Ошо көндәрҙә Ҡолош мәҙәниәт йортонда “Беҙҙе ваҡыт hайланы” исемле кисә үтте. Был осрашыуға махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайткан егеттәр, уларҙың ғаиләләре, атай-әсәләре hәм туғандары саҡырылды.
Сараны асып Ураҙ ауылы хакимиәте башлығы Жәлил Солтанов егеттәргә рәхмәт белдерҙе, hуғыштар тиҙерәк бөтөүен hәм яугирҙарҙың hау-сәләмәт ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Районыбыҙҙың “Атайҙар ҡоро” етәксеhе hәм “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәр төркөмө координаторы Шамил Фазылов та егеттәргә ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп, ярҙам итеү артабан да дауам итәсәген белдерҙе.
Беҙ, “Ғаилә” үҙәге белгестәре Лиана Алтынхужина hәм Әминә Фәхритдинова ла, ошо осрашыуҙа ҡатнаштыҡ. Яугирҙарҙы hәм уларҙың ғаилә ағзаларын борсоған hорауҙар буйынса консультациялар бирҙек. Шуны билдәләп үтеү урынлы булыр – өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға оҙатылғандан башлап, хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә түләүҙәр, ташламалар һ.б. мәсьәләләр буйынса “Ҡыҙыу линия” эшләй, унда теге йәки был һорауҙар буйынса яуаптар алырға була.
Осрашыу барышында “Хәтирә” төркөмө, мәктәп укыусылары йыр, шиғыр, бейеү менән сығыш яhанылар. Был вакытта егеттәрҙең йөҙҙәрендә ҡыуаныс та, бер аҙ моңhоулыҡ та сағыла ине...
Осрашыу бергәләп өҫтәл артында сәй эсеү менән тамамланды. Яу яланында йөрөгән егеттәргә рәхмәттәр әйтеп, hуғыш тиҙерәк бөтөүен, һалдаттарҙың иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләнек.
Шулай уҡ Ҡолош мәҙәниәт йорто мөдире Римма Сәғит ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Лиана АЛТЫНХУЖИНА,
“Ғаилә” үҙәге белгесе.