“Яйыҡ” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә йорт йәнлектәре фотоһүрәттәренең конкурсы еүеүселәре менән яҡындан таныштырайыҡ.
Көрәш шул тиклем көсөргәнешле барыр тип үҙебеҙ ҙә көтмәгәйнек! Еңеүселәр жюри түгел, махсус ҡушымталағы “лайк”, йәғни халыҡтың хуплауы буйынса билдәләнде.
1-се урын - Миңнур Байғарина (33%, 357 тауыш). Бик тә хаҡлы еңде тигән фекерҙәбеҙ, билдәле шағирә булараҡ, һоҡландырғыс фото аҫтына нәфис текст яҙа ул.
“Ғинуар баштарында ошо игеҙәк бәрәстәрҙең инәһе ҡапыл ғына үлеп китте. Һөт имеп кенә йөрөгән бәрәстәр башҡа аҙыҡты ҡабул итмәй бит инде. Имеҙлеккә өйрәтеп алыуы ла бер бәлә. Тырыша торғас, ейәнебеҙ Искәндәр һәм Адель ейәнсәребеҙҙең ярҙамы менән шешәнән һөт имергә өйрәттек шулай ҙа! Әсәләрен юғалтҡас, бирешеп киткән бәрәстәр, хәҙер теремекләнеп, балаларҙы күреп ҡалһалар, арттарынан бер тотам ҡалмай, уйнаҡлап йөрөйҙәр.
Кескәй генә бәрәстәр,
Игеҙәк бәләкәстәр,
Һөт һорайҙар, күренһәк,
Баҫтыралар, йүгерһәк! -
тейҙәр Адель менән Искәндәр”.
Үҙҙәре тураһында ентекләберәк яҙыуҙы үтенгәс, Миңнур Хәлфетдин ҡыҙы түбәндәгеләрҙе лә хәбәр итте:
“Беҙ "Башҡортостандың иң матур ауылы" (2019 йылда ошо исемгә лайыҡ булдыҡ) Наурыҙҙа тормош иптәшем Дамир Фрунзе улы менән донъя көтәбеҙ.Ҡыҙыбыҙ Альбина ғаиләһе менән Яҡутстанда йәшәй, Нәршәт кейәүебеҙ менән Нурия һәм Сафия исемле матур ҡыҙҙар үҫтерәләр. Өфө ҡалаһында төпләнгән улыбыҙ Айнур менән Гөлсинә киленебеҙҙең ғаиләһендә Адель ейәнсәребеҙ һәм Искәндәр ейәнебеҙ үҫеп килә. Ейәндәребеҙ барыһы ла мал йәнле, матур күңелле, илгәҙәк балалар. Нурия менән Сафия йәйге ял ваҡытында бәләкәй генә бесәй балаһы алып ҡайтып, беҙгә тәрбиәгә ҡалдырып киттеләр. Ундай яуаплылыҡты иңебеҙгә алырға артыҡ ихласлыҡ күрһәтмәһәк тә, яратҡан ейәнсәрҙәребеҙҙең һүҙен йыға алманыҡ шул. Барсиктары хәҙер ҙурайҙы, ҡыҙҙар иһә, шылтыратып, бесәйҙәренең хәлен белешеп кенә торалар.
Ә Адель менән Искәндәргә килгәндә, улар ауылға йышыраҡ ҡайта һәм мал-тыуар, ҡош-ҡорт,ҡыҫҡаһы, йорт-ҡура тирәһендәге бөтә йән эйәһе менән аралашыу мөмкинлектәре лә күберәк.Ҡышҡы каникул ваҡытында олаталарына мал ҡарашып, ошо инәһеҙ ҡалған бәрәстәрҙе тәрбиәләшеп киттеләр. Хәҙер беренсе класта уҡып йөрөгән апаһының каникулдары еткәнен түҙемһеҙлек менән көтә Искәндәр. Ул үҙе әлегә балалар баҡсаһына йөрөй, футбол, джиу-джитсу секцияларында ихлас шөғөлләнә. Апаһына эйәреп, уҡырға ла өйрәнгән ул! Искәндәр иҫ киткес асыҡ күңелле, ихлас бала, хис-тойғолары эсенә һыймай, ташып, түгелеп бара! Ул ана шул бәрәстәрҙе лә күтәреп-күтәреп, яратып ала. Был конкурста еңелергә тура килһә, иң ауыр кисергән кеше лә шул малай булыр ине, тип уйлайым. Бөтәбеҙҙең дә ҡыуанысына, еңдек! Бик шатбыҙ! Ойоштороусыларға, беҙҙең өсөн тауыш биргәндәргә, дуҫтарға, туғандарға ҙур рәхмәт!”
2-се урын - Камила Кирәйева, (31%, 341 тауыш). Ҡойроҡло иптәше менән ошолай таныштырҙы: “Был минең тоғро дуҫым, яратҡан бесәйем Симба. Ул кескәй сағынан беҙҙең менән йәшәй, күптән ғаилә ағзабыҙға әйләнгән. Беҙ өйҙә булмаһаҡ, юҡһына, шуға ла яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Йәйгеһен беҙҙең менән урманға сәйәхәткә, еләккә йөрөй. Еләк ашарға ярата. Кистәрен бергәләшеп дәрес әҙерләйбеҙ, минең дәрес әҙерләп бөткәнемде ҡамасауламай, шым ғына көтә, ә һуңынан рәхәтләнеп уйнайбыҙ. Мин бесәйемде бик ныҡ яратам”.
Ғаиләнең тулы составы менән дә таныштырайыҡ: Камиланың атаһы – экскаваторсы, вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, әсәһе – Учалы ауылы “Ғаилә үҙәге” хеҙмәткәре, ағаһы Арсен - тау сәнәғәте колледжы студенты. Конкурсантҡа үҙе иһә Учалы ҡалаһының 3-сө лицейында 5-се класта уҡый. Биология менән айырыуса мауыға икән. Спорт менән ныҡлап шөғөлләнә, яңыраҡ Сибайҙа “Ҡыҙғылт һары туп” ярышында баскетбол буйынса беренсе урын алып ҡайтҡандар.
Камиланы йәнлектәр ныҡ ҡыҙыҡһындыра, йәйге каникулдарҙы Һәйтәк ауылында өләсәһендә үткәрергә ынтыла, унда иһә ҡош-ҡорт етерлек, айырыуса себештәр менән булырға ярата. Ҡала ҡыҙымын тип ҡарап тормайынса, еләк йыйырға ныҡ әүәҫ, заман балаһы булараҡ, һатыуға сығарып аҡса эшләүҙән дә һис тартынмай, ти.
Күҙ теймәһен, бик тә камил булып үҫеп килә Камила. Ҡул эштәренә лә, аш-һыу бешереүгә лә теләп тотона.
3-сө урындар иһә берәү түгел, икәү.
Нәсип Ғәйнитдинов (17%, 179 тауыш). Конкурста ошолай итеп йорт йәнлеге менән таныштырҙы:“Беҙҙең бесәй ишекте үҙе асып инә. Беҙ бер нисә тапҡыр ҡайҙалыр киткән инек, бесәй тышта ҡалған. Үҙе ишекте асып ингән. Беҙ килеүгә өй һыуык, ә үҙе рәхәтләнеп диванда ята. Йылан менән һуғышырға лә ярата!” (Ысын йыландарға һунар итергә ғәҙәтләнгән, ти!)
Нәсип Зәйнетдин улы 1961 йыл Рафиҡ ауылында тыуған, әле Миндәктә йәшәй. Ғүмере буйына Миндәктә, Себерҙә шахтер булып тир түгә. Почтальон булып хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан Венера Ишбулат ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыралар. Нәсип Зәйнетдин улы заманында йылҡы ла тотҡан, хәҙер һыйыр малы, ҡош-ҡорт менән сикләнәләр. Иң ҡыҙығы – йәшерәк саҡта ғаилә башлығы бесәйҙәрҙе өнәп еткермәгән икән, ә бына Дымок менән әле йән дуҫҡа әйләнгәндәр. Сәбәбе Нәсип ағайҙың ҡомарына ла бәйлелер, буш ваҡытта балыҡ ҡармаҡларға ярата ул. Һәм был шөғөлөн иң ныҡ хуплаусы йән, бәләкәй генә балыҡты ла шул тиклем шатланып ҡабул итеүсе – тап ошо бесәй.
Чулпан Фәсхетдинова (15%, 166 тауыш). Конкурсҡа ханым ҡыҫҡаса ғына яҙа: “Беҙҙең дуҫыбыҙ Симба. Уға 1,5 йәш. Ул бик шаян, наҙлы, аҡыллы. Беҙ уны бик яратабыҙ”. Осрашып төпсөнә башлағас Симба тураһында ихлас һөйләне. Абиссиния тоҡомло икән (донъяла иң бороңғоларҙан иҫәпләнә), Стәрлетамаҡтан алып ҡайтҡандар. Холҡо бик әйбәт, яғымлы һәм аҡыллы, ти, бәҙрәфкә унитазға йөрөргә үҙе өйрәнергә аҡылы еткән. Нәзәкәтлерәк яғы ла бар – тауыҡ итен генә ярата, ә урамға сығғанда үҙе ниндәйҙер үләндәр һайлап һыйлана. “Балаларыбыҙ ҙурайғас, бесәй менен үҙебеҙ мәж киләбеҙ инде, үҙебеҙгә ҡарағанда ла аҡсаны уға күберәк тотабыҙ буғай!” – тип көлә Чулпан Дамир ҡыҙы. Собханаллаһ, күҙ теймәһен, шундай йәш күренгән ҡатындың улына – 14, ҡыҙына -30 йәш тип һис тә уйларлыҡ түгел! Ә бит эшләүен дә ҡатмарлы һәм яуаплы эштә – Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында электр ҡорамалдары менән булыша.
Еңеүселәргә лә, әлегә далан йылмайып етеңкерәмәгән башҡа бөтә конкурсанттарға ла ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Еңелеүселәр булманы был бәйгелә, сөнки төп бурысыбыҙ – туған телебеҙҙе интернет даирәләрендә мөмкин тиклем йышыраҡ ҡулланыу. Һәр телдең киләсәктә ҡалыу-ҡалмауы фәҡәт виртуаль даирәләрҙә хәл ителеүе сер түгел. Юҡҡа ғына түгел, был башланғысыбыҙҙы Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы ла хупланы, барыһын да әүҙем ҡатнашырға өндәне.
“Яйыҡ” гәзите төркөмөнә яҙылыусылар һаны бик тос күләмдә артты. Йәғни, туған телебеҙ интернет даирәләрендә киңерәк таралды, был – беҙҙең уртаҡ еңеү.