Яйыҡ
+22 °С
Ясно
Новости
13 Февраля 2025, 06:05

Изгелек эшлә лә һыуға һал...

Әсәһенең төрлө һөнәренә, уңғанлығына, йыйнаҡ-таҙалығына һоҡланып, уныңса бөхтә булыуын үҙ итеп үҫте бәләкәйҙән Зәлиә, эшендә лә һәр ваҡыт шулай.

Изгелек эшлә лә һыуға һал...Изгелек эшлә лә һыуға һал...
Изгелек эшлә лә һыуға һал...

Был донъянан бик иртә киткән күренекле яҙыусы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт  эшмәкәре, Салауат  Юлаев ордены кавалеры, халыҡ сәсәне, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаты, талантлы шағир Мәүлитбай Байгилде улы Ямалетдиновтың хәләл ефете Мәрйәм Зәйнитдин ҡыҙы менән бер осрашҡанда:

- Рәүеф Вәлиевич, бер ҙур үтенесем бар ине. Ул да булһа, әлеге көндә Учалы район  дауаханаһында реанимация бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән Зәлиә  Шаһиғәле ҡыҙы Зәйнәғәбдинова (Яҡупова) хаҡында яҙып сыҡһағыҙ ине. Сәбәбе лә  бар инде. Мәүлиттең һуңғы сәғәттәрендә лә Зәлиә һеңлекәш хәлен белеп йөрөнө. Пандемия мәле ине бит. Бер кемде лә ауырыуға яҡын ебәрмәнеләр. Мәүлит һуңғы  һүҙен әйтергә хәле булмаһа ла, һүнеп барған күҙҙәрендә ризалыҡ рәхмәттәре осҡон  сәскәндер инде тип уйлайым. Рәхмәтемде Зәлиәгә үҙемдең доғаларым аша Мәүлит  өсөн дә еткерәһем килә. Тыуған яғым Баймағымда үҫкән был оло йөрәкле шәфҡәт  туташы минең иң яҡын әхирәтемә, һеңлемә әйләнде.

Мин ҡыҙыҡһынып:

- Мәрйәм һеңлем, осраштыр әле ошо изге һөнәрле, рухи йәнле табибәң менән, булмаһа, - тинем. Аҙна- ун көнмө үткәндер, беҙгә килделәр, иҫтә ҡалырлыҡ әңгәмә  ҡороп ултырғайныҡ.

Ғәжәп күңелсәк, телсән, дини тәғлимәттәрҙе, Ҡөрьән сүрәләрен күңеле түрендә  йөрөткән Зәлиә ханымдың әңгәмә барышындағы һүҙҙәре бер бәләкәй генә тәрбиә  мәктәбе һымаҡ ине. Тәүгеһе, күренекле яҙыусы, хажиә Лира Әхмәт ҡыҙы  Яҡшыбаеваның ике тиҫтәнән ашыу хеҙмәттәренән халыҡ араһында киң таралған “Мөжәүир хәҙрәт”, “Ғабдулла Сәйиди”, “Зәйнулла  ишан”, ”Ғабдрахман Рәсүлев”, “Әүлиәләр аманаты” һ.б. әҫәрҙәрен эҙләп табып уҡығаны, уның геройҙарынан рух, дәрт алып  үҙе лә уларҙың изге доғаларын тәрән ихтирам итеүенә шаһит булынды. Яҙыусының, әлбиттә, китаптары дин әһелдәренә, бөгөнгө заман кешеләренә арналған булып, һәр ерҙә көтөп алына, уҡыусылар сират баҫып уҡыйҙар, йөҙләгән  китап һөйөүселәр араһында шәфҡәт туташы Зәлиәнең дә үҙ урыны бар, афарин!

Зәлиә Шаһиғәле ҡыҙының шул тиклем әүлиәләр тормошона, илаһи көстәренә үтә лә  ихтирамлы булыуын тел төбөнән асыҡ аңлайбыҙ. Мәҫәлән, Ғабдрахман Рәсүлевтың мөғжизәләр тыуҙырырлыҡ әүлиәлеге хаҡында һөйләгәндә күҙҙәренән йылы нурҙар  сәселеп киткәндәй күренеүенә беҙҙең өсөн ифрат серле һәм йылы тойғолар  тыуҙырҙы. Зәлиә һеңлекәштең ысын мәғәнәһендә Лира Яҡшыбаеваның иман  таратҡан геройҙарына табыныуы, “Изгелек ҡыл да һыуға һал...” юлын, үҙ тормошоноң теүәллеген, халҡына хеҙмәт итеүҙең иң изге һөнәрҙе – кешенең эске  һәм тышҡы сәләмәтлеген ҡурсалауға бағышлаған шәфҡәт туташы булыуы беҙҙе    ышандыра ла инде.

...Зәлиә Шаһиғәле ҡыҙы Зәйнәғәбдинова (Яҡупова) 1964 йылда Баймаҡ районы Үрге  Яйыҡбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Яҡупов Шаһиғәле Хансолтан улы менән әсәһе Сәғирә Мөхитдин ҡыҙы 6 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, Зәлиә   бишенсе бала булып донъяға килгән. Шаһиғәле бабай Бөйөк Ватан һуғышы   ветераны. Заманына ҡарап белемле лә була, көндәлек гәзит-журналдарынан төрлө  мәғлүмәттәр уҡып балаларында китапҡа ҡарата һөйөү уята алған.

Һуғыштан һуң һатыусы, колхозда келәт мөдире, һуңғы йылдарында урман  хужалығында ҡарауылсы булып эшләй. Ауылдың иң һуңғы хөрмәтле һуғыш һәм  хеҙмәт ветераны булып 93 йәшендә Зәлиә ҡыҙы ҡулында баҡыйлыҡҡа күсә.

- Атайым, һуңғы минуттарында күҙҙәремә ҡарап: “Мең-мең рәхмәт ҡыҙым, минең  ошо йәшемә етеүемә һиңә рәхмәтлемен, үҙең дә оҙон ғүмерле бул, бик тә ризамын, бәхил бул! - тигәне һаман да ҡолағымда яңғырай.

Зәлиә үҙенең ҡәйнәһе хаҡында ла матур иҫтәлектәр һаҡлай.

- Ҡәйнәмде лә үҙенең теләге булғанда ғына күпмегәлер өйөмә алып ҡайтырға  иткәйнем: “Юҡ, килен, ҙур рәхмәт саҡырыуыңа, изгелек ҡылыуыңа, мең рәхмәт яуһын, ҡыҙҙарым да бар бит әле, һыйыныр урыным бар, үҙемсә, хәлемсә йәшәргә  тигән булам”, - тип яуапланы.

Эйе, изге күңеллелек һәр ерҙә үҙенә ҡарата оло таяныс таба, быға Зәлиәнең рухи  үҫеше миҫал була ала. Әсәһе, Сәғирә инәйҙең өйҙә балалар тәрбиәләү менән үтте. Бер минут та ҡул ҡаушырып ултырмағанын балалары күреп үҫте, бөхтә булды. Ауыл  ҡатын-ҡыҙҙарына мутур-матур күлдәктәр текте, дебет шәлдәр бәйләне, кешеләргә мейестәр сығарып бирҙе, ҡулынан килмәгән эш булманы Сәғирә инәйҙең. Үкенеслеһе шул, әсәйҙәре бик иртә яҡты донъяны ҡалдырып китеп барҙы. Әле   ауылда Альберт ағаһы йәшәй, ул йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.

- Альберт ағайыма йыш ҡына ҡайтып йөрөйөм, хәлемсә ярҙам да иткеләйем, - ти Зәлиә.

Зәлиә Яҡупова үҙ ауылында башланғыс белем ала. Ул уҡытыусыһы Гәүһәр Әғзәм ҡыҙы Ғайсинаның дәрес барышында бер тәрбиә сараһы тураһында:

- Бына, уҡыусылар, Зәлиәне күрегеҙ әле, ҡайһылай матур итеп кейенеп килгән, аҡ-һарғылт сәстәрен икегә айырып, ап-аҡ бантиктар тағып үргән, маладис, иртәгә үк бишегеҙ ҙә Зәлиә кеүек кейенеп килегеҙ, йәме, - тигәйне. Мин ояла-ояла  ҡыҙарынып  урыныма барып ултырҙым, ныҡ уңайһыҙ булды миңә, тип хәтерләй ул.    

4-се класҡа Ниғәмәт ауылындағы мәктәпкә  йә йәйәү, ҡышҡыһын трактор санаһына  тейәлеп йөрөнөк. Уҡыуҙан һуң йырлай-йырлай ҡайта инек. Шул ныҡ хәтерҙә, бөтәбеҙ ҙә “Катюша”ны, “Шайморатов генерал”ды йырларға әүәҫ булдыҡ. Күңелле  булған шул бала саҡтар, һағынып иҫкә алырлыҡ ҡына хәҙер! - тип йылмайып ҡуя  Зәлиә ханым.

Ниғәмәт мәктәбе уҡытыусыларынан мәктәп директоры, тарих  уҡытыусыһы Мансур  Ибәтулла улы Лоҡмановты, география уҡытыусыһы Ишбулды Нурғәле улы Сирғәлинды, уларҙың тәрән йөкмәткеле дәрестәре хаҡында Зәлиә Шаһиғәле ҡыҙы  һағынып иҫкә ала.

Зәлиә 8-се класты тамамлағас, 1979 йылда Сибай медицина училищеһына уҡырға  инә. Яҡшы уҡый, училищеның төрлө сараларында актив ҡатнаша, бейеү-йыр  ансамблдәрендә әүҙем йөрөй.

1982 йылда уҡыуын тамамлап, үҙ теләге менән Учалы ҡалаһының үҙәк ҡала  дауаханаһын хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Ике  йыл эшләгәс, Өфө шәфҡәт туташы-анестезист һөнәре буйынса уҡыуға ебәрәләр.

1984 йылдан иң яуаплы, ауыр поста, операционныйҙа, ауырыуҙарға операция  алдынан наркоз биреүсе шәфҡәт туташы булып эшләй башлай. Зәлиә һеңлекәш  эшләй башлағанда анестезиолог-табиптар булмай, үҙе маска аша эфир, торотан   еҫкәтеп, наркоздар бирә инеләр. Ул дәүерҙә бергә эшләгән өлкән шәфҡәт туташ  апайҙарға: Альбина апай Ғәзизоваға, Зөлфиә Туҡтановаға, Илүсә Рәзәповаға, Минзилә Храмцоваға, Лилиә Арслановаға, Әминә Фәхретдиноваға рәхмәте ҙур Зәлиәнең.

1991 йылда реанимация бүлеге асыла, эшләйһе эштәр тағы ла ауырлаша, башҡараһы эштәр ҙә арта төшә.

- Беренсе реанимация бүлеге етәксеһе, бик кешелекле, көслө белемле анестезиолог Урал Сәхиәр улы Солтанбаев булды. Әле булһа ла йылы хәтирәләр менән иҫкә алам, ул ваҡытта эшләгән мәлде, ундағы дуҫ, татыу, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләүҙе, берҙәмлекте оноторлоҡ түгел. Күпме йылдар үтеп киткән, күпме хеҙмәт  түгелгән, йоҡоһоҙ төндәр, ял ваҡытында ла дауаханала баш баҫып эшләү – үҙе бер китап яҙырлыҡтыр инде ул. Хәҙер йәштәр менән эшләйбеҙ, уларға ярҙам итеү беҙҙең  бурысыбыҙ булып тора. Дауаханаға яңы аппаратуралар килә, эшләүе, әлбиттә, бөгөн  еңелләшә бара, һәр ауырыуҙың карауаты янында заманса мониторҙар, тын алыу  аппараттары тора, үҙ-үҙеңә тағы ла яуаплылыҡ, кәрәкле белем өҫтәп, дәрт менән  эшләргә генә ҡала.

Бөгөн бүлегебеҙҙе күп йылдар Айнур Ирмит улы Фәсхитдинов етәкләй. Белемле, кешелекле етәксе ул, - тип һөйләй Зәлиә.

1985  йылда Зәлиә  Шаһиғәле  ҡыҙы  Рысай ауылы  егете Зәйнәғәбдинов Рәсим Насритдин  улына  тормошҡа  сыға.Зәлиә  үҙе  әйтмешләй  : -  Үҙем  әсәйһеҙ  иртә  ҡалғас, атайымдан  йыраҡ  йәшәгәс, ҡайным  менән  ҡәйнәмә Учалыларса әтей- инәй тип  өндәштем, мине  яратып, үҙ  ҡыҙҙары  итеп ҡабул  иттеләр,  рәхмәт  уларға.Тормош  иптәшемдән  уңдым, һәр  саҡ ярҙамын  тойҙом,уның  менән  ике ҡыҙ  тәрбиәләп  үҫтереп,икеһенә  лә юғары  белем алыуҙа  ярҙам  иттек. Өлкән  ҡыҙыбыҙ Гүзәлиәбеҙ коммерция  факультетын  тамамлап Сургут  ҡалаһында  ҙур  кампанияла  эшләп  йөрөй.Бәләкәсе – Гүзәлебеҙ медицина  академияһын  тамамлап Учалы  дауаханаһында лор – врач  булып  эшләй. Тик  аталары ,Рәсимем, биш  йыл  инде  беҙҙең  арала  юҡ, ҡыҙҙарына  алыштырғыһыҙ  атай булды,урыны  ожмахта  булһын  инде,- ти ул  күҙ йәштәрен  йәшерә –йәшерә.

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун  теккән, тиҙәр боронғолар. Зәлиә уҡ  юнмаһа ла, атаһынан күрә ҡулға эләккән гәзит-журнал биттәренән үҙенә кәрәк  мәғлүмәттәр туплай, китаптар уҡый, ауыл, район күрәҙәселәре, әүлиәләр хаҡында  ҡыҙыҡһына, халыҡ араһында һуңғы йылдарҙа иң беренсе булып дини кешеләргә  арналған китаптар яҙған Лира Яҡшыбаеваның ижадына һоҡлана, был әҙибәнең ошоға тиклем лайыҡлы баһа алмауына аптырай, уның менән яҡын арала осрашырға хыял итә.

Әсәһенең төрлө һөнәренә, уңғанлығына, йыйнаҡ-таҙалығына һоҡланып, уныңса бөхтә булыуын үҙ итеп үҫте бәләкәйҙән Зәлиә, эшендә лә һәр ваҡыт шулай. “Гиппократ анты”на тоғролоҡ, тотош йыйнаҡлыҡ уның эске, рухи донъяһын да  байытыуға мөмкинлектәр асты, тырыш хеҙмәтенә ҡарата оло хөрмәттәр ҙә иш янына ҡуш булып, күмәртәләп килде уға. 2000 йылда “БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, 2015 йылда “БР-ҙың атҡаҙанған  һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, 2024 йылда “РФ һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән юғары исемдәргә лайыҡ булды.

Эйе, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух өсөн хеҙмәт иткән Зәлиә Шаһиғәле ҡыҙы Зәйнәғәбдинова бөгөн дә алғы сафта.

Башҡортостаныбыҙҙың 12 әүлиәле ил булыуына һәм дә Баймағындағы Манһыр, Муллаҡай ауылдарындағы әүлиәләр Мөжәүер хәҙрәт, Ғабдулла Сәйидиҙең изге  доғаларын үҙ итеп халҡының һау-сәләмәтлеге өсөн бар тырышлығын һала ул. Эйе, “Изгелек эшлә лә һыуға һал - балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер”, - тип  юҡҡа әйтмәгән боронғолар. 

Автор: Рәүеф  ШАҺИЕВ,

филология фәндәре кандидаты.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас