Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
5 Февраль 2025, 07:45

Башҡортостанда күренекле совет эшмәкәре Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды

 Баймаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күренекле дәүләт эшмәкәре, 1962-1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Министрҙар советы рәйесе Зекериә Аҡназаровҡа бюст асыу тантанаһында ҡатнашты.

Башҡортостанда күренекле совет эшмәкәре Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылдыБашҡортостанда күренекле совет эшмәкәре Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды
Башҡортостанда күренекле совет эшмәкәре Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды

4 февралдә Баймаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күренекле дәүләт эшмәкәре, 1962-1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Министрҙар советы рәйесе Зекериә Аҡназаровҡа бюст асыу тантанаһында ҡатнашты.

«Бөгөн Баймаҡ районы, ғөмүмән, тотош республикабыҙ өсөн иҫтәлекле көн. Беҙ сағыу шәхес, Башҡортостандың һоҡланғыс улы Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровты хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Ул бик күркәм яҙмышлы кеше булды. Сирек быуат тиерлек Башҡорт АССР-ының Министрҙар советына етәкселек итте. Был осор республикабыҙҙың Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы, сәнәғәт төбәге булараҡ формалашыуының иң ҡатмарлы йылдарына тура килде. Был ваҡытта ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк ине, етәкселек һәләте, гражданлыҡ, кешелекле ҡаһарманлыҡ талап ителде. Колледж етәкселегенә уҡыу йортона Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы исемен биреү инициативаһы өсөн рәхмәт белдерәм.  

Ошондай арҙаҡлы шәхестәр тураһында хәтерҙе һаҡлау бик мөһим. Уларҙың нисек йәшәгәнен белеү беҙҙе көслөрәк итә, йәштәребеҙҙе рухландыра.

Был бюст авторҙарына, Зәкәриә Шәрәфетдин улының туғандарына, яҡындарына һәм улдарына был идеяны хуплауҙары өсөн рәхмәтлемен. Барығыҙҙы ла ошо ваҡиға менән ҡотлайым!Рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

Дәүләт эшмәкәренең улы Фәнил Аҡназаров атаһы Зәкәриә Шәрәфетдин улына ҡуйылған бюст өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-04/v-bashkirii-otkryli-byust-vidnomu-sovetskomu-deyatelyu-zekerii-aknazarovu-4096149

Башҡортостанда күренекле совет эшмәкәре Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды
Башҡортостанда күренекле совет эшмәкәре Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды
Башҡортостанда күренекле совет эшмәкәре Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды
Автор:Алия Даутова
Читайте нас