Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Февраль 2025, 10:50

Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре республика Башлығы грантын оторға мөмкин.

Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкинТәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин
Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре республика Башлығы грантын оторға мөмкин. Конкурста 35 йәшкә тиклемге өлкән тәрбиәселәр, тәрбиәселәр, педагог-психологтар, педагог-логопедтар, уҡытыусы-дефектологтар, музыкаль етәкселәр, физкультура буйынса инструкторҙар ҡатнаша ала. Белем биреү ойошмаһында эш стажы ике йылдан кәм булмаҫҡа тейеш, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.

Ведомствола белдереүҙәренсә, грант конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән 2024 йылдың 1 ғинуарынан мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусыларына һәр ҡайһыһы 575 мең һумлыҡ гранттар булдырылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-14/vospitateli-mogut-vyigrat-grant-glavy-bashkirii-v-razmere-575-tysyach-rubley-4122040

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:Алия Даутова
Читайте нас