Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
4 Марта 2025, 09:21

Бер төптән

“Ирәмәл” тәбиғәт паркында берсә тәбиғәтте һаҡлау һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртҡан масштаблы рейд үтте.

Бер төптәнБер төптән
Бер төптән

“Ирәмәл” тәбиғәт паркында берсә тәбиғәтте һаҡлау һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртҡан масштаблы рейд үтте.

Сарала төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнаша: “Ирәмәл” паркы начальнигы М.Р.Дияров, өлкән инспектор А.В.Байков, БР Экология министрлығы хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса Белорет хеҙмәтенең баш белгес-эксперты А.Д.Мусин,  Белорет районы буйынса эске эштәр министрлығы бүлегенең юл инспекторы А.Р.Мәғәфүров, Учалы һәм Белорет райондарындағы “Гостехнадзор” инспекторҙары Р.Д.Ағзамов менән З.М.Казин.

Маҡсат – дәүләт техник күҙәтеүе талаптары, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте үтәлеүен тәьмин итеү. Ведомство-ара һәм комплекслы сара биләмәне тулы һәм сифатлы тикшерергә ирек бирҙе.

Рейд барышында ике тиҫтәнән ашыу ҡаргиҙәр техника тикшерелде.Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тәңгәлендә - ике ( РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының  12.2, 12.5-се статьялары), шулай уҡ айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары режимын боҙоу буйынса ( Кодекстың 8.39-сы статьяһы)  йәнә ике осраҡ асыҡланды  Бөтә осраҡтарҙа ла талап ителгән  документтар төҙөлөп, яза биреү өсөн тейешле инстанияларға ебәреләләр.

 Һәр кемебеҙ парк биләмәләренә ҡунаҡҡа ғына бара алабыҙ, ҡунаҡ булһаң – тыйнаҡ бул тигәнде һис тә оноторға ярамай!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас