Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
5 Февраль 2025, 07:40

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы

Социаль объект урынлашҡан бина авария хәлендә ине. 2020 йылда республика етәксеһенең Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Урғаҙа ауылы халҡы яңы үҙәк төҙөү мәсьәләһен күтәргәйне, һәм 2022 йылда социаль-мәҙәни үҙәккә нигеҙ һалынды.

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланыБаймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы

Социаль объект урынлашҡан бина авария хәлендә ине. 2020 йылда республика етәксеһенең Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Урғаҙа ауылы халҡы яңы үҙәк төҙөү мәсьәләһен күтәргәйне, һәм 2022 йылда социаль-мәҙәни үҙәккә нигеҙ һалынды.

2024 йылдың декабрендә төҙөүселәр төп монтаж һәм эске биҙәлеш эштәрен тамамланы, бинаны кәрәкле ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырҙы.

Төбәк етәксеһе ауыл халҡын мөһим ваҡиға менән тәбрик итте һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Яңы объекттың асылыуын оҙаҡ көтөүегеҙҙе, беҙгә төҙөлөштө тиҙерәк тамамларға этәргес биреүегеҙҙе беләм. Минеңсә, ҙур, яҡшы, бик кәрәкле социаль-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килде. Бында өлкәндәр өсөн дә, йәштәр өсөн дә урын һәм ваҡыт етерлек буласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Мин балаларыбыҙҙың бында өҫтәмә дәрестәргә йөрөүен, мәктәптән тыш белем алыуын бик теләр инем. Ә өлкән быуын өсөн ял итеү, концерттар ҡарау мөмкинлеге булһын. Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова менән театрҙарыбыҙҙан спектаклдәр һәм концерттар менән килеүҙәрен һорау тураһында килештек. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ тораҡ пункттың социаль инфраструктураһын артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне.

– Һеҙҙең өсөн бик мөһим булған объекттарҙы – социаль-мәҙәни үҙәкте, участка дауаханаһын – сафҡа индерҙек, тип уйлайым. Ауылды үҫтереү буйынса үтәлергә тейешле тағы ла бер нисә бурыс бар, шул иҫәптән һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен төҙөү, – тине Радий Хәбиров.

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы
Автор:Алия Даутова
Читайте нас