Һомғол буйлы, хәрбиҙәрсә ыҫпай, йыйнаҡ, етди ҡарашлы егет менән Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан сағында осраштыҡ. Хәҙерге заман йәштәренең бәғзеләренә ҡарата ҡайһы саҡта өлкәндәр тарафынан тәнҡит һүҙҙәре яңғыраһа ла, битарафтар менән бер рәттән өлгө алырлыҡ, ғорурланырлыҡ, илебеҙ киләсәген ышанып тапшырырлыҡ ир-егеттәр барлығын күреп, нисек ысын күңелдән шатланмайһың! Жуков, “Хәрби батырлыҡ”, “Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусыға” миҙалдары ,”Тыныслыҡ күгәрсене” тыныслыҡ һаҡлау операцияһында ҡатнашыусыға”, ”Хәрби разведкаға – 100 йыл” иҫтәлекле миҙалдары менән наградланған кесе лейтенант Азат Илшат улы Миңлеғәлиев 30 йәшлек ғүмерендә романдар яҙырлыҡ тормош юлы үткән.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡын кешеңә әүерелгән, эс серҙәре, уй-кисерештәре менән ихлас уртаҡлашҡан һалдатты үҙ туғаныңдай яҡын күрә башлауың да ғәжәп түгел. Беҙҙе ят итеп, үҙ биләмәһенә индерергә теләмәй ауыл урамын яңғыратып, ярһып өрә-өрә ҡаршылаған “Альма”ның да “погонһыҙ һалдат” икәнен, алғы һыҙыҡта хужаһы менән хәрби бурыстарҙы үтәгәнен, ә хәҙер тыныс тормошта өй һаҡсыһы булып хеҙмәт иткәнен белдек.
– Һүҙҙе һинең тоғро дуҫыңдан башламай булмай инде, Азат. Миналар шартлаған, ракеталар осҡан ут өйөрмәһенә овчарка алып барыу уйы ҡайҙан башыңа килде?
– Бәләкәйҙән йорт хайуандарын яратып үҫтем. Өфөлә ҡатыным менән өйләнешеп йәшәй башлағас та көсөк алмаҡсы булғайным, Элиза “ҡала фатирында эт тотоп, йонсотасаҡһың ғына бит хайуанды”, тип ҡаршы төштө. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән блиндажға эт алғым килде. Был йән эйәһенән дә һине яҡшы аңлаған, һүҙһеҙ генә ауыр хәлеңде уртаҡлашҡан, борсолоу, юҡһыныу тойғоларын таратҡан бер кем юҡтыр.
Окоп шарттарында йәшәгән кешеләрҙең депрессияға бирелеүе ғәжәп түгел, ә эттәр – антистресс, тоғро йән эйәһенең ҡойроғон болғап, эргәңдән үтеп китеүе йәиһә башын терәп шым ғына килеп ятыуы, күҙҙәрен текләп, нимәлер һиңә әйтергә теләүе күңелдәге ауыр уйҙарҙан арындыра. Шуға күрә 2023 йылдың май айында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанымда Өфөнөң Зубов биҫтәһенә иғлан буйынса эҙләп барып, немец тоҡомло овчарка һатып алдым. Көсөктәрҙең ҡайһыһын һайларға тип торғанда, уларҙың үтә ябыҡ ҡынаһы үҙе яныма килде. Шуныһын йәлләп алдым да инде. Хәҙер “Альма”ны танырлыҡ та түгел, күрәһегеҙ, ниндәй күрмәлекле бурҙай!
Хеҙмәттәштәрем дә взводтың бер “һалдат”ҡа тулыланыуын күреп һөйөндө. Тәүҙә бәләкәй генә сағында бронежилеттың тоҡтай ҙур кеҫәһенә һалып та йөрөттөм. Беҙҙең менән бергә блиндажда йәшәне, һәр беребеҙҙе таныны, юҡҡа өрөп бимазаламаны. 16 блиндажды бергә тоташтырған ер аҫты “батшалығын” һаҡланы. 400 метрға һуҙылған оборона һыҙығын себен дә үтмәҫлек итеп һаҡлау, өс метр тәрәнлегендәге блиндаждарҙа дежурлыҡ итеүҙе лә бергә башҡарҙыҡ. “Альма”ны Донецкиҙа үҙенә алырға теләүселәр булһа ла, тоғро дуҫтан айырылғым килмәне, Башҡортостанға ҡайтарырға булдым.
– Хәрби хеҙмәткә тартылыу, дисциплина, илһөйәрлек тойғоһо ябай ауыл малайында ҡайҙан тамыр алыуын белге килә...
– Бәләкәйҙән хәрби кеше булыу тойғоһо миндә көслө булды. Ошо темаға арналған мауыҡтырғыс кино, мкитаптар, мәктәп йоғонтоһо, тыуған яҡҡа һөйөү тойғоһо, атай-әсәй тәрбиәһенең шауҡымы тәьҫир иткәндер, моғайын. Мин 13 йәштән хәрби хеҙмәттә. 6-сы кластан Ишембайҙағы кадеттар корпусында уҡыу характерымды сыныҡтырҙы. Ундағы көндәлек ҡәтғи тормош, үҙаллылыҡ, һәр минутыңды планлаштырырға өйрәнеү шәхес булараҡ формалашырға ярҙам итте. Махсус хәрби операцияла “Кадет” позывнойын алыуым да юҡҡа түгел.
