БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 22 февралдә Ураҙ ауылында булған. 1993 йылда тыуған ир кисен әсәһе менән һыйыр эҙләргә китә. Юғалған малды тапҡас ҡатын кире ҡайта, ә бына йәш кеше юғала. Борсолған әсә иртәгәһенә улының юғалыуы тураһында ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итә. Юғалған ирҙе эҙләүҙә полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ ҡатнаша. Һөҙөмтәлә кис ир табыла. Ул ныҡ туңған була, уны Учалы дауаханаһына оҙаталар.