Баҡалы районы үҙәгендә өлкәндәр өсөн поликлиниканың яңы корпусы төҙөлә. Ошо йылдан башлап һаулыҡ һаҡлау объекттары “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы төҙөләсәк.
Әлеге ваҡытта төҙөлөш участкаһын әҙерләү буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Корпустың нигеҙе һәм подвал бинаһы ерен эшкәртеү башҡарылған, учреждениеға өҫтәмә инеү урындары билдәләнгән. Бынан тыш, ваҡытлыса электр тапшырыу линияһы үткәрелгән, һыу үткәреү буйынса ҙур эш башҡарылған. Эшселәр көн буйы төҙөлөш участкаһында.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.