Йөрәк һүҙем һеҙҙең өсөн!
"Шиғыр юлы – ҡоро аҡыл түгел. Шиғыр юлы – йөрәк арҡылы", - тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми. Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Беҙҙең халҡыбыҙ шиғри һүҙгә бер ваҡытта ла битараф булмаған. Баттал мәҙәниәт йортонда уҙған “Йөрәк һүҙем һеҙҙең өсөн!” конкурсы шиғри һүҙҙең бәҫен аңлаусыларҙы, шиғриәт һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Сара яугир-интернационалистарға һәм Ватанды һаҡлаусыларға арналды. Шиғриәт бәйгеһенә алыҫ араларҙы яҡын итеп Рәсүл, Ҡобағош ауылдарынан да шиғыр һөйөүселәр килде. Әлбиттә, сараның төп ҡунаҡтары – афған яугирҙары булды. Ул ҡәһәрле һуғышта Баттал, Аһылай, Оҙонкүл, Озерный ауылы егеттәре лә ситтә ҡалмай ошо ҡан ҡойошта ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар араһынан Баттал ауылынан Илгиз Ғилман улы Бирғәлин тыуған яғына иҫән ҡайта алмай, яҡындарын мәңгелеккә ҡара ҡайғыға һалып һәләк була. Бөгөнгө кисәгә яугирҙар менән бер рәттән уның ата-әсәһе Гәүһәр һәм Ғилман Бирғәлиндар ҙа килгәйне. Сараға яугир ветерандар - Баттал ауылынан Фәнис Таһиров, Самат Солтанов, Озерныйҙан Сөнәғәт Ҡаһарманов, Илдар Зәйнитдинов, Рәшит Фәйзуллин, Миндәк ауылынан Наил Әхмәтйәнов саҡырылған ине.
Сәхнә биҙәлеше, музыкаль яҡтан оҙатыу – барыһы ла юғары кимәлдә булды. Һәр ваҡыттағыса, Баттал мәҙәниәт йорто мөдире Идия Ғәлимова конкурсты уҙғарыуға ҙур тырышлыҡ һалған, бер кемдән дә ярҙам өмөт итмәй, үҙ көсө менән атҡарып сыға. Сәхнәне биҙәүгә, афған ветерандарына арналған стенд эшләүгә, еңеүселәргә бүләктәр алыуға, почет грамоталарына - барыһына ла үҙенең аҡсаһын тотона. Шулай уҡ Баттал ауылы уҙаманы Илфат Бирғәлин еңеүселәргә, ағаһы Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә приздар әҙерләгәйне. Бүләктәрҙе уның улы Илнар Бирғәлин сығып тапшырҙы. Әлбиттә, ошондай сараларҙы уҙғарыуҙа бағыусыларҙың да ярҙамы булһа, бигерәк шәп булыр ине. Киләсәктә ситтә ҡалмаһалар ине, тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауылға дәрт өҫтәп, мәҙәниәт усағын гөрләтеп, һүндермәй эшләгән кешеләрҙең хеҙмәтен күрә белергә һәм хәлдән килгәнсә ярҙам итешеп ебәргәндә шәп булыр ине, әлбиттә.
Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина ҡатнашыусыларҙы, килгән ҡунаҡтарҙы, Баттал ауылы халҡын тәбрикләне. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан гүзәл заттарға Учалы ҡала-район ҡатын-ҡыҙҙар советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бер төркөм кешеләр Миндәк ауылы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Батталдарҙың уңғанлығы, тырышлығы тураһында ҡабатлап яҙып тормайым. Уларҙың егәрлеләр, тигән даны элек-электән билдәле. Махсус хәрби операция башланғас та районда тәүгеләрҙән булып яугирҙәргә гуманитар ярҙам ойошторҙолар. Бөгөн дә яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып баралар. Ошо изге эштәргә ауылда тыуып үҫеп, сит тарафтарҙа йәшәп, эшләп йөрөүсе йәштәр ҙә ситтә ҡалмай үҙ өлөшөн индереүе ҡыуаныслы. Шундай изге күңелле ҡыҙ-егеттәр булғанда ауыл тормошо һүнмәҫ, һүрелмәҫ!
