Баттал ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу – урындағы барлыҡ халыҡ өсөн мөһим ваҡиға булды. Батталдар хәҙер медицина ярҙамын тағы ла уңайлыраҡ шарттарҙа аласаҡ. Яңы бинала пациенттарҙы “Ауыл табибы” программаһы буйынса эш башлаған фельдшер Люциә Ғәйфуллина ҡабул итәсәк. Люциә Шәфҡәт ҡыҙы күрше Озерный ауылынан. Белорет медицина колледжын тамамлағандан һуң Батталға шәфҡәт туташы булып эшкә килә. Тормошҡа сығып ошо ауылда төпләнә, оҙайлы декрет ялынан һуң фельдшерлыҡҡа яңынан уҡып эшләй башлай. Фельдшер булып эшләгәненә биш йыл ваҡыт үтеп киткән. Үҙ эшен яратып, яуаплы башҡарған фельдшерҙы ауыл халҡы ла ихтирам итә. Шулай ҙа үҙәктән ситтә ятҡан ауылда эшкә ҡалыу үкенесе юҡмы, тип һорамай булдыра алманым гүзәл ханымдан.
-Медик һөнәрен һайлағаныма һәм Батталда ҡалыуыма һис үкенмәйем. Ауыл, уның ултырған урыны матур, йәйгеһен тәбиғәте бигерәк тә һоҡланғыс. Ауылдаштарым изге күңелле, ихлас кешеләр, берҙәмдәр. Миңә һәр ваҡытта ла терәк-таяныс булған тормош иптәшем бар. Вадим менән өс бала тәрбиәләйбеҙ, балаларға ла ауылда йәшәүе оҡшай, - тине ул.
Яңы ФАП 300-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Бар уңайлыҡтар тыуҙырылған өр-яңы бинала сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн бар шарттарҙың булыуына Люциә Шәфҡәт ҡыҙы бигерәк тә ҡәнәғәт.
-Элекке таш бина бик һыуыҡ булды, өҫ кейемендә ултырырға тура килде. Мейесен күпме яҡһаң да торбалары йылытмай. Ахырҙа ял көндәрендә лә сығып ут яға инек. Хәҙер йылы, яҡты, матур. Дәртләнеп эшләйһе генә килеп тора, - тип ҡыуана фельдшер.
Медпункт төҙөүҙә батталдар үҙҙәре лә әүҙемлек күрһәтә. Өмәгә сығып ФАП өсөн урын әҙерләүҙәрен билдәләп үттеләр. Ауыл халҡы тиҙ арала өр-яңы медицина учреждениеһы төҙөгән барлыҡ эшселәргә, республика һәм район етәкселегенә оло рәхмәттәрен еткерҙе.