Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
17 Март 2025, 10:45

Хеҙмәткә арналған ғүмер

Уҡытыусы - донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Ул маҡтаулы һәм ауыр хеҙмәт. Ниндәй генә заман килһә лә, был һөнәр иң кәрәкле һәм шул уҡ ваҡытта иң сетерекле булып ҡала. Уҡытыусы һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Сөнки уҡытыусы һәр балаға был ҡатмарлы тормошта, бигерәк тә беҙҙең 21 быуатта, үҙ-үҙен табырға ярҙам итә. Ул аҡыллы, мәрхәмәтле, талапсан һәм бала күңелен аңлай белә торған кеше.

Хеҙмәткә арналған ғүмерХеҙмәткә арналған ғүмер
Хеҙмәткә арналған ғүмер

Уҡытыусы - донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Ул маҡтаулы һәм ауыр хеҙмәт. Ниндәй генә заман килһә лә, был һөнәр иң кәрәкле һәм шул уҡ ваҡытта иң сетерекле булып ҡала. Уҡытыусы һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Сөнки уҡытыусы һәр балаға был ҡатмарлы тормошта, бигерәк тә беҙҙең 21 быуатта, үҙ-үҙен табырға ярҙам итә. Ул аҡыллы, мәрхәмәтле, талапсан һәм бала күңелен аңлай белә торған кеше.

Ошо күркәм сифаттарҙың барыһын да үҙенә туплаған хөрмәтле педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Солтанованың ярты быуатлыҡ хеҙмәтенә дан йырларға, хөрмәт белдерергә йыйылды Илсе урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, төрлө йылдарҙа белем алған уҡыусылары. Илсе мәктәбендә "Туған телгә һөйөү тәрбиәләү юлдары" тип аталған ижади семинар уҙҙы.

Уҡытыусының тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәмилә Тәлғәт ҡыҙының элекке уҡыусыһы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина "Хеҙмәтенә күрә хөрмәте" тигән йөкмәткеле презентация әҙерләгәйне. Күләмле эштең бер нисә урынына туҡталайыҡ.

Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы 1957 йылдың 24 ноябрендә Рысай ауылында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы Тәлғәт Закир улы Зарипов ғүмер буйы колхозда малсы, балыҡсы булып эшләй. Әсәһе Менәүәрә Сәлих ҡыҙы колхозда - малсы, магазинда, медпунктта йыйыштырыусы була.

Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы бала саҡтан әҙәбиәткә, йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ булып үҫә. Бәләкәй сағынан китаптар уҡый, 4-се класта уҡығанында уҡ күңелендәге хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һала башлай. "4" һәм "5" билдәләренә генә тырышып уҡыған, пионерия эшендә әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙҙы 1973 йылдың 24 октябрендә ике айға Бөтә Союз пионер лагеры Артекка ебәрәләр.

1973 йылдан Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы уҡыуын Илсе урта мәктәбендә дауам итә, комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Мәктәпте тамамлағас, шул белем усағында уҡ пионервожатый булып эш башлай. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ә 1980 йылдан Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

- Уҡытыусы һөнәрен һайлаған саҡта үҙемә шул тиклем ҙур яуаплылыҡ алырмын тип уйламағайным, был хаҡта белмәй ҙә, аңламай ҙа, уйланмай ҙа торғайным. Бары тик уҡытыусыларыма ҡарап, улар һымаҡ күпте белергә, яҡшы мөғәллимә булырға хыяллана инем, - тип хәтер йомғағын һүтә Рәмилә Солтанова. - Рысай мәктәбендә уҡығанда уҡ уҡытыусыларым Рәйҙә Хөснөтдин ҡыҙы Мөхәмәтйәровала, Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шараповта уҡыу ҡанаттарымды нығытты, Әнүәр Вилдан улы Сәғитовтың, Рәмил Сабирйән улы Шакировтың методикалары өлгө ине. БДУ-ла Харрас Йосоповтың, Ишбулды Вәлитовтың, Салауат Ғәлиндың лекцияларын тыңлау мине телгә, әҙәбиәткә ғашиҡ итте. Ә улар ойошторған түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү һөнәремә ижади ҡараш тәрбиәләне, - ти тәжрибәле педагог.

1986 йылдан башлап Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Илсе мәктәбендә "Тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү" түңәрәген ойоштора. Ул ваҡытта был эш түләүле лә булмай. Оҙаҡ эҙләнеүҙәр алып барыла, экспонаттар туплана, фәнни эштәр башҡарыла. Һөҙөмтәлә, мәктәп директоры Әлим Зарипов етәкселегендә уҡытыусы Рәис Дәминов менән бергәләп, мәктәптә музей асалар.

Рәмилә Солтанова ижади эшләү яҡлы. Был хаҡта семинар барышында күргәҙмәлә тәҡдим ителгән папка-альбомдар аша танышырға мөмкинлек бирелде, унда уҡыусыларының матбуғат биттәрендә баҫылған эштәре тупланған.

Уҡытыусының эшен уҡыусыларының белеме билдәләй. Муниципаль, төбәк-ара кимәлдә уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа Рәмилә Тәлғәт ҡыҙының уҡыусылары һәр саҡ призлы урындар ала. Педагог төрлө конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша һәм коллегалары менән ихлас тәжрибә уртаҡлаша. Ул район һәм республика кимәлендә үткән олимпиада, имтихан тикшереү комиссияһы ағзаһы ла булды. Бөгөн дә төрлө конкурстарҙың жюри составында эш алып бара. Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы тарафынан яҙылған дәрес, кластан тыш дәрес эшкәртмәләре, фәнни мәҡәләләре методик китаптарҙа баҫыла. Үҙе лә, тәжрибә уртаҡлашып, китаптар сығарыуға өлгәште. Бөгөн уҡытыусы "Башҡорт викимедиасылары" төркөмө ағзаһы булып тора.     

Рәмилә Тәлғәт ҡыҙының юлын дауам итеүсе, уның һөнәрен үҙ итеүсе байтаҡ уҡыусылары филология, мәҙәниәт, матбуғат юлын һайлағандар. Уларҙың күптәре бөгөн уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнештә. Дүрт тиҫтәгә яҡын класҡа класс етәксеһе булараҡ, уның сығарылыш уҡыусылары бөгөн илебеҙҙең күп төбәктәрендә үҙ урынын тапҡан.

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Фиҙаҡәр хеҙмәт лайыҡлы баһаланырға тейеш. Шөкөр, Рәмилә Солтанованың 50 йыллыҡ тырыш эшмәкәрлеге үҙ баһаһын алған. 2004 йылда "Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы" билдәһе бирелә. 2008 йылда "Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы" конкурсында, 2016, 2021 йылдарҙа "Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы" ярышында еңеү яулай. Ә 2019 йылда Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ярты быуат арауығында алып барған оло хеҙмәтенә күрә хөрмәт, тип ҡабул итергә кәрәк быны.

Илсе урта мәктәбенең уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Гөлнара Низамова һөйләүенсә, Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы һәр быуынға хеҙмәт кешеһенең өлгөһө булып тора. Ул мәктәптең данын күтәреүгә тос өлөш индергән шәхес. Бар ғүмерен балаларға арнаған, тел һәм әҙәбиәт нескәлектәрен күңелдәренә һеңдергән, һөйөү тәрбиәләгән тынғыһыҙ уҡытыусы ул. Мәктәп коллективы хаҡлы рәүештә тәжрибәле коллегалары менән һоҡлана һәм артабан да ҡулға-ҡул тотоношоп бергә эшләрҙәренә ышаныс белдерә.

РФ-тың почетлы хеҙмәткәре, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса белгесе Зилә Шәрәфетдинова ла сараның актуаллеген һәм фәһемлелеген билдәләне. Рухи ҡомартҡылар һаҡсыһы, тип билдәләне ул Рәмилә Тәлғәт ҡыҙын һәм мәғариф бүлегенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Уҡытыусының коллегалары, хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - Ураҙҙан Фәриҙә Ситдиҡова һәм Иҫке Байрамғолдан Әлфизә Сәйфетдинова ла Рәмилә Тәлғәт ҡыҙын телебеҙгә, илебеҙгә, милләтебеҙгә эскерһеҙ хеҙмәт итеүсе шәхес тип билдәләнеләр. Семинарҙы 50 йыллыҡ эшкә баһа ғына түгел, күңел һәм рух байрамы итеп тә ҡабул итеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.

Сара барышында төрлө йылдарҙа Рәмилә Солтановала уҡыған элекке уҡыусылар матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусылары Гөлсирә Солтанова, Рәзилә Әбдрәхимова, Идиә Солтанова, Айгөл Абдуллина психолог Гүзәл Йәноҙаҡова, журналист Гүзәл Уйылданова уҡытыусыларының улар яҙмышында мөһим роль уйнауҙарын билдәләнеләр һәм рәхмәт белдерҙеләр.

Матур сара Илсе урта мәктәбенең Рәмилә Солтанова етәкселегендәге "Тәүге тамсылар"  балалар театрының сығышы менән үрелеп барҙы. Саф башҡорт телендә тәҡдим ителгән тамаша күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Пионервожатый Айгөл Әхмәҙиева сараны матур итеп алып барыуҙан тыш, моңло йырҙары менән күңелдәрҙе илһамландырҙы. Ғөмүмән, семинарҙы ойоштороуға һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә бар Илсе урта мәктәбе коллективы ҙур көс һалғанлығы күренеп тора ине. Афарин!

...Күптәр был донъяла матур тормош тәьмин итерҙәй һөнәрҙе хуп күрә. Шул уҡ ваҡытта бар булмышын асырҙай һәләтен дә эҙләй. Әммә төп һөнәр менән яратҡан эшеңде бер бөтөнгә үреү бәхете бик һирәктәргә генә эләгә. Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Солтанова ошо бәхетте татыған мөғәллимә. Беҙ быға тулыһынса инандыҡ.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас