Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Март 2025, 04:20

Шәжәрәһен белгәндең киләсәге ышаныслы

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа шәжәрә байрамдарын үткәреү, йәғни туғанлыҡ тамырҙарын барлау йолаға әүерелеп килә, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты. Шәжәрә байрамдары нәҫел тамырҙарын барлау, ете быуын ата-бабаларҙы асыҡлап, быға тиклем бер-береһен күреп белмәгән туғандарҙы осраштырып, яҡындан күрештереү, балаларҙы үҙ-ара таныштырыу маҡсатында үткәрелә.

Шәжәрәһен белгәндең киләсәге ышаныслыШәжәрәһен белгәндең киләсәге ышаныслы
Шәжәрәһен белгәндең киләсәге ышаныслы

Шәжәрәһен белгәндең киләсәге ышаныслы

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа шәжәрә байрамдарын үткәреү, йәғни туғанлыҡ тамырҙарын барлау йолаға әүерелеп килә, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты. Шәжәрә байрамдары нәҫел тамырҙарын барлау, ете быуын ата-бабаларҙы асыҡлап, быға тиклем бер-береһен күреп белмәгән туғандарҙы осраштырып, яҡындан күрештереү, балаларҙы үҙ-ара таныштырыу маҡсатында үткәрелә.

Учалы районының 95 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Һөләймән ауылында "Шәжәрәбеҙҙе беләйек, өйрәнәйек" темаһына шәжәрә байрамы ойошторолдо. Сара «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән ойошторолдо һәм быуындар күсәгилешлеген нығытыу маҡсатында уҙғарылды.

Мәртәбәле сараға район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Илсеғол ауыл советы башлығы Зәлифә Әбшәһитова, Учалы районы башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Марс Камалов, Алмас хәҙрәт Рәхмәтуллин, район мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлиә Байегетова саҡырылды. Йыйында шулай уҡ райондың ағинәйҙәр ҡоро әүҙем ҡатнашты.

Туғыҙ ауылдан ағинәйҙәр командалары ҡатнашты - Һөләймән, Мәҫкәү, Ишкен, Рысай, Балбыҡ, Иҫке Байрамғол, Илсеғол, Кәрим, Һөйөндөк. Һәр бер команда шәжәрәләре менән таныштырҙы, үҙҙәренең ата-бабалары тураһында бәйән итте. Нәҫел-нәсәптәре тураһында һөйләп кенә ҡалманы, бик матур итеп йырлап-бейеп тә алдылар, милли аш-һыу тәҡдим иттеләр. Мәҙәниәт йортонда теге йәки был нәҫелдең шәжәрәләре, улар араһында булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугирҙары хаҡында мәғлүмәт, туғандарҙың фотокүргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине.

Сараны асып, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина:

-Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа шәжәрә байрамдары үткәреү киң ҡолас алды, был бик ҡыуаныслы хәл. Ундай саралар, һис шикһеҙ, күркәм мөнәсәбәттәргә нигеҙ булып тора, нәҫелдәштәрҙең араһын тағы ла яҡынайта. Ҡайһы бер туғандар тап ошондай байрамдарҙа бер-береһен таба, тәүге тапҡыр күрешкәс, бынан ары айырылмаҫҡа һүҙ бирешә. Шәжәрәбеҙҙе өйрәнәйек, уны балаларыбыҙға ла күрһәтеп торайыҡ, ятлатайыҡ. Шулай уҡ, мөмкинлек табып, нәҫелгә бәйле тарихи мәғлүмәттәрҙе йыйып, яҙа барыуығыҙ, хатта айырым китап итеп сығарыуығыҙ бик яҡшы буласаҡ. Шәжәрәбеҙҙе тергеҙеп, ата-бабаларыбыҙҙың эш-ғәмәлдәре хаҡында яҙып ҡалдырһаҡ, был киләсәк быуын өсөн ҡиммәтле мираҫ буласаҡ. Берәй оло кеше ҡапыл вафат булһа, әллә күпме тарих, тәжрибә, аҡыл баш- ҡаларға тапшырылмай ҡала. Шуға ла һәр беребеҙ белгән-күргәндәребеҙҙе яҙып барырға тырышһаҡ ине, - тине.

Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева ағинәйҙәрҙең егәрлелеге, берҙәмлеге тураһында ла әйтеп үтте.

-Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ, тигәндән, аңыбыҙ төбөндә бикләнеп ҡалған күпме матур йола тергеҙелде ошо осор эсендә. Уны беҙ сәхнә өсөн, йә берәй конкурста ҡатнашыу өсөн түгел, ауыл халҡы менән бергә йолалау өсөн файҙаланабыҙ. Күренекле шәхестәребеҙҙе, батырҙарыбыҙҙы тел осонан да төшөрмәй балаларыбыҙға һөйләп торайыҡ, башҡорт тамырын ҡоротмайыҡ, тип тә көс һалабыҙ. Ошо йылдар эсендә ауылды, ауылдаштарҙы күҙ менән ҡаш араһында тоторға, ҡайһы тәңгәлдә ярҙамыбыҙ кәрәк, шунда йүгереп барырға, үҙебеҙҙе бер нәмәгә лә битараф булмаған, милләттең рух сығанағын һаҡлаусылар итеп тойорға, эшләргә өйрәндек. Аралашыу беҙҙе берләштерә, үҫтерә, яңы матур эштәргә ылыҡтыра. Йолаларҙы беҙ ауыл халҡы тормошонда ҡулланыу өсөн тергеҙәбеҙ, - тине ул.

Һөләймән ауылы тарихы

Һөләймән - Илсеғол ауыл советына ҡараған ауыл. Башҡортостандың ауылдары тарихы китабы мәғлүмәттәре буйынса, ауылға нигеҙ һалыусы - Һөләймән Иштуғанов, 1837 йылда тыуған. Был китапта ауылдың икенсе исеме Мулдаш булған, тип тә яҙылған. Башҡа ауылдарға ҡарағанда, бында ике йә өс ҡатынлы ғаиләләр күп булған. 1797 йылдар башында Миәс йылғаһы буйҙарында алтын ятҡылыҡтары асылған. 1836 йылда айырым кешеләргә алтын сығарырға рөхсәт сыға. Урыҫтар башҡорттоң алтынға бай ерҙәрен һатып алып, алтын сығара. Ауыл халҡы алтын йыуырға байҙарға ялланып көн күрә һәм шулай уҡ малсылыҡ, һунарсылыҡ, игенселек, балыҡ тотоу менән шөғөлләнә.

XVIII быуат башында 15 кенә йорт булған. Унда 63 кеше йәшәгән. 1858 йылда 69 йортта 580 кеше булһа, 1920 йылда 88 йортта 450 кеше тирәһе була. Бөгөнгө көндә ауылда 54 йортта 85 кеше йәшәй. Балалар һаны - 15, уларҙың 12-һе уҡыусы, өсәүһе мәктәпкәсә йәштәгеләр.

Ауылда уҡымышлы, тырыш кешеләр күп булған. Мәҫәлән, әлеге көндә йәшәүсе аҡһаҡал, Хәтим Хажимөхәммәт улының дүртенсе быуын олатаһы Мөхәмәтйәр бер нисә тапҡыр хажға барып ҡайтҡан, Ҡөрьәнде тулыһынса яттан белгән. Шуның өсөн уны Мөхәмәтйәр Хажи Ҡарый тип йөрөткәндәр. Уның тураһында Зәйнулла ишан Рәсүлев та үҙенең яҙмаларында хөрмәт менән иҫкә ала.

1920 йылдарҙа “Ҡаҡсырҙы” исемле колхоз ойошторола. Уның рәйесе итеп Әсәҙуллин Хафизитдин Мөхәмәтша улы тәғәйенләнә. Һуңыраҡ был колхоз “18-се Партсъезд” тип үҙгәртелә. Тиф ауырыуы көсәйгәнлектән, ауылда тиф дауаханаһы асыла. Өфөнән табиптар бригадаһы килеп эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 74 кеше фронтҡа оҙатыла. Махсус хәрби операцияла һигеҙ егет ҡатнаша.        

Бындай сара, һис шикһеҙ, беҙҙе тамырҙарыбыҙ менән бәйләгән бай мираҫ һәм ҡиммәттәр тураһында иҫкәртеү булып тора. Байрам йылы теләктәр һәм яңы осрашыуҙарға өмөт менән тамамланды, был, үткәндәр хаҡында хәтерҙе һаҡлап, киләсәккә оптимизм менән ҡарарға мөмкинлек бирә.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас