Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
27 Февраль 2025, 03:46

Олимпия киберспорт уйындары үткәреләсәк

РФ Президентының ҡушыуы буйынса пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре булдырыла башлаған

Олимпия киберспорт уйындары үткәреләсәкОлимпия киберспорт уйындары үткәреләсәк
Олимпия киберспорт уйындары үткәреләсәк

Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Әр-Рийәдта 2027 йыл тәүләп  Олимпия киберспорт уйындары үткәреләсәк. Ойошторосылар – Халыҡ-ара Олимпия комитеты һәм Киберспорт буйынса донъя кубогы фонды. МХО башланғанға тиклем, йәштәрҙең компьютер артында  “атышып” йә “уҙышып” уйнағандарын бер кемебеҙ ҙә хупламағандыр. Махсус операцияла дрондар әһәмиәттәрен артығын менән иҫбатлай, ә улар менән идара – шул уҡ киберспорт.   РФ Президентының ҡушыуы буйынса пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре булдырылыу  тураһында РФ Оборона Андрей Белоусов министры яңыраҡ белдереү яһағайны.  Тәү ойоштороу эштәре быйыл уҡ тамамланырға тейеш. Тәүге Олимпия киберспорт  уйындарында тап махсус операцияның йәш ветерандары еңеүсе булһындар, тип теләп ҡалабыҙ.  Саманан тыш ҡырыҫ “күнекмәләр” үтә улар әлеге мәлдә!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас