Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Март 2025, 10:40

"Өргөн йыйыны" тупланы халыҡты

"Айыҡ ауыл" конкурсы республикабыҙҙа иң популяр һәм иң актуаль бәйгеләрҙең береһе булып тора. Халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында Башҡортостан Республикаһында «Айыҡ ауыл» конкурсы 2019 йылдан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән, уҙғарыла. Унда, хатта, иң бәләкәй ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнаша һәм һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшә.

"Өргөн йыйыны" тупланы халыҡты"Өргөн йыйыны" тупланы халыҡты
"Өргөн йыйыны" тупланы халыҡты

"Айыҡ ауыл" конкурсы республикабыҙҙа иң популяр һәм иң актуаль бәйгеләрҙең береһе булып тора. Халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында Башҡортостан Республикаһында «Айыҡ ауыл» конкурсы 2019 йылдан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән, уҙғарыла. Унда, хатта, иң бәләкәй ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнаша һәм һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Быйыл республика кимәлендәге ярышта Учалы районы данын Өргөн ауылы яҡлай. Ошо көндәрҙә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш йәмле күл буйында "Өргөн йыйыны" тигән күләмле һәм йөкмәткеле байрам ойошторолдо.

Өргөн - Учалы районында иң йәмле ауылдарҙың береһе һанала. Бер яҡтан тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған ҡарағас урманына һыйынып, икенсе яҡтан йәйрәп ятҡан Өргөн күлендә тирбәлеп кенә ултырған ауылға ҡарап, һәр кемдең күңелендә йылы, яҡты хистәр уяна. Һәр боронғо ауыл кеүек үк, Өргөндөң дә үҙ холҡо, үҙ яйы бар. Иң мөһиме, был ултыраҡ беҙгә тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы. Районыбыҙ, республикабыҙ, хатта илебеҙ кимәлендә фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған күпме тырыш ҡыҙ-уландар тәрбиәләгән беҙгә Өргөн!

Байрам барышында сығыш яһаусы район Советы секретары Зариф Ғарипов, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Мозафар Ҡадиров, Учалы ауыл хакимиәте башлығы Руслан Зәйнәкәев нәҡ ошоларға баҫым яһаны ла инде. Руслан Рим улы билдәләүенсә, нәҡ Өргөн халҡы үҙе конкурста ҡатнашыу инициативаһы менән сығыш яһай икән. Уларҙың теләктәрен ауыл Советы ихлас ҡабул итә  һәм һәр яҡлап ярҙам итә.

 - Берҙәм рәүештә башлап ебәргәйнек эште, артабан да шулай татыу дауам итәйек һәм еңеүгә лә берҙәм, бергә киләйек, - тине Руслан Зәйнәкәев.

"Өргөн йыйыны"ның төп ҡунағы ошо ауылда тыуып үҫкән Гүзәлиә Балтабаева булды. Гүзәлиә Салауат ҡыҙы - Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтен етәкләй, "Айыҡ ауыл" конкурсының эксперт комиссияһы ағзаһы булып тора. Ауылдаштарын, килгән ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләне ул һәм тулҡынланыуын йәшермәне.

- Тыуған ауылымда сығыш яһау минең өсөн икеләтә яуаплы. Нәҡ Өргөн ауылының "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы, быны хуплап ҡабул итәм, - тине Гүзәлиә Салауат ҡыҙы. - Ошо конкурстың үткәрелеү дәүерендә, төрлө йылдарҙа 51 ауыл төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды. Уҙған йылдан алып "Айыҡ ауыл" конкурсының приз фонды 50 млн тиклем күтәрелде. Шулай уҡ әлегә тиклем элек финалға сығып та, еңеүсе булмаған ауылдар бүләкләнеүселәр рәтенән төшөп ҡала ине. Хәҙер иһә республика кимәленә финалға сыҡҡан ауылдарҙың барыһы ла 200 мең һум аҡса менән бүләкләнә, - тип бәйге яңылыҡтары менән таныштырып үтте яҡташыбыҙ.

Эскән кешене дөрөҫ юлға баҫтырыу - еңел булмаған эш. Ләкин был конкурс халыҡты берләштерә, бер аҙ булһа ла уйландыра, яҙыҡ юлдан аралай ала икән, тимәк, "Айыҡ ауыл" үҙ маҡсатына ирешкән тигән һүҙ. Ярыштың төп ниәте лә шул бит - кешеләрҙе берләштереү, аралаштырыу, маҡсатҡа йүнәлтеү.

Гүзәлиә Балтабаева байрам барышында ауылдың иң әүҙемдәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 2024-2025 йылдарҙа "Айыҡ ауыл" конкурсын ойошторғаны, үткәреүҙә тос өлөш индергәне, һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Өргөн ауылы старостаһы Артур Айҙар улы Ишбулдин, Учалы Башҡорт гимназияһының Өргөн филиалы мөдире Таңсулпан Фуат ҡыҙы Хилажева, химия һәм биология уҡытыусыһы, Өргөн ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәүфә Рафаэль ҡыҙы Комлева, башланғыс кластар уҡытыусылары Айһылыу Памир ҡыҙы Баязитова, Гөлшат Рәмил ҡыҙы Таипова, Учалы ауыл хакимиәте башлығы Руслан Зәйнәкәев, Учалы ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Мөхтәр ҡыҙы Хисмәтуллина бүләкләнде.

Изге эште фатиханан башлайыҡ тип, милли уйындар, оҫталыҡ дәрестәре башланыр алдынан Өргөн ауылының "Хаммат" мосолмандар дини ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Урал хәҙрәт Хәсәнов бар аҡланды яңғыратып, моңло, көслө тауышы менән сараның бәрәкәтле һәм файҙалы булыуын теләп, изге Ҡөрьән-Кәримдән аят-сүрәләр һөйләп ишеттерҙе. Барса халыҡ - ололар менән бер рәттән балаларҙың да сүрәләрҙе ихлас тыңлауы, һуңынан мосолман ҡанундарына ярашлы, биттәрен "әппәр итеп" һыпырып ҡуйыуҙары айырыуса күңелгә ятты. Ни тиһәк тә, Ислам дине тәрбиә, әҙәп, әхләҡ йәһәтенән бик ҙур көскә эйә шул! Әлбиттә, махсус хәрби операцияла йөрөүсе егеттәр ҙә онотолманы, уларҙың иҫәнлегенә лә доғалар бағышланды, ә шәһит булғандарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Йыйын район мәҙәниәт йорто артистарының сағыу тамашаһы менән биҙәлде. Милли кейемдәрҙә яуҙан ҡайтыусы яугирҙарҙы ҡаршы алыу, улар ҡайтыуға яңы ғаилә ағзаһының донъяға ауаз һалыуы күҙ яуын алырлыҡ итеп оҫта башҡарылды. Айырыуса һыбайлыларҙың сығышы күңелгә ятты. Моңло тауышлы Ҡадир Ишбулдин оҫта актерлыҡ һәләте менән бар тамашасыларҙы арбаны.

Сәхнә түрендә бер-бер артлы йырсылар сығыш яһағанда, майҙансыҡтарҙа милли уйындар ҡыҙҙы. "Өргөн йыйыны"ның бәҫен, әлбиттә, уғатарҙар ярышы күтәреп ебәрҙе. Балалар ижад йортонда Марат Мозағафаров һәм Ләйсән Бүләковала традицион уҡтан атыу түңәрәгендә шөғөлләнеүсе егет-ҡыҙҙар үҙҙәрен мәргәнлектә һынаны. 8-15 йәшлек балаларҙың һәр береһе милли кейем өлгөләрендә ине. Кемдер ҡамса бүрек кейгән, икенсеһе сағыу яға таҡҡан, өсөнсөһө баштан аяҡ башҡорт кейеме кейеп килгән. Ҡатнашыусылар араһында район ғына түгел, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа беренселек яулаған егет-ҡыҙҙарҙың булыуы ярышҡа мәртәбә өҫтәне. Ләйлә Батыргәрәева, Нәргиз Муллағәләмов, Анастасия Барсова ошондай маҡтаулы һәм тәжрибәле оҫта уғатарҙар икән.

Өргөн күле өҫтөн таҙартып, быйма менән хоккей уйнарға майҙан да әҙерләп ҡуйған сараны ойоштороусылар. Өс команда еңеү өсөн ярышты. Ҡоҙаш ауылынан - Мәсәлимовтар, Абҙаҡ ауылынан ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары. Балаларын тәрбиәләргә лә, МХО-ға гуманитар ылау менән барырға ла өлгөрөүсе Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Әлиә Мәсәлимова хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һанында яҙғайныҡ инде. Нәҡ Әлиә Рәмил ҡыҙы барыһына ла өлгө күрһәтте был көндө - балалары менән йәнәшә үҙе лә сәкән һуҡты. Һөҙөмтәлә, Мәсәлимовтар беренсе урын яуланы. Икенсе баҫҡысҡа Абҙаҡ ауылының ир-егеттәр командаһы күтәрелде, өсөнсө урынды Абҙаҡтың ҡатын-ҡыҙҙары алды.

Йыйынға килгән барлыҡ ҡунаҡтарҙы был көндө ҡаҙанда бешкән эҫе былау һәм самауырҙарҙа ҡайнаған ҡайнар сәй менән һыйланылар, бер кем дә ситтә ҡалманы. Тәм-томдар бешереп, халыҡты яҡты ҡараш, йылы һүҙ менән дә дәртләндереп, күңел йылыларын өләшеп тороусылар - ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары булды. Айырым рәхмәт уларға!

Ошолай айыҡ аҡылға, асыҡ зиһенгә таянып эш итәйек, йәмәғәт. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! Ә өргөндәргә конкурста тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас