Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙҙа Учалыла Ленин урамында, автовокзал ҡаршыһында, 38 йәшлек ир "Мазда сх-9" автомобиле руле артында туҡталыш павильонына һәм туҡланыу пунктына бәрелгән. Был юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 18 йәшлек йәмәғәт туҡланыуы учреждениеһы хеҙмәткәре йәрәхәтләнгән. Тикшереү барышында водителдең айыҡ булыуы асыҡланған. Уның әйтеүенсә, ул төнгө сменанан һуң руль артында йоҡлап китә. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй, улар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.