Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте.
Ойоштороу эштәре йәһәтендә төп маҡсаты – комиссиялар булдырыу, Бөтә Донъя башҡорттары съезында билдәләнгән һәм район башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышында аныҡланған бурыстарҙы ғәмәли юҫыҡҡа күсереү.
Ошо комиссиялар һайланды: Фән, мәғариф, башҡорт телен өйрәнеү ( Зилә Шәрәфетдинова, Айгөл Абдуллина, Гөлдар Хакимова); Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары (Фәнис Кәримов, Алмир Мөхәмәтйәров, Илфат Янбаев); Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, биләмәләр менән эш итеү (Фәнүз Йәғәфәров, Рәфис Ғәлин, Зариф Ғарипов, Айҙар Заһиров); Спорт, һаулыҡ һаҡлау, демография, йәштәр менән эш (Артур Ғилметдинов, Илдар Исхаҡов, Александр Шумков, Әлиә Мәсәлимова); Ағинәйҙәр ойошмаһы - йәмәғәт ойошмалары менән эш итеү комиссияһы (Мәрзиә Солтанбаева, Зәһинә Байрамғолова, Таңсулпан Хисмәтуллина); Тарихи һәм мәҙәни мираҫ (Марс Камалов, Фәнүр Шаһиев, Рәүеф Шаһиев). Яңы подразделение - Рух һәм әхлаҡ комиссияһы булдырылды ( Салауат Рәсүлев, Алмас Рәхмәтуллин, Алик Зиннуров, Урал Шөғәйепов ). Хәйер, район ҡоролтайы ағзалары араһында дүрт абруйлы дин әһеле иҫәпләнә. Экстремизмға ҡаршы көрәш (шул иҫәптән иң мәкерлеһе - дин бителеге кейгәненә ҡаршы тороу), иман сафлығы һәм тәрбиә мәсьәләләре алғы планға сыҡҡан дәүерҙә был бик тә мөһим. Һәм һуңғыһы -Бүләкләү комиссияһы (үрҙә яҙылған комиссияларҙан берәр вәкил).
Фекер алышыу йәнле барҙы. Мәҫәлән, Әлиә Рәмил ҡыҙы Мәсәлимова махсус хәрби операцияға йәлеп ителгән һалдаттарға ярҙам ойоштороу менән ныҡлап шөғөлләнә ( гәзиттең киләһе һандарында тулыраҡ яҙырбыҙ), ҡоролтай исеменән гуманитар ылау ебәреү мөмкинлеге тураһында ла уйланырға саҡырҙы. Әлбиттә, айырым ылау тупланмаған осраҡта ла, ҡоролтай ағзалары ғына түгел, былай ҙа үҙен башҡортмон тигән бер башҡорт та ситтә ҡалмайҙыр дөйөм халыҡ эшенән. Яҡлаусыларыбыҙға булышлыҡ итергә ынтылыу ҡаныбыҙға һалынған...
Зилә Шәрәфетдинова “Урал-батыр” эпосының әһәмиәтен айырыуса билдәләне һәм рухи-тарихи хазинабыҙҙы яттан һөйләүсе уҡыусы балалар конкурстарында тосораҡ приздар булдырыуҙы хәстәрләргә өндәне. Эйе, ятлап алыу ҙа, тасуири итеп һөйләү ҙә берсә һәләт талап итә, берсә - ауыр, күләмле эш. Мотлаҡ рәүештә әүрәтерлек стимулдар ҙа булырға тейеш. Тик энтиузиазмға ғына ҡорола икән, иң яҡшы башланғыстар ҙа тора бара һүрелеүсән. Ә “Урал батыр”, ғилем теле менән әйткәндә – башҡорт халҡын халыҡ булараҡ әүәләгән һәм һаҡлап килән рухи парадигмабыҙ.
Фәнүр Шаһиев Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары буйынса ла, МХО буйынса ла теүәл мәғлүмәттәрҙе теркәй барырға, дөйөмләштерергә, буталсыҡ урындарҙы әленән аныҡларға саҡырҙы. Һәр ауылдың үҙ йылъяҙмасыһы булырға тейештер. Бөйөк һәм ҡанлы тарих биттәре тап әлеге мәл яҙыла бит....
-80 йыллыҡ юбилейҙы ҡаршылағанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында дөрөҫ мәғлүмәткә эйә булыу мәһим. Сөнки ветерандарға иғтибар Советтар Союзының һуңғы йылдарында ғына ныҡлап бирелә башланы. Шуның арҡаһында "Они вернулись с Победой" китабында һуғыштан тере ҡайтҡан ветерандарҙың яртыһы төшөп ҡалған.
Районыбыҙ буйынса шундай һандар: Учалы хәрби комиссариатынан һуғышҡа 13437 кеше китә, шуларҙың 6671-е яуҙа башын һала, ә 6766 кеше кире әйләнеп ҡайта. Юғиһә төрлө урында төрлөсә әйтелә. Учалы районында тыуып- үҫеп икенсе район йә ҡаланан һуғышҡа алынған яҡташтарҙың исемлеген дә төҙөргә кәрәк ине , - ти Фәнүр Шаһиев.
Шулай уҡ ҡоролтай ағзаларының бер ҡыҙыҡ инициативаһы тураһында бәйән итте: Әүеш мәсетенән алып автомайҙансыҡҡа табан ерҙе кәртәләп, әүлиә ҡәберенә, изге шишмәгә сәйәхәт ҡылған кешеләргә үҙҙәре менән килтергән ағас-ҡыуаҡ ултыртыу мөмкинлеге биреү. Ниндәй генә тарафтарҙан килмәйҙәр бит! Һәм үҙҙәре тураһында ошондай күркәм иҫтәлек ҡалдырырға теләүселәр байтаҡ, ти. Табличкаларға исем-шәрифтәрен яҙасаҡтар. Башта бәләкәйерәк майҙан ҡоршала ла, артабан да киңәйтеүгә майҙан етә икән. Аллаһ бойоһа, тоташ дендропарк пәйҙә буласаҡ. Берәй заман самшит йә кедрҙар ҡалҡып сыҡһа, һис тә аптырайһы түгел. Кәртәгә материалды, һәр ваҡыттағыса, Мозафар Ҡадиров бирәсәк, ҡоролтай ағзалары өмәләргә сығырға йыйына. Быйыл Әүеш күле ярҙарын таҙартыу буйынса өмә үткәргәндәр ине, хәҙер йылына ике тапҡыр даими йыйыласаҡтар. Бынан тыш Фәнүр Фәнит улы балалар өсөн айырым һабантуй, МХО ветерандары өсөн “Яугир уйындары” ойошторорға тәҡдим итте.
Ә район Советы секретары Зариф Ғарипов түбәндәге фекерҙә:
-Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында аныҡ ҡарарға килдек бит – бөтә көс МХО-ла еңеүгә йүнәлтерергә тейеш. Һәр кем үҙ урынында, вазифаһына һәм хәленә ҡарап, үҙ өлөшөн индерерә. Ҡоролтай ағзалары былай ҙа күп көс һала. Шул уҡ район ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров эшҡыуар булараҡ та, фронтта талап ителгән нисәмә кубометр таҡта-фәлән ебәреүе мәғлүм. Эйе, бар уйҙарыбыҙ яу ҡырындағы уландарыбыҙ менән, шуға ла районда саманан тыш ҙур, башлыса кәйеф-сафа ҡороуға йүнәлтелгән байрамдарҙы үткәреүҙе кисектерергә үҙем был ултырышта өндәнем. Шул уҡ ваҡытта ҡәҙимге йәмәғәт тормошо тураһында оноторға кәрәкмәҫ (һалдаттар тап беҙ тыныс йәшәй алһын өсөн ҡан түгә бит). Мәҫәлән, Әүеш буйында дендропарк булдырыуҙа ҡоролтай ҡалғандарға миҫал булыу тәҡдимен ике ҡуллап хуплайым. Һынылыш дәүерҙәрендә лә тотороҡлоҡ ҡәлғәләре булып ҡалған ғаиләләр беҙҙә етерлек, уларҙың өлгөлөрен киңерәк пропагандалау зарур. Һәр халыҡтың, шул иҫәптән башҡорттарҙың киләсәге үрсемгә, ғаиләләр ныҡлығына, йәштәрҙең күберәк никахлашыуына тура бәйле, тимәк, стратегия тәңгәлендә был төп йүнәлештәрҙең береһе. Хыялдарға бирелгәндә, район һабантуйҙарында башҡа ҡаҙаныштарынан да алда, ауыл ултыраҡтары өлгөлө, күп балалы ғаиләләр менән парад-күргәҙмәләр үткәреү маҡсатҡа ярашлылыр. Шулай уҡ халыҡҡа тейешенсә, күңел биреп һәм сифатлы хеҙмәт иткән, биләмәләрен йыйнаҡ тотҡан бюджет учреждениелары, шул уҡ клуб йә балалар баҡсалары араһында конкурстар ойоштороу теләге лә бар. Эшеңде күрә белһәләр, дәрт өҫтәлә генә бит ул!
Ултырышта күп һорауҙар күтәрелде. Дөйөмләштереп, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының девизын ҡабатлайбыҙ, иң көнүҙәк бурыс тап шул – “Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ”.