Хозур тәбиғәтле тауҙар ҡосағында һыйынып ҡына ултырған Сәфәр ауылы гөрләп тора, сәфәрҙәр - эшсән, дәртле, ҡунаҡсыл халыҡ. Йорттар төҙөк, урамдар таҙа. Ауыл халҡы күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә, баҡса сәсеп, мул уңыш йыялар һәм, әлбиттә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар.
Быйыл Сәфәр ауылы “Айыҡ ауыл – 2024” республика конкурсында учалыларҙың данын яҡлаясаҡ. Ғөмүмән, учалылар “Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулап тора. 2020 йылда Илсе ауылы ла көс һынашты һәм “Эре тораҡ пункттар” категорияһында еңеү яулап 5 000 000 һумлыҡ грант алғайны. Был финанс сараны илселәр ауылда урамдарҙы яҡтыртыу, балалар өсөн заманса уйын майҙансығы төҙөүгә тотондо. Сәфәр ауылының да еңеү яулауына ихлас күңелдән ышанабыҙ.
Конкурс сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар, кисәләр, йыйылыштар, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы менән әңгәмәләр, йола байрамдары үтеп тора.
Ошо көндәрҙә тағы бер ҙур сара - халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, асылын сағылдырған, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә “Аҡман-тоҡман уйындары” үтте. Уның төп маҡсаттары - айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә бәйле мөхитте сағылдырыу, йәш быуынға илһөйәрлекте пропагандалау ине.
Сара Сәфәр ауылы эргәһендәге Баҡты яланында үтте. Байрам үтәсәк урынды алдан уҡ ҡарҙан таҙартып, гөрөп ҡуйғандар. Көн һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп килгәйне. Сәхнә, тирмәләр ҡуйылғайны, ҡаҙандарҙа йылы аш бешә ине.
Күңелдәргә дәрт өҫтәгән, байрам кәйефен бүләк иткән, милли уйындарға яңы һулыш өргән сараның төп йәме - ат сабыштары булды, әлбиттә.
Мәргәнлеккә, сослоҡҡа һынау тотҡан уҡсыларҙың ярыштары ла, инде популярлашып киткән “Ауҙарыш” уйыны ла ҡыҙыу барҙы. Ә тамашасының күңеленә иң хуш килгәне - йәш һыбайлылар сабышы булды. Улар пони аттарында ярышты.
Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы Фрунзе Юртаманов сараны асып изге теләктәрен, ҡотлауҙарын еткерҙе. Тәбрикләү һүҙҙәренә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Гүзәл Вилданова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” этноүҙәге етәксеһе Ирек Әхмәҙиев, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров, район хакимиәте вәкилдәре Зариф Ғарипов һәм Альбина Камаева ҡушылдылар.
Ат сабышы һәр Учалы кешеһенең көтөп алған байрамы тиерлек.
Беренсе сабыш - пони ярыштары булды. Дистанция 300 метр. Бағыусыһы - Илнур Мазһар улы Хисмәтов. 3-сө урынды йәш һыбайлы Йосоп Хисмәтов алды (ат хужаһы Вәкил Хисмәтов). 2-се урынға Умар Хисмәтов (ат хужаһы Илдар Закирйәнов) лайыҡ булды. Бәйгенең еңеүсеһе - Айнур Хисмәтов (хужаһы Илнур Хисмәтов).
Икенсе сабышта 1500 метр дистанцияла һыбайлылар шәхси эшҡыуар Владик Вячеславович Кандың төп бүләге өсөн ярышты. 3-сө урынды Илфат Әбйәлилов (хужаһы Илфат Әбйәлилов) алды. 2-се урынға Илшат Ғәниев сыҡты (хужаһы Илдар Закирйәнов). 1-се урынға Илнур Хисмәтов (хужаһы Илнур Хисмәтов) лайыҡ булды.
Өсөнсө сабышта өс йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар 3600 метр дистанцияға ярышты. Бағыусыһы - Вадим Рәшит улы Моратшин. Был юлы “бронзаны” Илгиз Ғөбәйҙуллин (хужаһы Илгиз Ғөбәйҙуллин) алды. Икенсе урында - Илшат Ғәниев (хужаһы Владик Кан). Бәйгенең еңеүсеһе - Илнур Хисмәтов.
Өс йәшкә тиклемге таҙа тоҡомло аттар ауыл биләмәләре башлыҡтары призына ярышты. 3-сө урынды Тимур Уразов (хужаһы А. Фәтҡуллин). “Көмөш ” миҙал - Раян Һәүбәновта (хужаһы Р. Һәүбәнов). “Алтын” миҙалды Николай Горбунов яуланы (Радик Фазлетдинов КФХ-һы).
Бишенсе сабышта таҙа тоҡомло аттар 4800 метр дистанцияға ярышты. Бағыусыһы - Башҡорт алтыу табыу компанияһының генераль директоры Александр Рәлиф улы Ғәниев. Был бәйгелә өсөнсө урынды Илнур Хисмәтов алды. Икенсе урын Тимур Уразовта (хужаһы Наил Рәхмәтуллин). Беренсе урынды Николай Горбунов яуланы (Радик Фазлетдинов КФХ-һы).
“Оло бәйге” ат сабыштарының тулҡынландырғыс мәле. Бында төрлө тоҡомло, иң сыҙамлы юртаҡтар район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов призына ярышты. “Оло бәйгенең” “бронза” миҙалы - Илдар Низаметдиновта (ат хужаһы Айҙар Яруллин). “Көмөш” миҙал Варис Сафиуллинға эләкте (ат хужаһы Айҙар Яруллин). Еңеүсе исемен Раян Һәүбәнов алды (хужаһы Ринат Әхмәтйәнов).
Артабан сәхнәгә саналы юртаҡтар ярышы бағыусыһы “Юлдаш” йәмғиәте директоры Динар Әхтәмов сығып, еңеүселәрҙе бүләкләне. Был бәйгелә аттар 2600 метрға ярышты. 3-сө урынды Илнур Хисмәтов алды. Икенсе урында Илфат Әбйәлилов (ат хужаһы Зөһрә Батыршина). Еңеүсе исемен Руслан Хисмәтов алды. Шулай уҡ еңеүсегә бағыусы Айрат Ғәббәсов ҡолон бүләк итте.
Почет грамоталары менән һыбыйлылар династияларын дауам итеүселәр ҙә бүләкләнде.
Шулай уҡ байрамдың мауыҡтырғыс өлөшө “Ауҙарыш” уйыны булды. Ауҙарыш - халҡыбыҙҙың боронғо уйын-көрәше. Был уйында бәйгеселәр ат өҫтөндә һыбай ултырған килеш бер-береһен ат өҫтөнән һөйрәп төшөрөргә тейеш. Кем беренсе аттан ергә төшә, шул еңелә. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ат өҫтөндә үҙен оҫта тота. Ат өҫтөнә сат йәбешеп алалар ҙа, бер ҡул менән бер-береһен тартҡылайҙар ғына. Ҡарап торһаң, үҙе бер хайран күренеш инде!
Ниһайәт, еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Өсөнсө урынды Ильяс Әбйәлилов алды, икенселә - Тимур Уразов. Беренсе урында - Динар Фәтҡуллин.
Тән ауырлығы 70 кг-ға тиклем төркөмдә көрәш буйынса 3-сө урында Ильяс Әбйәлилов, 2-селә - Ғәлим Сәйфуллин, 1-селә - Әлмир Дәүләтов.
70 кг-дан артыҡ тән ауырлығы категорияһында 3-сө урын - Илнур Нуритдинов, 2-се урын - Салауат Мәғәфүров, абсолют еңеүсе исемен Марсель Ғәзизов алды һәм һарыҡ менән бүләкләнде.
“Ғаилә уйындары”нда Вәлихановтар, Ихсановтар, Ғүмәровтар ғаиләләре тәбрикләнде.
Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн уҡтан атыу, туп менән хоккей, автоматты һүтеп-йыйыу, керлинг һ.б конкурстар әҙерләнгән ине.
Район мәҙәниәт йорто, Комсомольск һәм Сәфәр мәҙәниәт йорттары артистарының, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡмановтың сығыштары сараға мәртәбә һәм йәм өҫтәне. Тәмле төшкө аш ойошторолдо - һәр кеше былау һәм эҫе сәй менән һыйлана алды.
- Киләсәктә ошондай уйындар йышыраҡ үтер, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ бағыусыларыбыҙға күрһәтелгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Фрунзе Талха улы.
Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы Фрунзе Юртаманов билдәләүенсә, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу өсөн Сәфәрҙе һайлағандар, ни өсөн тигәндә, ауыл халҡы эшсән һәм дәртле. Ниндәй генә башланғыстарға тотонмаһындар, еренә еткереп атҡарып сығалар. Экологик өмәләр тураһында әйтеп тә тораһы юҡ, йыл әйләнәһенә ауыл эргәһен, йылға буйҙарын, зыяратты таҙартыу эштәре даими бара. Балаларҙы ла йәлеп итәләр. Ауылды, йорттарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, буяу, матурлау - ҡушҡанды ла көтөп тормайҙар, үҙҙәре башлап йөрөйҙәр. Күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, балаларға өлгө булып тора. Ауылда мәҙәниәт йорто бар. Байрамдарҙа шунда йыйылып, ололар ихлас аралашып ҡайта, йәштәр күңел аса. Ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем. Төрлө мәҙәни сараларға әүҙем ҡатнаша улар, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә лә, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләйҙәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай халыҡ, етеш донъя көтә, балалар уҡытып, һәр яҡлап тырышып йәшәй. Ауыл халҡы алсаҡ бында, йыр-моңға ла, бейеүгә лә маһир. Бөйөк Ватан һуғышында ла, тыныс хеҙмәттә лә, улар батырлыҡ өлгөһө булып торалар, шуғалыр ҙа Сәфәр ауылын - геройҙар ауылы тип йөрөтәләр. Был уйында ла сәфәрҙәр дәррәү ҡатнашҡан, тағы ла үҙҙәренең берҙәм булыуын, татыулыҡтарын, бер-береһен хөрмәт итеүҙәрен, алдынғы ҡарашлы булыуҙарын иҫбатланылар.
Вилиә ЯНБАЕВА.