Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар , 13:27

Алтынсы грант! РФ Президентынан 673,5 мең һум

Ошо сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына эшмәкәрлек осоронда  бер тапҡыр – Башҡортостан Республикаһы һәм биш тапҡыр (!) Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге грант конкурстары еңеүселәре булдылар! Бының өсөн уҡымышлылыҡ та, зирәклек тә, ныҡышмалыҡ менән тәүәкәллек тә берсә кәрәк,  көс һәм ваҡытты һис йәлләмәүең шарт, ә иң кәрәге – үҙең хәстәрләгән кешеләргә ҡарата  сикһеҙ һөйөү , киң күңел һәм ҡайнар йөрәк.

Алтынсы грант! РФ Президентынан 673,5 мең һум
Алтынсы грант! РФ Президентынан 673,5 мең һум

Коммерцияға ҡоролмаған автоном “Мәрхәмәтлек бүләк ит”  ойошмаһы (етәксеһе Регина Абзалова) йәнә Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары конкурсында еңеүселәр исемлегенә эләкте.

Был тапҡырҙа – “Спортта сик юҡ” (“Спорт без границ”) проекты менән. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм йәштәргә  спорт менән шөғөлләнергә   форсат булдырыласаҡ.  Грант аҡсаһына өҫтәл уйындары, саңғы, велосипед, боччо (тупты мәргәнлеккә бәреү уйыны) ҡорамалдары, тренажерҙар ҡайтартыласаҡ.

 “Мәрхәмәтлек бүләк ит” хәрәкәте 2016 йылда барлыҡҡа килә, әлеге хоҡуҡ статусында (коммерцияға ҡоролмаған автоном ойошма) – 2019 йылдан.  Бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланып ауыр тормош хәлендәге кешеләргә  социалләшергә, йәғни, ҡалған халыҡ  араһында үҙ урындарын табырға, һәләттәрен асырға, яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә,  сәләмәтлектәрен нығытырға һәм үҫешергә, ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы үткәрергә һәр яҡлап булышлыҡ итәләр.

Һәм заман шарттары һәм талаптарына  яраҡлаша белеүҙәрен, заман менән бергә атлауҙарын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алыр кәрәк.   Ошо сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына эшмәкәрлек осоронда  бер тапҡыр – Башҡортостан Республикаһы һәм биш тапҡыр (!) Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге грант конкурстары еңеүселәре булдылар! Бының өсөн уҡымышлылыҡ та, зирәклек тә, ныҡышмалыҡ менән тәүәкәллек тә берсә кәрәк,  көс һәм ваҡытты һис йәлләмәүең шарт, ә иң кәрәге – үҙең хәстәрләгән кешеләргә ҡарата  сикһеҙ һөйөү , киң күңел һәм ҡайнар йөрәк.

Тағын да бер моментҡа туҡталғы килә. Ауыл, район йә республикаға үҙәкләштерелгән рәүештә ниҙер бирелгәнде бүлешеп алыу – бер эш, ә бына федерация кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, конкурс шарттарында еңеп төбәгебеҙгә өҫтәмә ресурстар йәлеп итеү (“өҫтәмә” һүҙен һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ!) – быныһы инде  айырата тәрән  ихтирам уята.

Үрҙә әйткән гранттар һәм урындағы властар булышлығы арҡаһында  хәҙер  “Мәрхәмәтлек бүләк ит”  ойошмаһына йөрөгән һигеҙ тиҫтәгә яҡын сабый, үҫмерҙәр, ҡыҙ-егеттәрҙең  тренажерҙар менән йыһазландырылған спорт залдары, туризм өсөн кәрәк-яраҡтары, өҫтәл уйындары, музыка ҡорамалдары һәм аппартаураһы,  тегеү станоктары,  декоратив-ҡулланма ижад өсөн шарттары бар. Йәш быуын ихлас ҡул эштәре, спорт һәм туризм менән шөғөлләнә, һөнәрҙәр үҙләштерә,  шулай уҡ  музыка, йыр, хореография менән мауығалар. Юҡҡамы ни, тап “Мәрхәмәтлек бүләк ит” вәкилдәре ҡала һәм район байрамдарында сығыштар яһап, сараның биҙәгенә әйләнә торған.

-Сираттағы еңеүгә, әлбиттә, ныҡ шатмын – донъяла иң яҡын йәндәребеҙгә тағын да нығыраҡ булышлыҡ итергә, күңелдәрен көрәйтергә мөмкинлетәр тағы ла нығыраҡ киңәйә тигәнде аңлата бит! – тип ҡыуана Регина Данил ҡыҙы. – Һәр саҡ арҡа терәрлек тормош иптәшемә, әсәйемә, туғаныма ныҡ рәхмәтлемен. Шулай уҡ ойошманың активы – ата-әсәләрҙең берҙәм командаһына ниндәй генә һүҙҙәр менән  рәхмәт әйтһәм дә, аҙ булып күренер һымаҡ!  Берҙәмлектә – көс, тап берҙәм һәм татыу булғаныбыҙ арҡаһында ғына  уңыштарға өлгәшеү мөмкин. Партнерҙарыбыҙға ла рәхмәт белдерәм, ғөмүмән, иманым камил –тик мәрхәмәтлек кенә кешене кеше итә, яҡты киләсәккә өмөт бирә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: