Төркөстанға барам әле...
Әлхәмдү Лилләһ, беҙ мосолманбыҙ. Бер Аллаһҡа ғына ышанабыҙ, Уға ғына бойһонабыҙ, Унан ғына ярҙам һорайбыҙ һәм Уға ғына сәждә ҡылыбыҙ.
Юҡҡа ғыны беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы “Әүлиәләр иле” тип йөрөтмәйҙәр. Һәр районда һәм һәр бер ауылда тип әйтерлек изгеләр-әүлиәләр ҡәберҙәре бар. Беҙҙең Иҫке Байрамгол эргәһендәге Әүеш тауы башында, үҙебеҙҙең ерҙә тыуып, үҙ халҡы өсөн бер Аллаһтан ярҙам һорап доғалар ҡылып, Аллаһ юлында юғары дәрәжәләргә етеп, Аллаһтың дуҫы –әүлиәгә әүерелгән Мөхәммәд Рамаҙан-әл Әүш әүлиә ерләнгән. Ҡайһы бер кешеләр хаталанып, уны әллә ҡайҙа ятҡан Ош яғынан килгән тип әйтәләр.
Юҡ! Ул беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа, үҙ яғыбыҙҙа тыуып-үҫкән , Урал тауҙары йылғалары, шишмәләренән һыу эсеп, ҙур дәрәжәләргә өлгәшкән мосолман. Беҙҙең тауыбыҙ ауыш , шуға ла Әүеш тауы тип исем бирелгән.
“Ҡотоп заман” - Зәйнулла ишан хәҙрәттәре, уның кәберенә, әүлиәбеҙҙе хөрмәт итеп үҙ ҡулдары менән ташҡа исем-шәрифен яҙып ҡалдырған. Әүеш тауы – ул әүлиәләр тауы, унда Мөхәммәд Рамаҙан әүлиә-әл Әүш кенә ерләнмәгән, башында һәм тауҙың тирә яғында бөтәһе (әгәр Мөхәммәд Рамаҙан әл-Әүш әүлиә менән бергә һанаһаҡ) ете әүлиә ята.
Әллә ҡайҙа ятҡан Төркөстан ҡалаһына барып, ваҡытын, аҡсаһын туҙҙырып, шифа, дауа алам тип йөрөгән кешеләргә мин аптырайым, иҫем китә. (Төрөкмәнстан-Туркмения йә Төркиә-Турция менән бутамағыҙ, бында һүҙ Көньяҡ Ҡаҙағстандағы Төркөстән ҡалаһы һәм өлкәһе тураһында һүҙ бара.-Ред.)
Төркөстандың үҙендә бер Аллаһҡа табынып, килгән кешеләргә Ҡөръән аяттары уҡып, доғалар ҡылып ултырған хәҙрәттәр үҙҙәре әйтәләр: “Һеҙ ниңә бында киләһегеҙ? Һеҙҙең Башҡортостанда изгеләр,әүлиәләр бында ятҡандарҙан да күберәк , ниңә шуларға зыярат ( зыярат ҡылыу-уларҙың янына барыу тигәнде аңлата) ҡылмайһығыҙ? Үҙ әүлиәләрегеҙгә йөрөр кәрәк, шифаны һәм дауаны бер Аллаһ бирә, әүлиә дәрәжәһенә генә бер Аллаһтан һорар кәрәк”. Ә беҙҙең халыҡ, хаталанып, әүлиәнең әрүахынан ниҙер һорай. Бер Аллаһ – ишетеүсе лә, күреүсе лә, белеүсе лә , биреүсе лә.
Фәҡәт, әүлиә ҡәбере эргәһенә барғас, Ҡөръән аяттары уҡып, бер Аллаһҡа баш эйеп, бер Аллаһтан һаулыҡ-сәләмәтлек, шифа-дауа, башҡа ярҙам һорар кәрәк. Бәлки, Һеҙ зыярат ҡылған әүлиә дәржәһенә, Аллаһү Сүбэхәәнә Тәғәлә һорағанығыҙҙы бирер,иншәә Аллаһ.
Мәҫәлән, әгәр кеше араҡы эсеү йәки наркотик ҡулланыуҙан ҡотолам тип, йә башҡа ауырыуына шифа эҙләп, йәнен-тәнен бер Аллаһҡа тапшырып, әүлиәләргә зыярат ҡылырға барһа, иншәә Аллаһ, Аллаһү Сүбэхәнә Тәғәлә уның ҡылған доғаһы бәрәкәтенә ярҙам итеүе бик тә ихтимал. Әммә унда барғас, кеше дингә килергә, намаҙға баҫырға, ирҙәр мәсеткә Йома байрамдарына йөрөргә тейеш. Кеше намаҙға баҫып, мәсеткә йөрөй башлаһа-Аллаһ юлында буласаҡ , ә яман ғәҙәттәрен дауам итһә – шайтан юлында ҡала, был осраҡта бер әүлиә ҡәбере янына барыу ҙа ярҙам итмәҫ!
Аҡсаларығыҙҙы исраф, ваҡытығыҙҙы әрәм итеп әллә ҡайҙағы Төркөстанға йөрөгәнсе, Нарыҫтауҙа ятҡан үҙ әүлиәләребеҙгә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа (с.г.ү.с.) үҙе тере саҡта беҙгә Ислами динен өйрәтергә ебәрелгән сәхәбәләргә һәм башҡа әүлиәләргә зыярат ҡылыр кәрәк.
Шуға күрә лә, хөрмәтле мосолман һәм мосолман динендә булмаған яҡташтарым, милләттәштәрем, һеҙҙең барығыҙҙың да хаталыҡ менән яңылышлыҡтарығыҙҙы Аллаһү Сүбэхәәнә Тәғәлә ғәфү итеп, хаҡ-дөрөҫ юлға баҫтырһын. Намаҙҙар уҡыу, сәждәлә булыу һәм ураҙалар тотоу бәхете бирһен. Яңылыш юлдан һәм яңылыш уйҙан, яңылыш ниәттән һаҡлаһын
Марс(Мансур) хажи Әлтәпов, Рәсәй Үҙәк Диниә назаратының , Учалы районы буйынса имам-мөхтәсибе.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-995-943-38-37.
P.S. Ситтән килеп, үҙҙәрен-үҙҙәре “әүлиә” тип атаған руханиҙар менән бик һаҡ булығыҙ, яҡташтар. Ундайҙар кәрәмәтсе булып ҡыланып баш бутай торған. Иман сафлығы менән бер рәттән, йәмәғәт именлегенә лә хәүеф булдырыуҙары ихтимал. Йәшерәһе-батыраһы юҡ инде, шайтан ҡотҡоһо менән эш иткән бәндәләр, экстремистик йә тоталитар идеологияның ағыулы орлоҡтарын сәскәндә “мосолман” битлеге кейеүҙән һис тә тартынмайҙар. Ә бәғзеләренең бар маҡсаты – алдашып, мутлашып аҡсағыҙҙы һыпырып алыу. Кәңәш кәрәк икән, һәр ултыраҡта тиерлек ысын муллалар, хаҡ мосолмандар бар бит!