Хөкүмәт ҡарарҙарына үҙгәреш индерелеп, Башҡортостан мәктәптәрендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын көнөнә ике тапҡыр бушлай ашата башлайҙар. Әлегә тиклем ошо категория уҡыусыларҙың көнөнә бер тапҡыр ғына бушлай иртәнге йәки төшкө аш алырға (ниндәй сменала уҡыуынан сығып) хоҡуғы бар ине. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, бөгөнгө көндә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың 7меңдән ашыу сабыйы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 10 меңдән күберәк уҡыусы һәм колледж студенты бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә, 5,5 меңдән ашыу бала ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял иткән, 6 меңдән ашыуы балаҡай дөйөм белем биреү учреждениеларында түңәрәктәргә бушлай йөрөй. Бик хуп, бындай льготалар исемлеген артабан да киңәйтеүгә йөрәге булған бер кеше лә ҡаршы сыҡмаҫ!