Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
6 Марта 2025, 10:05

Матур ғаилә - ил ҡото

Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап Йәштәр йортонда матур, йөкмәткеле сара үтте. Байрам шулай уҡ районыбыҙҙың 95 йыллығына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм "Берҙәм ғаилә" клубының 20 йыллығына арналды. Уны ойоштороуға "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы һәм Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы көс һалды.

Матур ғаилә - ил ҡотоМатур ғаилә - ил ҡото
Матур ғаилә - ил ҡото

Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап Йәштәр йортонда матур, йөкмәткеле сара үтте. Байрам шулай уҡ районыбыҙҙың 95 йыллығына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм "Берҙәм ғаилә" клубының 20 йыллығына арналды. Уны ойоштороуға "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы һәм Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы көс һалды.

Тантананы "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры менән Дарина Нәжметдинова асып ебәрҙе. Тәбрикләү һүҙҙәре менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Миләүшә Астанова сығыш яһаны. Сарала йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы актив ғаиләләр йәштәр сәйәсәте комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Гөлнур һәм Илдар Исхаҡовтар, Айгөл һәм Айнур Моратовтар, Аида һәм Марат Йомабаевтар башҡорт ғаиләһе традицияларын, ғәҙәттәрен һаҡлауға тос өлөш индереүҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Рәхмәт хаттарын һәм ҡоролтай бүләктәрен Ғалимжан Хилажев тапшырҙы.

Айгөл һәм Айнур Моратовтарҙың ғаиләһенә 15 йыл. Ун дүрт йыл инде улар дин юлындалар. Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә - Әмир, Әминә, Морат һәм Асия. Тиҙҙән, Аллаһ бирһә, бишенсе бәпестәрен дә ҡулға алырға торалар. Был ғаилә Ислам дине ҡанундарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып йәшәй. Балаларҙы тәрбиәләгәндә лә дин ныҡ ярҙам итә ти Моратовтар. Ғаилә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл Советына, мәсеткә хәйриә ярҙамы менән һөйөндөрәләр. Айгөл Мөхәмәтғәли ҡыҙы Илсе ауылы мәсетендә ололарға дин дәрестәре алып бара. Әйткәндәй, үҙе лә белемен камиллаштырырға онотмай, әлеге ваҡытта Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәҙрәсәлә уҡып йөрөй. Айнур Хәйҙәр улы малсылыҡ һәм игенселек йүнәлешендә шөғөлләнеүсе крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Район халҡын иген, хәләл ит менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Бынан тыш, Айнур Моратов беҙгә махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмән булараҡ та таныш.

- Беҙҙең "Бәйләнештә", "Ватсап", "Телеграмм" селтәрҙәрендә "Беҙҙең Ватан - Рәсәй" тигән ирекмәндәр төркөмө бар. Шуның аша аҡса йыйыу, гуманитар ярҙам туплау ойошторола, һәр алған әйбергә, тотонолған аҡсаға отчет эшләнә. Етәксебеҙ - Тәлғәт Әхмәт улы Рәхмәтуллин. Бөгөнгә ошо төркөм аша МХО-лағы егеттәргә 2 млн ашыу аҡса йыйғанбыҙ, шуға 24-ләп машина, 3 мунса оҙатҡанбыҙ, ә алып ебәргән квадрокоптерҙарҙың иҫәбе-һаны ла юҡ инде,- тип, эш барышы менән таныштыра Айнур Хәйҙәр улы.

Башлыса ирекмәндәр егеттәрҙең заявкалары буйынса эшләргә тырыша. Миҙгел ваҡытына ҡарап, улар үҙгәреп тора, ти әңгәмәсебеҙ. Һуңғы сәфәре лә ошо хаҡта һөйләй.

- Егеттәр шылтыратты ла, тураһын әйтте. Бында христиандар өсөн отец Максим бар, яугирҙар улар менән йыш әңгәмәләшә, рухтарын нығыталар. Мосолмандар өсөн дә хәҙрәт кәрәк ине, һөйләшеп ултыраһы килә, күңел талабыбыҙ шулай тигәс, оҙаҡ уйлап торманым. Ҡунаҡбай ауылының имам-хатибы Урал Шөғәйеповҡа мөрәжәғәт иттем. Ул шундуҡ риза булды. Ҡорбан салырбыҙ тип 2-3 һарыҡ алып барҙыҡ. Дөрөҫөн әйтәм, яугирҙар бик риза булып, ҡәнәғәт ҡалдылар. Имам-хатипҡа һорауҙар бирҙеләр, күңелдәрен бушаттылар. Рухтары нығынып, дәртләнеп оҙатып ҡалдылар беҙҙе, - тип МХО зонаһына барған һуңғы сәфәре хаҡында бәйән итте Айнур Моратов.

Март айында ул тағы ла гуманитар йөк менән яугирҙарыбыҙ янына барырға ниәтләй.

Шундай уҡ өлгөлө ғаиләләрҙең береһе - Миндәктән Йомабаевтар. Ғаилә башлығы Марат Ғамир улы сарала була алмай ҡалды, сөнки әлеге ваҡытта ул МХО-ға гуманитар ярҙам алып киткән. Беҙ уның ҡатыны Аида Мөхтәр ҡыҙы менән әңгәмәләштек.

- Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә. Иң өлкәненә 20 йәш булһа, кинйәбеҙгә әле өс кенә йәш. Өйҙә балалар менән башҡортса аралашырға тырышам. Ауыҙ-тел ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, шәжәрәбеҙҙе бергәләп өйрәнәбеҙ. Аталары иһә балаларға патриотик тәрбиә бирергә тырыша, - ти Аида Йомабаева.

Марат Йомабаев МХО-ла үҙ кешегә әйләнеп бөткән, яҡындары әйтеүенсә, был уның туғыҙынсы сәфәре икән. Ҡурҡыу белмәҫ уҙаманға уңышлы сәфәр теләп ҡалабыҙ. Ошо көндәрҙә генә Югра №87 батальонына күрһәткән ярҙамы өсөн подполковник Д. Аксеновтың күрһәтмәһе буйынса Марат Ғамир улы "МХО-ға ярҙамы өсөн" миҙалы менән наградланған. Яҡташыбыҙҙы ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! 

Гөлнур һәм Илдар Исхаҡовтар ҙа райондаштарыбыҙға яҡшы таныш. Районыбыҙ данын яҡлап был ғаилә республика, бөтә ил ярыштарында йыш сығыш яһай. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә Исхаҡовтар тос өлөш индерә. Ата-әсәһе миҫалында улдары Исмәғил, Бәхтиәр, Мортаза ла уғатарлыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә, яҡшы уңыштарға өлгәшә.

Сара барышында районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа ла киң билдәле этнограф, крайҙы өйрәнеүсе, уҡытыусы Азат Ғарипов Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының һәм йәштәр сәйәсәте комитетының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. "Учалы ағинәйҙәре" ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева билдәләүенсә, әлеге ваҡытта райондағы ағинәйҙәр тегеп кейгән башҡорт милли кейемдәре нәҡ Азат Салауат улының кәңәштәренә таянып, урындағы халыҡтың боронғо кейем нескәлектәрен иҫәпкә алып тегелгән. Онотолған тарихҡа иғтибар йүнәлтеүгә лә Азат Ғарипов тос өлөш индерә. Фән өлкәһендә эшләгәс, тикшереүҙәр алып бара, йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында ҡағыҙға теркәүҙе, китап итеп баҫтырып сығарыуҙы ла маҡсат итеп алған тынғыһыҙ уҡытыусы. Элекке кәсептәргә йән өрөп, әлеге ваҡытта Азат Салауат улы дәртләнеп яңы проектҡа тотонған - Учалыла боронғо келәм һуғыу эшен йәнләндерә. Улай ғына түгел, боронғо келәм һуғыу станоктарын ул үҙе эшләй. Традицияны үҫтереү маҡсатында ҡалалағы төбәкте өйрәнеү музейында ул уҡыуҙар ҙа ойошторған. Шуға күрә, хөрмәтле яҡташтар, кем боронғоса итеп келәм һуғырға өйрәнергә теләй, Азат Салауат улы Ғарипов ойошторған дәрестәргә рәхим итегеҙ.

"Берҙәм ғаилә" төркөмө үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә алдан "Матур ғаилә - ил ҡото" тигән конкурс ойошторған булған. Сара барышында ошо күркәм ярышҡа йомғаҡ яһалды.

"Шәжәрә" номинацияһында еңеүсе тип Әйүповтар ғаиләһе танылды. Икенсе урынды Заһиҙуллиндар ғаиләһе яуланы. Был номинациялар буйынса еңеүселәрҙе бүләкләгәндә ҡотлау һүҙҙәре менән бергә тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Райондың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева бер ыңғай шәжәрә төҙөү серҙәренә төшөндөрә барҙы һәм әле эшләнгән шәжәрәләрҙә нимәләрҙе төҙәтергә кәрәклеген билдәләне.

"Милли кейем" номинацияһында Шиховтар ғаиләһе еңеүсе булды. Икенсе урынды - Хужиәхмәтовтар, өсөнсө урын Йосоповтар ғаиләһенә бирелде. Шиховтар ғаиләһе тураһыда айырым билдәләп үтәһе килә. Өләсәләре Гүзәл Миңлевәли ҡыҙы үҙенә һәм ейәнсәре Эмилияға башҡорт милли кейеме теккән. Үҙе һөйләүенсә, тәүҙә милли кейем буйынса Өфөлә оҫталыҡ дәрестәре алған, төбәкте өйрәнеү музейына йөрөп, яға тегеү серҙәренә өйрәнгән, күлдәктәренең һәр биҙәге, һәр нескәлеге традицион милли алымдарға яуап бирә. Шундай дәртле, бөтмөр өләсәйгә афариндан башҡа ни әйтәһең инде!

"Бишек йыры" номинацияһында Ғайсиндар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Икенсе урынды - Ғибәҙуллиндар, өсөнсө урынды Хисмәтуллиндар һәм Абдразаҡовтар яуланы.
"Китап уҡыу" номинацияһында Кәримовтар һәм Закировтар ғаиләләре өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.

"Шиғыр һөйләү" номинацияһында Усмановтар ғаиләһе еңеүсе булды. Икенсе урынды - Альбина Ғәлиеваның ғаиләһе һәм Нурмөхәмәтовтар, өсөнсө урынды Ғәйнетдиновтар һәм Мхитарян ғаиләләре яуланы.

Сарала "Ҡояшҡай" бейеү студияһына йөрөгән бәләкәй ҡыҙсыҡтар тамашасыларға матур бейеү бүләк итте. Аслан Ғәйнетдинов М. Кәримдең "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" шығырын тасуири итеп һөйләне, Әмирхан Йомабаев башҡорт халыҡ йырын башҡарып, сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Гүзәл Садиҡова байрамды башынан аҙағына тиклем саф башҡорт телендә матур итеп алып барҙы. Телмәренән үк уның һәр ғаилә менән яҡындан таныш булыуы, аралашыуы, уларҙы дәртләндереп, күтәрмәләп тороуын тойомларға була ине.

Башҡорт ғаиләһенә дан йырлаусы йылы байрам бер тынала, ойошҡан рәүештә үтте. Унда килеүселәрҙең күпселеге милли кейемдә булыуы айырыуса күңелгә ятты.

Матур ғаилә - ил ҡото
Матур ғаилә - ил ҡото
Матур ғаилә - ил ҡото
Матур ғаилә - ил ҡото
Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас