Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
13 Февраль 2025, 10:40

Йылан ҡабығы

 Оҙаҡ йылдар тынғы бирмәй был хәл. Сихыр ҡасафаты булдымы икән беҙҙең ғаилә лә, тип уйға ҡалдым.

Йылан ҡабығыЙылан ҡабығы
Йылан ҡабығы
 Оҙаҡ йылдар тынғы бирмәй был хәл. Сихыр ҡасафаты булдымы икән беҙҙең ғаилә лә, тип уйға ҡалдым. Мин бала саҡта ауылда һәр өйҙә һике була торғайны. Бер заман иҙән йыуып йөрөгәнемдә ошо һике аҫтынан сәйер төргәк табып алдым. Тышы еп менән уратылған, эсендә ҡаты нимәлер ята. Төргәкте тотоп алдым да, урамда эш менән булышып йөрөгән инәйемә күрһәттем, ҡара әле, нимә ул тиеп. Тағатып ҡарай башланыҡ, эсендә әллә ниндәй йөндәр ята һәм серпантин рәүешендә ҡаты әйбер. Ентекләп тағатып ҡараһаҡ, йылан ҡабығы булып сыҡты. Ҡот осмалы хәл, инәйем менән ҡысҡырышып уны бәреп ебәрҙек. Инәйем оҙаҡ уйлап тормай, мейескә яҡты. Ошо сәйер хәл бының менән генә тамамланманы. Күпмелер ваҡыт үткәс ошондай төргәккә тағы юлыҡтым. Был юлы ул төргәк веранданың таҡтаһына ҡыҫтырылған ине. Тағы ла мин күреп тартып алдым. Эсендә шул уҡ спираль рәүешендәге йылан ҡабығы ине. Ваҡиғаға күп йылдар үтте, хәҙер олоғая килә ландыра. Атай-инәйем ауырып иртә донъя ҡуйҙылар, үҙем дә тормоштан уңманым, кешегә зыяным теймәһә лә бер туҡтауһыҙ ҡаршылыҡтар сығып тора. Нимәһе сәйер, миндә затыбыҙҙа булмаған ауырыу табылды. Шуға ла уйлайым, әллә анау төрәктә сихыр булдымы икән, тип. Атай-әсәйемә тәғәйенләнгән сихыр миңә төштөмө? Шул йылан ҡабығы менән төргәкте ҡулым менән иң тәүҙә мин тоттом бит. Яуабын кем бирер?
 
Автор:Алия Даутова
Автор:Алия Даутова
Читайте нас