Учалы ҡалаһында тантаналы рәүештә «Работа России” кадрҙар үҙәге асылды.
“Демография” милли проекты сиктәрендә федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә беҙ элек “Мәшғүллек үҙәге” тип белгән учреждение тамырҙан үҙгәртелде. Эш ойошторолоу системаһы ла камиллаштырыла, заманса һәм бөтә талаптарға тура килтереп ремонт башҡарылған бинаға ла күстеләр.
Элекке бинаның стеналары ғына ҡалғандыр: Рәсәй буйынса берҙәм “фирма стиленә” килтереп тирә-йүн яңыртыла, эш зоналарына бүленә. Электрон сират системаһы ҡоролған, көтөү өсөн уңайлы шарттар хәстәрләнә. Күмәк кеше йыйыу өсөн зал да бар, ә бына психолог менән шәхсән аралашыу өсөн – айырым кабинет. Хатта, эйәреп килгән балаларға уйын өсөн бәләкәй өҫтәл дә ҡайғыртылған. Гигиена талаптарына яуап биргән бәҙрәф эшләп тора (был сетерекле һорауҙы күптәр телгә алырға ла уңайһыҙлана, шул уҡ ваҡытта ауылдан эш менән ҡалаға килеүселәр өсөн мөһим мәсьәлә!)
Коллектив өҫтәмә һөнәр камиллаштырыу курстарын үткән, тип хәбәр ителде.
Тантанала район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, Учалы район-ара прокуроры Илшат Жданов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының директор урынбаҫары Рәмил Йәһүҙин, элекке дәүерҙә Мәшғүллек үҙәген етәкләгән Рәмил Фазлетдинов, Әлфия Әйүповалар һәм башҡалар ҡатнашты. Руслан Ғәлийән улы яңы Үҙәктә ауыл ултыраҡтары белгестәре менән йыйылыш үткәрергә, хеҙмәттәшлекте йәйелдерергә тәҡдим итте. Һәм МХО менән бәйле һорауҙар көн ҡаҙағында икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бер яҡтан, талап ителгәндә ветерандарға эш эҙләүҙә, яңы һөнәр алыуҙа булышлыҡ итеү, ә икенсе яҡтан –яугирҙәрҙең ҡатындарына ла яңы һөнәр үҙләштергәндә өҫтөнлөктәр бирелә. Хәйер, Кадрҙар үҙәгендә “Ватан һаҡсылары” фонды филиалы менән берлектә яугирҙәрҙең тормош иптәштәре өсөн дә “Ҡатын-ҡыҙ клубы” йыйыла башлаған.
Үҙәктең етәксеһе Юлай Рыҫҡолов, хеҙмәт бүлеге мөдире Галина Сайфуллиналар хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр, дәүләт программалары тураһында ентекләп һөйләнеләр.
Быйыл 13 февралгә, мәҫәлән, Учалыла 601 вакансия, йәғни эш урындары тәҡдим ителә һәм ни бары 84 яҡташыбыҙ эшһеҙ булараҡ теркәлгән. Тағын да аҙыраҡ булыр ине, ләкин алыҫ ауылдарҙағыларға тәҡдимдәр яһау ҡатмарлыраҡ. Дөйөм әйткәндә, табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, фельдшерҙар, тегенселәр, водителдәр, һатыусылар күп кәрәк. Ауылдарҙа клуб мөдире вазифаларын биләргә теләүселәр ҙә кәмегән икән.
Вакансиялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте clck.ru/3GL2fD һылтанмаһы аша ҡарарға мөмкин, йә яңыртылған Кадр үҙәгенә үҙегеҙ килегеҙ – бында Цифралы сервистар секторы ла булдырылған, интернетта эш итеүҙә ярҙам итәсәктәр. Ғөмүмән, ысынында ла эш эҙләгән кешегә төрлө варианттар байтаҡ тәҡдим ителәсәк.
Яңы адрес – Учалы ҡалаһы, Тәүтөҙөүселәр урамы, 13 (бересе ҡат). Район-ара прокуратура урынлашҡан бина, хәрби комиссариат ҡаршыһында. Элекке адрестарына ҡарағанда, яҡында автомобиль менән туҡтау ҙа, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә үтеп инеүе лә еңелерәк, тип самалана. Телефон 8 (34791)6-90-84
Эш эҙләшеүҙе үҙҙәренең кәсебенә әйләндергән эшҡыуарҙар күп хәҙер интернетта, шуға ла рәсми сайт-төркөмдәрҙең адрестарын бирәбеҙ: БР Халыҡ мәшғүллеге үҙәге - https://rczn.bashkortostan.ru/, Бәйләнештә селтәрендә Учалы районы буйынса мәшғүллек үҙәгенең сәхифәһе - https://vk.com/czn_uchaly?from=search
Бөтә яңылыҡтар унда даими бирелә. Кадрҙар үҙәгенән белешмәләр алыу өсөн телефон номерҙары:
-профессиональ йүнәлеш, социаль адаптация, психологик ярҙам, экскурсиялар ойоштороу, бәлиғ булмағандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса - 8(34791) 6-25-96;
-яңы һөнәрҙәргә уҡытыу һорауҙары буйынса - 8(34791) 6-19 -33;
-эш урындары, эш биреүселәр менән бәйләнеш, хеҙмәтте һаҡлау, инвалидтарға эш урындары квоталары, үҙмәшғүллек, уҡыу йорттарын тамамлаусыларға, инвалидтарға стажировкалар, инвалидтарға эш урындары булдырыу, АСПК (социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам), эш табыуҙа ҡыйынлыҡ кисергән граждандарҙы урынлаштырыу буйынса - 8(34791) 6-25-95.
Электрон адрес - 61czn@bashkortostan.ru
Үҙәк эш көндәрендә, 9.00-18.00 сәғәттәрҙә асыҡ, тәнәфес – 13.00-14.00 сәғәттәрҙә. Директор Рыҫҡолов Юлай Салауат улы кесаҙна көндәрендә 10.00-16.00 сәғәттәрҙә ҡабул итә.