Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
26 Февраль 2025, 08:45

Белорет районында юл фажиғәһе

Юл-транспорт ваҡиғаһында ете кеше зыян күргән, шул иҫәптән бер бала.

Белорет районында юл фажиғәһеБелорет районында юл фажиғәһе
Белорет районында юл фажиғәһе

Белорет районында төнгө юл-транспорт ваҡиғаһында ете кеше зыян күргән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Ҡарағай-Йорт ауылы янында ике еңел автомобиль бәрелешкән.

Ете кеше зыян күргән, шул иҫәптән бер бала. Биш кешене дауаханаға оҙатҡандар. Ваҡиға урынында Белорет ҡотҡарыусылары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Ҡотҡарыусылар «ВАЗ-2112» автомобилендә ҡыҫылып ҡалған ҡатынды сығарып, уның хәлен тикшереүҙән һуң, ашығыс ярҙам хеҙмәтенә тапшырған.

Дәүләт автоинспекцияһы юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас