Рәсүл ауылында йәшәүсе Әширәф Әхмәҙулла ҡыҙы Шәмиғолова бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне. Йөҙйәшәр инәйҙе барлыҡ учалылар исеменән район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ҡотланы һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаттарын тапшырҙы.
Был юбилейҙы ныҡ, тормошто яратҡан, аҡыллы һәм изге күңелле кешеләр генә билдәләй алалыр. Әширәф Әхмәҙулла ҡыҙы илебеҙҙең күп кенә тарихи ваҡиғаларының шаһиты, ул районыбыҙҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫешенең башланғысында торғандарҙың береһе. Бала сағы һәм йәшлеге илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорға тура килгән, әммә, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, һынмайынса, ул тормошта үҙ юлын тапҡан.
Әширәф Шәмиғолова 1925 йылдың 17 февралендә Ҡоҙаш ауылында Сафура һәм Әхмәҙулла Юнысовтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килә. Һигеҙ бала булалар, бөгөнгө көндә Әширәф Әхмәҙулла ҡыҙы ғына иҫән. Бер туғандары ла матур ҡартлыҡ кисереп, кемеһе 80, кемеһе 89 йәшкә етеп вафат булалар. Атаһын 1941 йылда һуғышҡа алалар, ул 1943 йылда яраланып ҡайта.
Рәсүлдә ете класты тамамлағандан һуң Верхнеуралға тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Ауыр һуғыш йылдары йәшлек йылдарын урлаһа ла, Әширәф бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, эштән ҡурҡмай, хеҙмәттән йәм табып йәшәргә тырыша. Ер кешеһе ул. Һуғыш осоронда йәш ҡыҙ “Ҡыҙыл Башаҡ” исемендәге колхозда ир-аттан ҡалышмай тракторсы булып эшләй, һыйыр һауа. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда яғыулыҡ ҡойоусы булып эшләй. 1946 йылда тормош иптәше Әҙип менән өйләнешеп йәшәй башлайҙар. Әҙип колхозда механизатор, механик, комбайнсы була. Алты бала, өс ҡыҙ һәм өс малай тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Өлкәндәре Рәмилгә 76 йәш булһа, кинйәләре Илдарға – 63 йәш.
-Әсәйемдең бала сағы ла, йәшлеге лә ауыр заманға тура килә. Өҫкә кейем юҡ, ашау яғы наҡыҫ, тип һөйләй торғайны. Кейәүгә сыҡҡас та аслы-туҡлы йәшәйҙәр. Атайымдар үҙҙәре алты бала була. “Башаҡ йыйырға йөрөйбөҙ, уны алып ҡайтып үткәреп, йәймә бешергән булабыҙ. Өҫтәл тирәләй һигеҙ кеше теҙелеп ултырабыҙ. Ҡәйнәм бер йәймәне бирә лә, еткер, нисек булһа ла еткер, тип һамаҡлай. Ҡая инде, күмәк кешегә бер семтем ризыҡ инде” тип һөйләй торғайны әсәйем, - тип һөйләй ҡыҙы Флүрә Сафиуллина.
Әширәф Әхмәҙулла ҡыҙының оҙаҡ йәшәүенең серен сәләмәт тормош алып барыуында, тиҙәр балалары.
-Бөхтәлекте ярата, үҙен әле лә ҡарай. Иртән тороу менән битенә, ҡулына кремдар һөртә. 95 йәшенә тиклем гимнастика яһаны, карауатта ятҡан килеш тә, иҙәнгә ятып та гимнастика эшләй торғайны. Атайым тере саҡта саф һауала күп йөрөргә тырыштылар. Атайым 79-сы йәшендә, 2006 йылда вафат булды. Тағы ла кеше менән булышып, һүҙгә килешеп, бер ваҡытта ла ғауғалашып йөрөмәне, беҙҙе лә шуға өйрәтте, - ти ҡыҙы Флүрә.
Уҡыуға ла шәп булған инәйебеҙ, әҙәби китаптар уҡыуын ике йыл элек кенә ташлаған. 98 йәшенә тиклем ҡулынан планшет төшөрмәй, төрлө уйындар уйнаған. Юбилярҙың әлеге ваҡытта ҡолағы ғына насар ишетә. Ә инде башҡаһына килгәндә, аңы теүәл, хәтере бар, балаларын таный. Еңелсә ковид үткәргәндән һуң бирешеп китте, тиҙәр яҡындары.
Бөгөн Әширәф инәй Раил улы менән килененең ҡәҙер-хөрмәтендә көн күрә. 6 балаһының, 13 ейән-ейәнсәренең, 22 бүлә-бүләсәренең һәм 6 бүләһенең хәстәре һәм наҙына ҡойоноп йәшәй. Йөҙйәшәр инәйгә артабанда бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!
Әлиә ФӘРРӘХОВА.