Алыҫ Көнсығыш юғары хәрби команда учиищеһына уҡырға инергә теләһәм дә, төрлө сәбәптәр арҡаһында маҡсатыма ирешә алмауым үкенескә ҡалды. 2013 йылда хәрби хеҙмәткә алындым һәм дембелдән һуң контракт төҙөп, Тоцк-2 хәрби часында хеҙмәт итергә ҡалдым. 2018-2019 йылдарҙа Сүриәлә командировкала булдым. Беҙ унда объекттарҙы һаҡланыҡ, хәрби конфликттарҙы хәл иттек. Батальонды бөтә ил буйлап тараттылар, һәр төркөмдөң үҙ бурысы, үҙ тәғәйенләнеше. Бындағы хеҙмәт хәрби, сәйәси мәсьәләләр өлкәһендә тәжрибә туплауҙа өр-яңы мәктәп булды.
–Тормошоңда ҡырҡа боролош яһарға мәжбүр иткән бәхетле миҙгелдәрҙе лә хәтергә төшөрәйек...
– Сүриәнән ҡайтҡандан һуң, 2019 йылдың майында ғүмер ағышын көтмәгәндә кинәт үҙгәрткән күңелле ваҡиғалар етерлек булды – Прибельский кафеһында Яңы Ҡыйышҡы ҡыҙы Элиза менән танышыу тормошомдо яңы сағыу буяуҙарға байытты. Ул “Меги” медицина ойошмаһында шәфҡәт туташы булып эшләй ине. Мин баш ҡалала тәүҙә клиенттарға автомобилдәр һайлап алып биреү менән шөғөлләндем, аҙаҡ “Башцемент” йәмғиәтендә оператор булып эшләнем, ҙур төҙөлөштәр өсөн сифатлы продукция етештерҙек. 2022 йылдың авгусында Элиза менән ЗАГСта никахлаштыҡ...
– Тик бер айҙан һуң йәнә айырылышырға тура киләсәген күҙ алдына ла килтермәгәнһегеҙҙер, моғайын.
– 2022 йылдың 25 сентябрендә махсус хәрби операцияға мобилизацияланыу көтөлмәгән хәл булманы, сөнки Сүриәлә бергә хеҙмәт иткән, зәйтүн төҫөндәге береттар кейеү хоҡуғына эйә иптәштәрем алғы һыҙыҡта ине инде. (Һары-йәшел береттар Росгвардия хәрби формаһының бер өлөшө, был ғәскәрҙәр Рәсәйҙең эске һәм йәмәғәт дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлек менән шөғөлләнә). Ҡазанда хәрби әҙерлек үткәндән һуң разведка ғәскәрҙәрендә взвод командиры урынбаҫары, аҙаҡ взвод командиры вазифаһында хеҙмәт иттем. Луганск йүнәлешендә Кременная һәм Серебряное лесничество эргәһендәге позицияларҙы һаҡланыҡ. Бик ҡаты бәрелештәр барғанын мөһабәт ағас олондарына ҡаҙалған миналар, боеприпастар ярсыҡтарынан белергә лә мөмкин. Позицияларҙы алмаштыра-алмаштыра төрлө хәрби бурыстарҙы үтәнек. Аҙаҡ Донецк йүнәлешендә оборонала торҙоҡ.
Пулялар һыҙғырған, туҡтауһыҙ дрондар, ракеталар осҡан көсөргәнешле мөхиттә бер тапҡыр ҙа яраланмауым өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Бынан һигеҙ йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән һөйөклө әсәйемдән алған фатиха ошоғаса мине һаҡлап йөрөткәненә ышанам.
– Ә госпиталгә ни сәбәпле эләктең һуң?
– Былтыр апрель айында талпандарҙың һөжүме арҡаһында һис көтөлмәгән хәүефле бруцеллез сиренә юлыҡтым. Тәүге билдәләре киҙеүгә оҡшаш, баш ауыртыуы, быуындар һыҙлауы, биҙгәк тотоу менән башлана. Үҙәк нервы системаһын, бөтә ағзаларҙы ҡаҡшатыусы йоғошло ҡаты сир. Әле артабан дауаланыу өсөн Мәскәү дауаханаһынан саҡырыу көтәм.
– Ҡыйыу йәштәрҙең уй-хыялһыҙ йәшәүе мөмкин дә түгелдер. Бөгөнгөнөң ҡәҙерен белеп йәшәү өсөн һинең дә күңелеңдә уртаҡлашыр изге маҡсаттарың барҙыр, Азат.
– Быйыл Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы юридик колледжды ситтән тороп тамамлаясаҡмын. Юғары белем алыу уйы ла бар. Минең был донъяла иң ҙур һөйөнөсөм – татыу ғаиләм, ышаныслы таянысым – ҡатыным Элиза, өмөтөм – бер йәшлек кенә улым Замир (“Тыныслыҡ өсөн” тигән мәғәнә һалынған). Уның кеүек йөҙәрләгән , меңәрләгән ҡыҙ һәм малайҙарҙың именлектә, һуғыш хәүефе күрмәй, бәхетле тормоштә йәшәүе өсөн минең хеҙмәттәштәрем алғы һыҙыҡта үлем менән йөҙгә-йөҙ осраша бөгөн.
Иң ҙур теләгем, әлбиттә, – еңеү, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау. Киләсәктә үҙемде сәйәсәт өлкәһендә һынап ҡарау, Ватаныбыҙға, халҡыма намыҫлы хеҙмәт итеү уйы менән йәшәйем. Ышанығыҙ, береһе лә буш һүҙ түгел, еүеш окоптарҙа ятҡанда, хеҙмәттәштәрем менән бер һауыттан ашағанда, дуҫлыҡ һәм иптәшлектең ҡәҙере нығыраҡ беленгәндә тыуған яҡты хыялдар бит улар.
– Өмөт беҙҙе йәшәтә, көс-дәрт бирә. Хыялдарың бына тигән! Һиңә ҙур уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фотола: Азат Миңлеғәлиев тоғро дуҫы “Альма” менән.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-02-11/13-y-sht-n-h-rbi-keshemen-4115916