Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Февраль 2025, 05:05

АУЫРЛЫҠТАРҘЫ ЕҢДЕМ

Минең менән дә тап шундай хәлдәр булды. Өсөнсө балама ауырлы саҡта, ниндәйҙер бер "нәмә" балағыҙҙа бар, тинеләр. Иланым ныҡ, әммә өмөтөмдө өҙмәнем. 

АУЫРЛЫҠТАРҘЫ ЕҢДЕМАУЫРЛЫҠТАРҘЫ ЕҢДЕМ
АУЫРЛЫҠТАРҘЫ ЕҢДЕМ

Минең менән дә тап шундай хәлдәр булды. Өсөнсө балама ауырлы саҡта, ниндәйҙер бер "нәмә" балағыҙҙа бар, тинеләр. Иланым ныҡ, әммә өмөтөмдө өҙмәнем. Көнө-төнө Аллаhтан hораным, Фәтихә сүрәһен шул ваҡытта ҡайҙандыр табып алдым, бик тиҙ ятланым. Фәтихәне уҡый -уҡый илап hораным, барыhы ла яҡшы булhын, тип теләнем. Бәләкәй генә сағымдан Аллаhтың барлығына ышандым. Әсәй-атай намаҙ уҡыманылар. Күберәген ауылда өләсәйҙә йөрөнөм. Яйлап ҡына эш араhында миңә гел hөйләй торғайны: "Аллаhҡа hыйын, унан ғына ярҙам hора, балам", — ти ине.Шул hеңеп ҡалғандыр инде миңә. ӘлхәмдулиЛләh, мең-мең шөкөр ҡыҙымды имен генә табып алдым, бик ауыр булhа ла. Оҙаҡ ыҙаландым, хатта мине hаҡлап ҡалырға тәү сиратта, тигәнде ишеткәс: "Аллам, ташлама, ярҙам бир!",— тип иланым родзалда ятҡан килеш. Башҡа ҡатындар , "Әсәй", тип ҡысҡыра, ә hин "Аллаh!", тип илайһың, тинеләр врачтар. Раббым ташламаны, имен -hау табып алдым ҡыҙымды!
20 йәш балама, шөкөр сәләмәт булып тыуҙы! Улдарым армияға киткәндә үҙ ҡулым менэн Фәтихә сүрәhен яҙып бирҙем, уҡыған саҡтарында ла йөрөттөләр үҙҙәре менән. Һәр ваҡыт уҡығыҙ, Аллаhтан hорағыҙ тип.
1998, 2012 йылдарҙа ауыр операциялар үткәрҙем, Фәтихәны уҡып яттым операция өҫтәлендә, Аллам ярҙам бир тип. Шөкөр, шәбәйҙем. Һәм тағы 2020 йыл табип ҡалҡан биҙендә шеш бар, миңә ул оҡшамай тип, күңелемә шом hалды. Күп анализдар, тикшереүҙәр! Башым ҡайнаны, кемгә нимә тип әйтергә белмәнем, береhе лә мине ишетмәй ине. Тик Раббыма ялбарҙым, Фәтихәне уҡып. Һәм ике аҙна илап арығас, баҙар янынан үтеп барышлай доға китаптары, Ҡөръән, тиҫбеләр hатып торған бер егет янына барып торҙом. "Намаҙ уҡырға өйрәнеү" тигән китап hатып алдым. Уҡып сыҡтым, үҙ алдыма өйрәнә башланым. Башта ҡарап уҡыным, яңылыштым, әммә ташламаным. Илай-илай уҡыным, ни эшләптер үҙенән-үҙе йәш аға ине. Бер Аллаhу Тәғәләнән hораным. Бер көн үҙем ҡапыл аңғарып ҡалдым, мин китап hалмай, ҡарамай уҡып торам! Яйлап ҡына намаҙымды уҡып бөттөм, китаптан тикшереп ҡараным, яңылышмағанмын! Тап шул ваҡыт миңә клиниканан шылтыраттылар, анализдарығыҙ килде, барыhы ла яҡшы, тинеләр. Артабан дауаланыр өсөн, табип менән кәңәшләшер өсөн килергә кәрәк, тинеләр. Мең-мең рәхмәттәр әйтеп Раббыма ант бирҙем, ғүмеремдең ахырына тиклем намаҙымды уҡырға, тип.
ӘлхәмдулиЛләh! Шул көндән алып 5 фарыз намаҙымды уҡыйым. Ваҡыты етә башлаhа , өтәләнеп әҙерләнәм. Аллаhтың ҡөҙрәте киң, бары Ул ғына беҙгә ярҙам итә. Тынғыhыҙ кеше инем, хәҙер шул тиклем тынысландым! Бар эшемде, балаларымды Аллаhҡа тапшырып таңымды ҡаршылайым!

"Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә" каналына килгән хаттан өҙөк

Автор:Алия Даутова
Читайте нас