13 февраль республикабыҙҙа Берҙәм ғаилә консультациялары көнө иғлан ителгән ине. Был сараны үткәрергә "Ғаилә" үҙәге белгестәре Өргөн ауылына барҙы.
Белеүебеҙсә, быйыл Өргөн ауылы "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Консультациялар ауылдың мәҙәниәт йортонда үтте. Был көндө халыҡты пенсия, опека һәм попечителлек, мәғариф бүлектәренән, "Ғаилә", кадрҙар, күп функциялы үҙәктәрҙән белгестәр, шулай уҡ табиб-нарколог ҡабул иттеләр. Халыҡ контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы менән ҡыҙыҡһынды, мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн түләүҙәр, ер менән бәйле мәсьәләләр, кадрҙар үҙәге аша бушлай уҡыу мөмкинлеге һ.б. һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Пенсия фонды белгесендә консультация алыу өсөн халыҡҡа сират көтөргә лә тура килде хатта.
Был көндө беҙ үҙебеҙ менән өс парикмахерҙы ла алып килгәйнек. Улар ауыл халҡын бушлай хеҙмәтләндерҙе. Шуға күрә сәс оҫталарына ла сират байтаҡ булды.
- Ҡалаға йөрөүе ҡыйынға төшә, ауылға килеүегеҙ бик унайлы булды, - тип рәхмәт әйтеүсе ололар күп булды.
Өргөн ауылы халҡы Берҙәм консультация көнөндә бик әүҙем ҡатнашты. Һәр кем үҙҙәрен борсоған һорауҙарға тулы, аныҡ яуаптар алды.
Был көндө Өргөн мәктәбендә "Ғаилә" үҙәге психологы менән мәҙәни саралар ойоштороу буйынса белгес эшләне. Улар балаларға психологик тренингтар, уйындар ойошторҙолар. Берҙәм ғаилә консультациялары көнө ойошҡан рәүештә, бик унышлы үтте. Ҙур сараны үткәреүҙә ярҙамлашҡан Учалы ауылы хакимиәте белгесе Алина Мөхтәр ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Бындай саралар халыҡҡа ваҡытында мәғлүмәт, ярҙам алыу, аралашыу өсөн дә үтә файҙалы.
Лиана АЛТЫНХУЖИНА,
"Ғаилә" үҙәге белгесе.