Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар , 13:20

Сораманға ярҙам кәрәк!

Тик бына  нишләптер спортзал бинаһының документтары юҡ икәнлеге ҡалҡып сыҡты. Шул арҡала мәғәриф бүлегенән мәҙәниәт бүлеге балансына  күсереү тотҡарланды. Бинаның киләсәге хәҙер күптәрҙе борсой башланы. Ауыл халҡында ниндәйҙер шом тора, спортзал бинаһынан мәхрүм итмәһендәр, тип хафаланалар. Булғанды тәләф итеү генә анһат бит ул, һуңғы дәүерҙәрҙә быға миҫалдар саманан тыш күп!

Сораманға ярҙам кәрәк!
Сораманға ярҙам кәрәк!

Ҙур өйгә ни кәрәк, бәләкәй өйгә лә шул кәрәк, ти башҡорт мәҡәле.   Бәләкәй ауыл, образлы әйткәндә, шул уҡ “бәләкәй өй”, мәнфәғәттәре үгәйһетелмәһен ине, тип кенә теләрлек! Ҙур ултыраҡтарҙа ла, бәләкәстәрендә лә бер үк, тиң хоҡуҡлы кешеләр йәшәй бит. Мәҫәлән, Сораман ауылында газ юҡ, медпункт иҫке, башҡа зарланырлыҡ сәбәптәрҙе лә күп табырлыҡ, халыҡ иһә һыр бирмәҫкә тырышып йәшәй. Тик бына ошо арала йәнә бер проблемалары ҡалҡып сыҡҡан. Был хаҡта беҙгә ауыл Советы депутаты  Илһам Ансар улы Хәйруллин бәйән итте:

-Үткән 2024 йылдың июнь айында гөрләтеп Сораман мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының осрашыуын үткәрҙек.  Байрам, күңел-сафа ҡороу өсөн генә түгел, эшлекле маҡсаттар ҙа ҡуйғайныҡ. Шул иҫәптән  - мәктәп балансында торған спорт залы бинаһын ауыл халҡы файҙаһына алып ҡалыу, юғиһә,  мәктәп үҙе ябылды бит. Барыһы ла тәҡдимде ихлас күтәреп алдылар, хатта, ошо бинаға ремонт үткәрергә тип аҡса ла йыйылды. Киләсәктә йыйылған аҡсаға тәҙрәләрен “евро”ға алыштырырға тип уйлайбыҙ. Шулай уҡ, эшҡыуар Рәшит ағай Ҡауыев  ярҙам ҡулы һуҙып, яңы мейес вәғәҙә итте. Ваҡ-төйөк төҙөкләндереү эштәре лә үткәргәндә, бынамын тигән бина.

 Тик бына  нишләптер спортзал бинаһының документтары юҡ икәнлеге ҡалҡып сыҡты. Шул арҡала мәғәриф бүлегенән мәҙәниәт бүлеге балансына  күсереү тотҡарланды. Бинаның киләсәге хәҙер күптәрҙе борсой башланы. Ауыл халҡында ниндәйҙер шом тора, спортзал бинаһынан мәхрүм итмәһендәр, тип хафаланалар. Булғанды тәләф итеү генә анһат бит ул, һуңғы дәүерҙәрҙә быға миҫалдар саманан тыш күп!

Шуның өсөн үҙемдең исемдән, Сораман халҡы исеменән хөрмәтле район башлығы, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре етәкселегенә мәрәжәғәт итәм – зинһар, ошо проблеманы кисектермәй  хәл итегеҙ.

Элекке спортзал бинаһы ҙур, матур, күркәм. Күптән инде  бар ауыл өсөн  был бинала бөтә мәҙәниәт, спорт саралары, йыйылыштар үтә. Тейешенсә рәсмиләштергәндә,  тиҙерәк тәҙәкләндереп, был бинала Сораман мәҙәниәт йорто эшен тағы ла киңәйтер ине, “Ағинәйҙәр”  берлегенә лә милли фольклор байрамдар  үткәрергә урын ҡулайлыраҡ булыр.  Йәштәр өсөн теннис, шахмат уйнарға мөмкинлек биреү, уғатарлыҡ түңәрәге асыу хыялы ла бар. Ә сабыйҙарға махсус “уйын зонаһы” булдырға ниәт итәбеҙ.  Шулай уҡ спорт залында  дуҫтар, туғандар, класташтар осрашыҙары, туй-юбилейҙар билдәләү мөмкинлеге лә биргәндә, бинаны рәттә тоторлоҡ аҡса эшләү форсаты ла сығасаҡ.  Исемен “Ижад һәм ял йорто” тип үҙгәртеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, хатта, хеҙмәтләндереү өсөн кәмендә ике урын штат та булдырырға мөмкин.

Халыҡтың яҡшы инициативаһы ҡағыҙ буталсыҡлығы арҡаһында ғына һүрелмәһен-һүндерелмәһен инде!

  Илфат ЯНБАЕВ

Белешмә: 1992-1994 йылдарҙа, Әҙһәм Махиянов мәктәп директоры булған осорҙа,  был  спорт залы конструкцияһы ( расформировать ителгән хәрби частың склады) Белорет районы Татлы ауылынан  ҡайтартыла. Аҡсаны мәғариф бүлеге бирһә лә, Сораман ауылының байтаҡ ир-егеттәре  ай буйына һүтеп яңынан ҡороуҙа  тир түгә, транспортлау өсөн колхоз техника бирә.  Әммә мәгәр һуңынан, ремонтҡа аҡса таба алмау сәбәпле, 11 йыл буйына тулы мөмкинлектәрендә ҡулланылмай әле.  Ары-бирле  генә физкультура дәрестәре үткәрелә   унда . Һуңынан Хәйруллин Ансар Әбрәр улы, ауыл ирҙәре, мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән килешеп,  ремонт башлаған. Яңы һулыш алған спорт залын 2005 йылдың декабрь айында официаль асыу тантанаһы үтә.  Асыуға район башлығы Әлим Сәлихов, сорамандарҙың арҙаҡлы ауылдашы Ишмәхәмәт Ғәләүетдинов та килә. Ошо кәндән алып, хәҙер инде ике тиҫтә йыл ауылдың бар масса саралары тап спорт залында үткәрелә килде.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: