Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
6 Февраль 2025, 05:15

Һәр аҙымыңды үлсәп баҫ

Кешене көн һайын, аҙым һайын хәүеф-хәтәр һағалай. Балаларҙы элек атай-әсәйҙәр: "Эт тешләмәһен, машинанан тапалып ҡуйма, яуыз әҙәмдәргә тарыма",- тип иҫкәртеп кенә тора тине. Был хәүефтәргә бөгөн тағы ла хәтәрерәктәре өҫтәлде: махсус хәрби операция башланғандан алып дошман тылда диверсия һәм террористик эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Интернет яман эштәргә саҡырыусылар менән тулды. Улар илебеҙҙәге хәлде тотороҡ­һоҙландырыу һәм Рәсәй дәүләт­селеген тарҡатыу маҡсатында төрлө ысулдар  файҙалана.

Һәр аҙымыңды үлсәп баҫҺәр аҙымыңды үлсәп баҫ
Һәр аҙымыңды үлсәп баҫ

 

 

Һәм йыш ҡына енәйәтселәр үҙҙәренең ҡара эштәрен башҡарыу өсөн иң яҡланмаған һәм көсһөҙҙәрҙе - бәлиғ булмағандарҙы һайлай. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығының Учалы ҡалаһындағы бүлексә начальнигы Денис Вәлитов балаларҙы  провокаторҙарҙан һәм енәйәттәр ҡылыуҙан  һаҡланыу сараларын бәйән итте.

Йәш граждандарҙы экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү өсөн енәйәтселәр социаль селтәрҙәргә һәм мессенджерҙарға таяна. Интернет селтәре провокаторҙарға үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтте еңел йыйырға һәм шәхси биттәрен анализларға мөмкинлек бирә. Улар айырыуса үҙенең сәйәси, дини һәм башҡа ҡараштарын әүҙем белдергән, әммә аныҡ ҡына позицияһы булмағандарҙы һайлай. 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе өлкәндәргә ҡарағанда терроризмға йәлеп итеү  күпкә еңелерәк

Мәҫәлән, тыйылған «Рәсәй Азатлығы Легионы» төркөмө ағзалары мессенджерҙар аша мәктәп, колледж һәм университет студенттарын йәлеп итергә тырыша, уларға «еңел» аҡсаға аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ғәҙәттә улар буш шешәне алырға, уны бензин менән тултырырға, фитиль ҡуйып яндырырға һәм хәрби комиссариат тәҙрәһенә ташларға ҡуша. Шулай уҡ тимер юл релей шкафтарын асып яндырырға ла тәҡдим итәләр. Был ғәмәлдәрҙе башҡарған өсөн 15 меңдән 30 мең һумға тиклем аҡса вәғәҙәләйҙәр.

-Шуны иҫтә тотоу мөһим: диверсия өсөн, РФ енәйәт кодексының 281-се статьяһына ярашлы, 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Бынан тыш, терроризм акттары өсөн 15 йылдан 20 йылға тиклем төрмәгә ултыртырға мөмкин (205-се статья). Енәйәт яуаплылығы 16 йәше тулғанда, ауыр енәйәттәр өсөн 14 йәштән башлана. Бәлиғ булмағандар килтергән зыян өсөн уның ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре яуаплы, - тине Денис Вәлитов.

 

"Еңел аҡса" эшләйем тип үҫмерҙәрҙең башы бутала ла инде. Бөгөнгө көндә социаль селтәрҙәрҙә уңышлы блогер булып байырға мөмкин тигән фекер киң таралған. Пост яҙып, видео төшөрөп кенә йәнәһе миллиондар эшләргә була.  Бының өсөн, әлбиттә, һинең блогыңа яҙылыусылар ҙа күп булырға тейеш.  Шул мәлдә көнө-төнө интернет селтәрендә ҡорбандарын аулаусы провокаторҙар килеп сығып ҡармаҡ ырғыта башлай, популярлыҡ яуларға ярҙам итергә вәғәҙәләй. "Аудиторияны йәлеп итеү" ысулдарын ебәрә башлайҙар. Мәҫәлән, оло йәштәге кешене туҡмарға, мәктәпкә бомба һалыу, мина ҡуйыу  тураһында белдерергә, Мәңгелек утты һүндерергә йәки геройҙарҙың һәйкәлдәрен “мыҫҡылларға” һ.б. Шул уҡ ваҡытта енәйәтселәр балаларға бының өсөн бер нәмә лә булмаясағын тылҡый.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр ошо рәүешле “күңел асыуҙарҙың”етди енәйәт эҙемтәләренә һәм төрмәгә килтереү мөмкинлеген аңламай.

Балаларҙы ошондай зарарлы йоғонтонан һаҡларға ярҙам итеүсе бер нисә тәҡдимде иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Ата-әсәләргә: балаларға һәм үҫмерҙәргә интернет селтәрендәге хәүефтәр тураһында алдан хәбәр итеү; баланы социаль селтәрҙәрҙәге шикле тәҡдимдәргә һәм хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә өйрәтеү; баланың кем менән яҙышыуын һорау йәки белдермәй генә тикшереү; баланың тәртибенә һәм яңы ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибар итеү; баланың "челленджи" тип аталған, һаулыҡ өсөн хәүефле ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә алған заданиеларҙы үтәүенә иғтибар итеү; баланың дуҫтары һәм класташтары, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре менән бәйләнеш булдырыу мөһим.
Ә үҫмерҙәр ниндәй ҙә булһа шикле тәҡдим һәм яңы таныштар тураһында ата-әсәгә, педагогтарға, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә тейеш.

Нурия ШӘРИПОВА.

Һәр аҙымыңды үлсәп баҫ
Һәр аҙымыңды үлсәп баҫ
Автор:Алия Даутова
Читайте нас