-Бөгөнгө матур сараны ойошторғаны өсөн Идия Миҙхәт ҡыҙына рәхмәт белдерәм. Афғансыларға сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйем. Ә инде Афған ерендә батырҙарса һәләк булған: Биргалин Илгизде, Шакиров Рәфисте, тыныс тормошта төрлө сәбәптар арҡаһында вафат булған:
Валеев Илгиз, Валеев Илдар, Мөхәмәтдинов Сабир, Шаһиев Самат,
Шәмиғолов Урал ҡустыларҙы иҫкә алайыҡ. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Яҡындарына, туғандарына, ата-әсәләренә сабырлыҡ.
Беҙ уларҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ! Илһөйәр ир-егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Мәҫәлән, Баттал, Аһылай, Озерный, Оҙонкүл ауылдарынан ғына махсус-хәрби операцияла яҡынса 38 кеше ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар араһында һәләк булыусылар, хәбәрһеҙ юғалыусылар ҙа бар. Бер ғаиләнән өсәр, дүртәр кеше МХО-ла. Батырҙар алдында сикһеҙ баш эйәм. Яугирҙәрҙең 90 проценттан күбеһе минең элекке уҡыусыларым. Уларҙың һәр береһе өсөн ут йотам, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, - ти хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы Нәҡип Әйүпов.
Шиғыр бәйгеһе юғары кимәлдә үтте. Бәйгеселәрҙең сығышы музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. Баттал мәҙәниәт йорто янындағы “Күбәләк” фолькор ансамбленең патриотик рухтағы йырҙары күңелдәрҙе тетрәндерергә мәжбүр итте. Илмира Байегетованың “Самауыр”, “Байыҡ” һәм башҡа конкурстар еңеүсеһе Яҙгөл Әғлиеваның “Тимерсе” бейеүе йөрәктәрҙе елкендерҙе. Клуб эргәһендәге “Осҡон” бейеү ансамбеленең бәләкәй төркөмө, сараның иң кескәй сығыш яһаусылары, ағалы-һеңлеле Хәтирә һәм Аҡбулат Хәйбуллиндарҙың сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмделәр.
Сәхнәгә сығырға бәйгеселәрҙең дә сираты етте. “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашҡан һәр кемдең тамашасыны арбарлыҡ, тетрәндерерлек әйтер һүҙе бар ине. Уларҙың һәр береһе үҙ маҡсатына өлгәште. Рәсүл ауылынан Флүзә Шәмиғолованың нескә ҡатын-ҡыҙ лирикаһы, әсәлек хис-тойғолары менән һуғарылған сығышы тамашасыны битараф ҡалдырманы. Озерныйҙан БР атҡаҙанған мәғариф отличнигы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Нәйрә Ишмөхәмәтованың Рәми Ғариповтың “Яндырылған хаттар” поэмаһынан өҙөктө юғары оҫталыҡта, йөрәкте тетрәндерерлек итеп һөйләүе күңелдәргә үтеп инде. Поэма менән бергә үткән заманға, һуғыштан һуңғы йылдарға әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ. Ҡулына атаһының хатын тотҡан баланың һыны күҙ алдына килеп баҫҡандай, күҙҙәргә ирекһеҙҙән йәштәр төйөлдө.
Ҡобағош ауылынан йәш конкурсанттар Нур Ғәйнуллин, Сафия Зияитдинова ла һынатманы. Ә инде Зөлфиә Ғаззалова, Люциә Ғәйфуллина, Рәмзиә Ғәйнуллина, Тимур Ғиззәтуллиндың Афған илендә интернациональ бурысын үтәгән яугирҙәргә, ауылдаштары, афған яугиры Рәфис Шакировтың яҡты иҫтәлегенә йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙар композицияһынан сәхнә әҫәре тәҡдим итте.
Рәфис Ишмырҙа улы Шакиров 1964 йылдың 22 майында Ҡобағош ауылында ете балалы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Ҡобағош мәктәбендә белем ала. Артабан Учалы һөнәселек училищеһында уҡый, ауылда комбайнсы ярҙамсыһы, тракторсы булып эшләй. 1983 йылда Учалы ҡалаһында водителдәр курсын тамамлай һәм ошо уҡ йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1985 йылдың 1 ғинуарында Афғанистанда интернациональ бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Баттал ауылының нәфис һүҙ оҫталары Динә Фәтхүтдинованың, Илзиә Бирғәлинаның, Ләйсән Әхмәтйәнованың, Гөлзиә Ғәйфуллинаның, Рәмзиә Суфиянованың, Лидиә Шәғәлинаның, Рәфилә Суфьянованың, Идиә Ғәлимованың сығышы тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Уларҙың һуғыш йылдарын, һуғыш осорон һүрәтләгән шиғырҙары күҙ йәштәре аша тыңланыҡ.
Ләкин бәйге булғас, бәйге инде. Жюри ағзалары беренсе урынды бер тауыштан Ҡобағоштарға бирҙе. Икенсе урында Рәсүл ауылынан Фрүзә Шәмиғолова һәм Батталдан Идия Ғәлимова. Өсөнсө урынға өс кеше сыҡты. Озерныйҙан - Нәйрә Әйүпова, Батталдан Рәфилә Суфьянова һәм Ҡобағоштан Люциә Ғәйфуллина. Балалар араһында беренсе урынға Батталдан Гөлзиә Ғәйфуллина лайыҡ тип табылды. Икенсе урында Батталдан Динә Фәтхүтдинова менән Ҡобағоштан Сафия Зияитдинова, Өсөнсө урын Илзиә Бирғәлинаға, Ләйсән Әхмәтйәноваға һәм Аҡбулат Хәйбуллинға бирелде. Байрамда шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә, ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Иҙиә Миҙхәт ҡыҙы барлыҡ ҡатнашыусыларға, тамашасыларға, килгән ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
-Быйылғы йылым бик уңышлы, ҡыуаныслы ваҡиғалар менән башланып китте. Етәкселек тарафынан эшемде юғары баһалауҙарына рәхмәтлемен. Минең хеҙмәт уңыштарым, әлбиттә, ул беҙҙең дөйәм коллективтың эш һөҙөмтәһе. Алһыҙ-ялһыҙ минең менән бергә булған апайзарыма, тырыш эшһөйәр ҡыҙҙарыма һәм беҙҙең, сәхнәбеҙҙең биҙәге булған уҡыусы балаларыма рәхмәтлемен. Барлыҡ мәҙәни сараларҙы үткәрергә ярҙам итеп, ауыл тормошона ҡағылышлы булған хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған, “Күбәләк” фольклор ансамбле ҡыҙҙарының ярҙамы менан барлыҡ эштәребеҙҙе юғары кимәлдә атҡарылып сыға. Етәкселәр тарафынан тик ыңғай баһалар алабыҙ, был иһә беҙгә артабан тырышып эшләргә илһам, дәрт, сәм генә бирә. Бөгөнгө сираттағы барлык төбәк-ара Афған яугирҙәрен туплап ойошторолған "Йөрәк һүҙем һеҙҙең өсөн!" тигән сарабыҙҙа бик юғары кимәлдә үтеп китте. Төрлө ауылдарҙан килгән ҡатнашыусыларға, мәртәбәле ҡунаҡтарға, байрамыбыҙҙың төп ҡунаҡтары – Афған яугирҙәренә рәхмәт белдерәм. Ил именлегендә бергә, берҙәм булып, эшләп йәшәргә яҙһын! – тине ул сығышында.
Яугир-интернационалистарға иһә сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. Уларҙың тыныс тормошта ла һынатмай, районыбыҙ, республикабыҙ үҫешенә үҙҙәренең лайыҡлы өлөшөн индереүҙәре, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә көс һалыуҙары шатландыра. Сара барышында яугирҙәр үҙҙәренең хәтирәләре менән дә уртаҡлаштылар.
