Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
7 Февраль 2025, 13:40

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Белоруссия Премьер-министры Роман Головч

7 февралдә Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән эшлекле осрашыуы үтте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Белоруссия Премьер-министры Роман ГоловчБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Белоруссия Премьер-министры Роман Головч
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Белоруссия Премьер-министры Роман Головч

7 февралдә Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән эшлекле осрашыуы үтте. Көн тәртибенә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса «юл картаһы» саралары үтәлеше мәсьәләләре ҡуйылды.

Белоруссияның Премьер-министры һөҙөмтәле үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ынтылышы өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

– 2024 йылға йомғаҡ яһап, сауҙала баланс һаҡланыуын билдәләргә мөмкин – был хеҙмәттәшлектең иң мөһим күрһәткестәренең береһе. Беҙ бер-беребеҙҙе уңышлы тулыландырыусы өлкәләр таптыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Роман Головченко. – Мөнәсәбәттәр ярайһы уҡ йылдам үҫешә, яңы проекттар барлыҡҡа килә. Тәү сиратта был сәнәғәт хеҙмәттәшлеге, Башҡортостанда ла, Белоруссияла ла бик үҫешкән сәнәғәт секторын иҫәпкә алып, етештереү кооперацияһы өлкәһендә үҙ-ара эш итеү.

Роман Головченко «Горожанин» маркалы тәпәш иҙәнле троллейбустар етештереү буйынса Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус заводының берлектәге проектын үҫтереүҙең яҡшы темптарын билдәләне. Шулай уҡ Өфөнөң трамвай паркын яңыртыу маҡсатында «Белкоммунмаш» заводы менән яңы проект ойошторорға тәҡдим итте.

Радий Хәбиров Белоруссия Премьер-министрының берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуын юғары баһаланы.

– Берлектәге эш һөҙөмтәһендә өлгәшелгәндәрҙән иң мөһиме – бизнесҡа, элек белорус партнёрҙары менән эшләү өсөн тышҡы иҡтисади баҙарға нисек сығырға белмәгән эшҡыуарҙарға юл астыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта бергәләп бер нисә флагман проектын алып барабыҙ, улар нисек хеҙмәттәшлек итергә кәрәклеккә миҫал булып тора. Был етди ниәттәр менән эш итеүсе ҙур көслө компаниялар – «АМКОДОР», «1АК-GROUP».

Машиналар эшләү менән бәйле инвестиция проекттарынан тыш, яҡтар туризм өлкәһендә артабанғы хеҙмәттәшлекте лә тикшерҙе.

– Беҙ Беларусь Респубикаһын Башҡортостан туристары өсөн сағыу, үҙенсәлекле, ҡунаҡсыл төбәк булараҡ ҡарайбыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проектын дауам итәсәкбеҙ һәм быйыл уға «Мәктәп туризмы» программаһын өҫтәйбеҙ. Шулай итеп, балалар өсөн дә Белоруссияға турҙар ойошторабыҙ.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас