Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
11 Февраль 2025, 11:09

Ҡасан тамам дөмөгә инде!

Украина режимы ҡанға ғына түгел, бурысҡа ла батты.

Ҡасан тамам дөмөгә инде!Ҡасан тамам дөмөгә инде!
Ҡасан тамам дөмөгә инде!

АҠШ президенты Дональд Трамп  үҙе лә, РФ Президенты В.В.Путин да  берсә Украиналағы конфликтты көйләргә ынтылыуҙары, был тәңгәлдә прогресс күҙәтелеү тураһында белдерҙе. Телефон аша бәйләнеш тоталарҙыр буғай. Был факт тураһында журналистар һорашҡас, Трамптың кәңәшсеһе Майк Уолтц та, беҙҙең Президенттың пресс-секретары Дмитрий Песков та өҙә генә эйе йә юҡ, тип  әйтмәнеләр. Аңлашыла инде, төп һөйләшеү-килешеүҙәр рәсми булмаған рәүештә алып барыла ла, һуңынан ғына документтарҙа теркәлә. Әйткәндәй, Трамп шундай хәбәрҙе лә ысҡындырҙы – Америка Украинаға 300-350 миллиард доллар һалған, Европа илдәре – “ни бары” 100 миллиард. Юғиһә, рәсми рәүештә Украинаның дәүләт бурысы йыл башына 167 миллиард тип әйтелә ине (был да бер ваҡытта ла түләй алмаҫлыҡ күләм). Башҡаһын иҫәпкә алмағанда ла, был тиклем бурыстар менән Украинаның ниндәй киләсәге була алһын инде? 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас