Ауыл халҡының сәләмәтлеген акушерка Фәниә Ғәлиуллина хәстәрләйәсәк. Фәниә Фәтих ҡыҙы Әбйәлилдән, Белорет медицина колледжын тамамлаған. Ошо ауылға килен булып төшөп, бөгөнгө көндә тормош иптәше менән Ғәлиәхмәр ауылында матур донъя көтәләр. Көн тимәй, төн тимәй, кәрәк саҡта өйҙәренә лә барып ауырыуҙарҙы ҡарап, дауаларға өлгөрә уңған ҡыҙ. Әйткәндәй, Фәниә Ғәлиуллина “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләп тапшырған, моғайын үтер, тип ышанабыҙ. Программа ошо тармаҡтағы йәш белгестәрҙең ауылға килеүенә юл аса. Ул йыраҡ ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа табиптар ҡытлығын бөтөрөүгә, шулай уҡ медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлдерелгән.
-Әсәйем шәкәр диабеты, атайым бронхит менән яфаландылар, шуға ла яҡындарыма нисек тә ярҙам итеү өсөн бәләкәйҙән табип булырға хыялландым. Колледждан һуң Белорет бала табыу йортонда эшләнем, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолда фельдшер декрет ялына китеү сәбәпле урын бушағас, эшкә килергә ризалаштым, былтыр 1 августан эш башланым. Медицина һөнәрен һайлағаныма берҙә үкенмәйем, кешеләргә ярҙам итеүҙе үҙемдең изге бурысым итеп һанайым. ФАП-тан кеше бер ваҡытта ла өҙөлмәй, көнөнә 15-20-шәр кеше ҡабул итергә тура килә. Ҡалуй ауылы халҡын барып ҡабул итәм, юлдары төшһә, үҙҙәре киләләр. Кешеләр сирләмәй тормай, айырыуса юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусылар күп, ҡышҡы осорҙа һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар ҙа арта, укол һалдырырға йыш йөрөйҙәр. Профилактика менән дә даими шөғөлләнәбеҙ, юғиһә ауыл халҡы баштан-аяҡ донъя мәшәҡәттәренә сумып, һаулыҡтары тураһында онотоп та ебәрә торған, - ти Фәниә Фәтих ҡыҙы.
Өр-яңы, йылы һәм уңайлы медпункт өсөн бигерәк тә ололар ҡыуанды.
-Элекке медпунктыбыҙ ағастан ине, мейес менән йылытыла. Ваҡытлыса үҙемә яғып ҡараштырып торорға тура килде. Күпме генә утын яҡһаң да йылынмай ыҙалатты. Яңы ФАП-ҡа шатланып бөтә алмайбыҙ, фельдшер ҡыҙыбыҙ мөләйем, ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер, - ти Илүзә Лутова.