Хуш еҫле өй икмәге рецепты
Кәрәк буласаҡ: икмәк бешереп алыу өсөн 530 грамм он, 9 гр тоҙ, 4 гр ҡоро сүпрә, 420 мл йылымса һыу кәрәк була.
Онға тоҙ һәм сүпрә һалып баш болғатырға. Шуға һыу һалып ҡамыр яһарға. Ҡамырҙы табағында ҡалдырып, өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы урында 2 сәғәт тоторға. Төнгә холодильникка алып ҡуйырға, пленканың ҡырыйын әҙерәк асыҡ ҡалдырырға. Икенсе көндө һыуытҡыстан алғас, таҡтаға он һибеп, әпәй әүәләргә.
Табаға бер аҙ он һибеп, икмәкте һалырға. 1 сәғәт ҡамырҙы ял иттерергә, бер ни тиклем ҡабарһын.
200 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 45 минут бешерергә.