Районыбыҙ уҡыусылары төрлө кимәлдә үткәрелгән бәйгеләрҙә уңышлы ғына ҡатнашып килә. «Йыл уҡыусыһы» ҡала-район конкурсында йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны артыуы менән бер рәттән уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләттәренең үҫеше күҙәтелә. Тап ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыусы, һәр ваҡыт белем кимәлен камиллаштырыуға бағышлаған, алдынғы ҡарашлы уҡыусыларҙа беҙҙең илебеҙҙең киләсәге. Тимәк беҙҙең киләсәк - ышаныслы ҡулдарҙа!
Филармонияла “Йыл уҡытыусыһы - 2025” конкурсының финалистарын тәбрикләү тантанаһы үтте. Быйыл абруйлы исем өсөн утыҙ дүртенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста ҡала һәм райондың егерме алты талантлы педагогтары көс һынашты!
Ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, мәғариф бүлеге начальнигы Оксана Ниғмәтуллина сараны асты.
-Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһы донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Бөгөн яңыса уҡытыу - заман талабы. Балала ҡыҙыҡһыныу, уҡыуға теләк уятыу өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә. Уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята, - тине ул.
Сара барышында конкурсанттарҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Сәләхетдинов тәбрикләп:
- Бөгөн был залға иң матур, иң талантлы уҡытыусылар йыйылған. Һеҙ - барығыҙ ҙа еңеүселәр. Ҙур яуаплылыҡ та, бәхет тә, ғорурлыҡ та булған һөнәрҙе һайлап, уға тоғро хеҙмәт итеүегеҙ - үҙе оло батырлыҡ, - тип билдәләне.
Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлшат Ишҡыуатова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Ғаян Мөхәмәтовтар ҙа уҡытыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.
Мәртәбәле конкурста “Йәш педагог - 2025” исемен 1-се Башҡорт лицейының информатика уҡытыусыһы Самат Булат улы Шәйхисламов алды. “Педагог-китапханасы” номинацияһында 10-сы мәктәптең китапханасыһы Валентина Александровна Хәмитова еңеүсе тип табылды.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” номинацияһы Учалы ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Илгиз ҡыҙы Шәғәлинаға бирелде. “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” булып Башҡорт гимназияһы педагогы Зөһрә Әнәс ҡыҙы Резяпова танылды.
1994 йылдан алып Учалы районы хакимиәте ҡарары менән Ҡобағош ауылында тыуған күренекле ғалим-фольклорсы, педагог Марат Хәләф улы Минһажетдинов исемендәге премия раҫланды. Ул дөйөм белем биреү ойошмалары педагогтары араһында мәғариф һәм ғилми-педагогик эшмәкәрлек өлкәһендәге айырым ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. Сәхнәлә премияны педагогик хеҙмәт ветераны, Минһажетдиновтар династияһының вәкиле, Марат Хәләф улының туғаны Хәсибә Ҡадирова тапшырҙы. Минһажетдинов исемендәге премияға Сәфәр урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Роза Фәрүәз ҡыҙы Әхмәткирәева лайыҡ тип табылды.
“Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһы “Ижад һарайы” өҫтәмә белем биреү учреждениеһы педагогы Марина Сергеевна Исхаҡоваға бирелһә, "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” тип 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Рәүел ҡыҙы Баязиткина табылды.
Маҡтаулы “Йыл уҡытыусыһы - 2025” исеменә Уральск мәктәбенең биология уҡытыусыһы Лилиә Айрат ҡыҙы Ғиләзова лайыҡ булды.
Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, гөлләмәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Был көндә изге һөнәр эйәләренә ҡарата ихлас теләктәр яңғыраны, йыр-бейеүҙәр бағышланды.