«Аҙна һайын бүләк» уйыны ахырына ла яҡынлашты. Был аҙнала беҙ һуңғы бүләкте уйнаттыҡ. Бүләгебеҙ Мәҫкәү ауылында йәшәүсе Зөләйха Мөхтәроваға эләкте.
Зөләйхә Шәрифҡол ҡыҙына 72 йәш. Ғүмер буйы «Байрамғол» совхозының 9-сы фермаһында малсылыҡ тармағында эшләгән. Фермала һауынсы, быҙау ҡараусы булған. Хеҙмәт стажы 36 йыл.
Тормош иптәше Рәис Әхиәр улы менән 45 йыл бергә йәшәп ҡалғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙаман бөгөн был донъяларҙа юҡ инде. Ул да ғүмер буйы совхозда тракторсы булып тир түккән.
Ғаилә дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. «Балаларымдан ҡәнәғәтмен, һәр береһе был тормошта үҙ урынын тапты, эшләп йөрөйҙәр», - ти Зөләйха Шәрифҡол ҡыҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөләйха апайҙың тәүге ейәне Фәнис Ҡаһиров бер йыл элек махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалған. «Утыҙ йәше тулырға тейеш ине. Әрәм генә булды балаҡайыбыҙ. Ауылдаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ ейәнемде онотмай. Үҙе уҡыған мәктәптә уның хөрмәтенә таҡтаташ та ҡуйылды», - ти ауыр ҡайғы кисергән өләсәй.
Әле Зөләйха Мөхтәрованың һигеҙ ейән-ейәнсәре бар. Бер ейәне армияла һалдат бурысын үтәй, икенсе ейәне Йылға училищеһында белем ала. Һәр ҡайһыһына бәхет, һаулыҡ һорап, доғалар ҡыла өләсәй.
Зөләйхә Шәрифҡол ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем. Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, мәсеткә лә йөрөй. Йәштәргә ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәтеп ҡалдырыуҙы үҙенең бурысы һанай.
Бөгөн Зөләйха ханым вахта ысулы менән Себерҙә эшләүсе кинйә улы менән бергә донъя көтә. Баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай, тормошонан риза булып йәшәй белә.