Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
12 Февраль 2025, 10:26

Гербта ғына ҡалмаһын!

Рейд барышында "Урал-Тау" заказнигында  нәҡ һуҫарға ҡуйылған 8 тоҙаҡ табыла.  Тоҙаҡтарҙың конструкцияһы айырыуса мәрхәмәтһеҙ һәм вәхшиҙәрсә:  һыуһарҙы интектереп үлтерер ине, башҡа фауна вәкилдәре өсөн дә ҡурҡыныслы.

Гербта ғына ҡалмаһын!Гербта ғына ҡалмаһын!
Гербта ғына ҡалмаһын!

“Ирәмәл” тәбиғәт паркы , “Урал-Тау” заказнигы инспекторҙары ошо арала сираттағы рейд үткәрҙе.  Һөҙөмтәһе борсоуға һала.

Ҡыҫҡаһы, һуҫар йә һыуһар (куница) тураһында күбебеҙ ишетеп кенән белә, сөнки тәбиғәттә һирәк осрайҙар. Күрһәк тә, Өфө ҡалаһы гербында күргәнбеҙҙер – унда нәҡ ошо йәнлек һүрәтләнгән. Сибай, Мәләүез,Стәрлетамаҡ, күрше Белорет гербтарында ла һыуһар төшөрөлгән йә элек төшөрөлгән була.  Хатта, “Салауат Юлаев” хоккей клубының да талисманы ул.

Һыуһар - оҙонораҡ кәүҙәле, ялбыр ҡойроҡло көрән төҫтәге ҡиммәтле тиреле ҙур булмаған йыртҡыс йәнлек. Тап шул “зиннәтле туны” өсөн дә һуҫарҙарҙы үлтерергә ынытылыусылар табылып тора.

Рейд барышында Кирәбе лесничествоһында (заказник биләмәһенә ҡарай) нәҡ һуҫарға ҡуйылған 8 тоҙаҡ табыла.  Тоҙаҡтарҙың конструкцияһы айырыуса мәрхәмәтһеҙ һәм вәхшиҙәрсә:  һыуһарҙы интектереп үлтерер ине, башҡа фауна вәкилдәре өсөн дә ҡурҡыныслы.

Әйтеп тә торорға кәрәкмәйҙер, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә был һис тә юл ҡуйылырға тейеш түгел хоҡуҡ боҙоу ҡылмышы.

-Браконьерҙарға РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһы (законһыҙ һунар) һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.37-се статьяһы (һунар ҡағиҙәләрен боҙоу) буйынса яуап тоторға тура килер. Мәкерле ҡоролмалар һүтелде, артабан тикшереү, ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыу өсөн  бар материалдар  Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә тапшырылды, - ти  “Ирәмәл” паркы етәксеһе Мирдар Дияров.

 Айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә  һирәк осраған йәнлектәрҙе кәсеп итеү былай ҙа ҡәбәхәтлек,  Мирдар Руслан улы иһә, тағы бер зарар ҡурҡынысы тураһында бәйән итте: Һыуһарҙар  күпләп юҡ ителә икән, быуаттар буйына барлыҡҡа килгән “туҡланыу сылбырҙары” өҙөләсәк,  кимереүсе хайуандар сикһеҙ үрсеүе мөмкин. Был осраҡта күп  фауна төрҙәренә берсә  зыян киләсәк. Тәбиғәттә иң мөһиме – тотороҡлоҡ.

Хәйер, рейдтар даими үткәрелеп тора, браконьерлыҡ осраҡтары асыҡлана бара, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла һынатмаҫ,  ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыр, тип өмөтләнергә ҡала.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас