Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар , 10:08

«Йөнтәҫ дуҫҡайым”

“Яйыҡ” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә иғлан иткән  йорт йәнлектәре фотоһүрәттәренең конкурсы йомғаҡланды.

«Йөнтәҫ дуҫҡайым”
«Йөнтәҫ дуҫҡайым”


#КонкурсЯйыҡ

#Учалыла

 

«Йөнтәҫ дуҫҡайым”

“Яйыҡ” гәзите Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә иғлан иткән  йорт йәнлектәре фотоһүрәттәренең конкурсы йомғаҡланды.

Шулай итеп:

1-се урын  - Миңнур Байғарина (33%, 357 тауыш).

2-се урын Камилла Кирәйева (31%, 341 тауыш).

Бындай форматта конкурстарҙы тәүләп үткәреп, әлегә тәжрибә етеңкерәмәү арҡаһында, ҡайһы-бер техник сәбәптәр пәйҙә булды,  шуға ла бер түгел, ике 3-сө урындарҙы билдәләргә булдыҡ!

3-сө урындар - Нәсип Ғәйнитдинов (17%, 179 тауыш) һәм  

Чулпан Фасхетдинова (15%, 166 тауыш).

Бүләктәр:

I урын – “Буратино” магазинына 2 мең һумлыҡ сертификат.
II урынға – үтек.
III урын – электр сәйнүктәре.

Приздарҙы эш көндәрендә, эш сәғәттәрендә Учалы мәғлүмәт үҙәгенә килеп алыуығыҙ һорала: Учалы ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 16-сы йорт. Белешмәләр алыу өсөн телефон – 6-06-92.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ!  “Яйыҡ” гәзите төркөмөнә яҙылыусылар һаны бик тос күләмдә артты.  Йәғни, туған телебеҙ интернет даирәләрендә  киңерәк таралды. Һәр телдең киләсәктә лә ҡалыу-ҡалмауы фәҡәт виртуаль даирәләрҙә хәл ителә. Юҡҡа ғына түгел, был башланғысыбыҙҙы Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы ла хупланы, барыһын да әүҙем ҡатнашырға өндәне.

 Киләсәктә үтәсәк конкурстарыбыҙҙа барыһын да ҡатнашырға өндәйбеҙ,  бындай бәйгеләрҙә еңелеүселәр юҡ – кем приз алыу-алмауына ҡарамаҫтан, туған, әсә, башҡорт телебеҙгә өҫтәмә һулыш бирелә!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: