Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март , 11:40

Яңы ФАП халыҡты ҡабул итә

Илтабан ауылында яңы ФАП эшләй.

Яңы ФАП халыҡты ҡабул итә
Яңы ФАП халыҡты ҡабул итә

Учалы районында 52 фельдшер-акушер пункты эшләй. Заманса модулле ФАП тәүгә сафҡа индерелмәй, ошондай уҡ бина Һәйтәк һәм Рафиҡ ауылдарында ла төҙөлдө. Илтабан, Вознесенка, Ҡалҡан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр һәм Ҡобағош ауылдарында ла файҙаланыуға тапшырылды.

Яңы ФАП-тар - 8,55-кә 9,79 метр үлсәмендә тиҙ ҡоролған модулле конструкцияларҙан тора. Бөтә заман талаптарына яуап бирә: ауыл халҡына сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Процедура, тикшереү, дарыу һаҡлау һәм башҡа кабинеттар бар. Бәҙрәф тә бина эсендә. 

 “Уңайлы мөхит” программаһы ла күҙ уңына алынған, физик мөмкинлек­тәре сикләнгән кешеләргә инеү-сығыу өҫтәмә ҡыйынлыҡтар килтермәйәсәк.

Подрядсылары - Пермь крайының Чусовой ҡалаһынан “Стройсервис” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәт­кәрҙәре бурыстарына яуаплы ҡарап, эштәрҙе ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарып сыҡҡандар.

- Төҙөлөш ойошмаһына дәғүәләр булманы. Бер-бер артлы эшләнеләр: беренсе бригада конструкцияны ҡорһа, икенселәре килеп бүлмә­ләргә бүлде, ҡыйығын япты, иҙән-түшәм һалды, ишек-тәҙрәләрҙе ҡуйҙы. Йәнә бер бригада коммуникацияларға тоташтырҙы. Ауыл хакимиәте лә ситтә ҡалманы, нигеҙен күмеү, бинаны кәртәләп алыу, учреждение алдына ҡырсынташ һалыу  кеүек эштәрҙе беҙ башҡарып сыҡтыҡ, -  ти Ҡунаҡбай ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.

Фельдшер Әлфиә Йәлилова сығышы менән Рысай ауылынан. Медицинаға 43 йыл элек килгән.

- Иҫке медпункт 1967 йылда күтәрелгән булған. Бик иҫкергән, бүрәнәләре серегән ине. Быға тиклем бер ниндәй ҙә уңайлы шарттар булманы. Һыуҙы үҙебеҙ ташыйбыҙ, мейесен дә утын менән яғырға кәрәк ине. Етмәһә, былтыр көҙ көслө дауыл ваҡытында бина емерелде, ҡыйығын алып бәрҙе, түшәме иҙәнгә килеп төштө. Иртәгәһенә эшкә килеүемә электр сымдары ут сығарып иҙәндә ята ине. Бина емерелде тейеп, кеше ауырымай тормай бит. Ахырҙа Ҡунаҡбай ауылы ФАП-ына барып ҡабул итеүҙәр ойошторорға тура килде. Өй буйынса күп йөрөлдө. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, халыҡты медицина ярҙамынан ҡалдырманыҡ. Яңы медпункт төҙөлөүгә ныҡ шатбыҙ. Тәү сиратта ауыл халҡы өсөн яҡшы, медицина ярҙамы күреү өсөн уларға уңайлы шарттар тыуҙырылды. Эшкә күтәренке кәйеф менән киләһең, сирлеләр ҙә яҡты, матур бинаға килеп инеү менән хәлебеҙ еңеләйеп китте, тиҙәр. Ошондай шарттарҙа ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә беҙгә, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ханым.

Фельдшер-акушер пунктында 541 кеше хеҙмәтләндерелә. Уның 101-е - 18 йәшкә тиклемге балалар. Илтабан ауылы ҡалаға яҡын урынлашҡан, яңы биҫтәләрҙә йорт төҙөп йәшәргә килеүсе йәштәрҙең артыуы демографияға ла ыңғай йоғонто яһай.

Яңы ФАП халыҡты ҡабул итә
Яңы ФАП халыҡты ҡабул итә
Яңы ФАП халыҡты ҡабул итә
Яңы ФАП халыҡты ҡабул итә
Автор:Алия Даутова
Читайте нас: