Яйыҡ
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар , 11:26

Иң тоғро дуҫ - Белоруссия

Ә бына Әрмәнстан  бер юлы ике ултырғысҡа ултырырға маташа торған..... Нәзәкәтлелелеккә бирелә торған мәл түгел, тап әле уландарыбыҙ фәҡәт шул НАТО һәм ЕС туплаған дошман менән алышып ҡан ҡоя!

Иң тоғро дуҫ - Белоруссия
Иң тоғро дуҫ - Белоруссия

Рәсәйҙең берҙән-бер тиерлек һыналған тоғро дуҫы Белоруссияла президент һайлауҙары үтте. Александр Лукашенко етенсе тапҡырға һайлана. Бик хуп, яҡшынан яҡшыны эҙләмәйҙәр!  “Цивилизациялы донъяла”, әлбиттә, һайлауҙарҙы таныманылар. Александр Григорьевич пресс-конференцияла ингиз хәбәрсеһенең мәкерле һорауына бик тә матур яуап бирҙе: “ Сит илдәрҙә ни уйлауҙары минең өсөн “фиолетово”, минең өсөн үҙ халҡымдың фекере генә мөһим!” “Фиолетово” йәштәр сленгында “миңә барыбер” тигәнде аңлата. Ысынлап та, ватандаштары 86,82 процент тауыш менән хуплағас, төкөрөп тә бирмәҫкә мөмкин. Көнбайыш хужалары хуплау-хупламау  тураһында Зеленскийҙың башы ауыртһын, үҙ илендә  рейтингы төшкәндән-төшә бит. Социологтар күҙаллауынса, әле һайлауҙар үтһә,  срогы күптән сыҡҡан президент шәрәмәте ни бары 16-20 процент тауыш йыя алыр ине!

РФ Президенты В.В.Путин Белоруссия башлығын ихлас күңелдән ҡотланы, оҙаҡламай йәнә осрашасаҡтар.

Ә бына Әрмәнстан  бер юлы ике ултырғысҡа ултырырға маташа торған. Хөкүмәттәре раҫланы, парламенттары киләһе айҙа илдәрен Евросоюзға индереү мәсьәләһен ҡараясаҡ, ти. Өҫтәүенә , премьер-минстр Никол Пашинян НАТО башлығы Марк Рютте менән осрашты, хәрби сферала хеҙмәттәшлекте көсәйтәсәкбеҙ, тип белдереү яһанылар. Ярар ҙа, РФ вице-премьеры Алексей Оверчук өҙә әйтте: ЕС-ҡа инәләр икән, ЕАЭС-та ҡалдырылмаясаҡтар. Юғиһә, һөлдәһен РФ тәшкил иткән Евразия Иҡтисади Союзының да һутын һурып рәхәт йәшәйҙәр ине. Эйе, нәзәкәтлелелеккә бирелә торған мәл түгел, тап әле уландарыбыҙ фәҡәт шул НАТО һәм ЕС туплаған дошман менән алышып ҡан ҡоя!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: