ҡалманы, ҡала-район, республика кимәлендәге конкурстарҙа, “Урал батыр” эпосының 1000 юлын ятлап йәш сәсәндәр бәйгеһендә лә ҡатнашты. Уҡыуға ла, эшкә лә тырыш, бик һәләтле уҡыусы булды. Рус телен һыу кеүек эсте, күп уҡыны. Рус, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен айырыуса яратты. Һүрәт төшөрөргә оҫта ине. Алтынсы кластан һуң ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау килеп тыуғас, Екатеринбургтағы Суворов хәрби училищеһына барып ҡарарға тәҡдим иттем. 2010 йылда атаһы, әсәһе һәм мин бергәләшеп Өфөгә имтихандар тапшырырға юлландыҡ. Суворов училищеһына ул ваҡытта Башҡортостандан бер урынға 20 кеше ине. Ошо 20 кеше араһынан бер Илнар үтте. Уҡыусым өсөн ғорурлығым сикһеҙ ине. Уның үлеменә һаман ышанып бөтөп булмай, күңел бер нисек тә ҡабул итмәй. Ишекте асып инер ҙә, хәрби аҙымдар менән эргәмә атлап килеп: “Иптәш военрук, Илнар Байегетов каникулға ҡайтты!” - тип честь биреп сәләмләр кеүек тойола. Ауылға ялға ҡайтҡан һайын күстәнәстәрен тотоп хәл белешергә инеп сыға торғайны, - тип яҡты хәтирәләре менән бүлеште егетте тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән уҡытҡан Нәҡип Әйүпов уҡыусыһы тураһында.
Нәҡип Кәтип улына артабан да ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ә махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Вилиә ЯНБАЕВА.