Фәнис Әнүәр улы Таһиров Афғанстандағы һуғыштың тәүге тулҡынына – иң ҡыҙыуына эләгә. 1980-1982 йылдарҙа Афған һуғышында ҡатнаша, интернациональ бурысын үтәй. Совет Армияһы сафына хеҙмәткә алынған егет тәүҙә Тоцкийҙа хәрби әҙерлек үтә. Унда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн 1 дәрәжә “Яугир-спортсы” күкрәк билдәһе менән наградлана, бының өсөн бер аҙналыҡ ялға ҡайтарыла. Учебканан һуң махсус хәрби-медицина әҙерлеген үтә һәм хәрби частың медицина белгесе, санитар инструктор әҙерләү буйынса уҡыу подразделениеһын тамамлай. 1981 йылдың ноябрендә Афғанстанға ебәрелә. Фәнис Әнүәр улы ротаның медицина тәьминәте өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә. Сурхандарья өлкәһенең Термез ҡалаһында була. Амударъя йылғаһы, Саланг артылышы аша үтә. Ҡундуз провинцияһына, Баграм ҡалаһына ла барырға тура килә. Ҡабул иһә һуңғы һуңғы туҡталыш нөктәһенә әйләнә. Палаткаларҙа йәшәйҙәр. Яугир ундағы климаттың түҙеп торғоһоҙ эҫе булыуын бәйән итә. Көндөҙ плюс иллегә етһә, төндәре бик һалҡын була ине тип хәтерләй. Операциялар ваҡытында йыш ҡына таҙа һыу бөтөү арҡаһында, һалдаттарға тоҙло һыу ҙа эсергә тура килә, ә ул иһә тағы ла көслөрәк ғазапландыра, һыу эсәһе килә, ирендәр кибә һәм ярыла, тип һөйләй.
Ҡабулға барғанда, дошман ҡомло юлдарҙаа танкыға ҡаршы транспорт миналары ҡуя. Колонна башында саперҙар бара, улар бер нисә сәғәт буйына юлдың һәр бәләкәй араһын ентекләп тикшерә, миналарҙы табып, зарарһыҙландыра. Йыш ҡына дошман колоннаға тауҙарҙан ут аса. Атыш ваҡытында һалдаттарҙың ҡолаҡ ярыҡтары ярылып, ҡолаҡтарынан ҡан ағып сығыу осраҡтары ла була. Бик күптәре һәләк була. Ике йыл хеҙмәт итә Фәнис Әнүәр улы. Яугирҙең түшен бихисап орден-миҙалдар биҙәй.
Сөнәғәт Ҡаһарманов Афғанстанға урау-урау юлдар аша барып эләгә.
-Мәктәптә уҡығанда Илгиз Бирғәлинды алып ҡайтып ерләнеләр. Ата-әсәйем был хәлгә янды-көйҙө, беҙҙең балаларҙың да иңенә төшөрмө икән был һуғыш, тип хафаға ҡалды. Шуға ла унынсы класты тамамлағас, Учалыға автомәктәпкә уҡырға ебәрмәй, Верхнеуралға СПТУ-ға ебәрҙеләр. Йәнәһе, автомәктәпте тамамлаһаҡ, шундуҡ Афғанға аласаҡтар. Уҡып бөткәс армияға саҡырыу алдым. Йыйылыу пунктында комиссия үткәс, “Учалылар, теҙелегеҙ!” тигән фарман яңғыраны. Фамилияларҙы атай башланылар, беҙ дүрт егет тороп ҡалдыҡ, резервҡа, тип аңлаттылар. Тегеләрҙе Иран гранциаһына алып киттеләр, беҙ казармала ҡалдыҡ. Бер аҙҙан беҙҙе саҡырттылар, поезға тейәп алып та киттеләр, беҙҙең менән барған Өфө егеттәре көньяҡҡа, тип әйттеләр. Беҙҙә ҡыш булһа, Афған сигендә йәй ине. Өс ай учебканан һуң вертолет менән Афғанстанға индерҙеләр, - тип хәтерләй хеҙмәт йылдарын СөнәғәтҠаһарманов.
Афғанда водитель, БТР-ҙа йөк оҙатыусы булып йөрөй. Бер йыл хеҙмәт итеп, 1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан һуңғы ғәскәрҙәрҙе сығарыу тамамлана, улар араһында Сөнәғәт Ҡаһарманов та була. Яугир әле лә хеҙмәттәштәре менән бәйләнеш тота, осрашып торалар. Хәтергә алырлыҡ нәмәләр күп, ти ул. Бына был ысын һуғышсан туғанлыҡ, исмаһам. “Дуҫлыҡ яуҙа һынала”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Әлиә ДАУЫТОВА.