Республикабыҙҙағы бөтә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һәм эшмәкәрҙәрен берләштергән иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, фекер алышыу, төрлө йүнәлештәрҙе үҫтереү йәһәтенән иң ҙур, берҙәм майҙансыҡҡа әүерелгән йыйын 2021 йылдан алып даими үткәрелә..
Үҙебеҙҙең мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән тыщ, мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша – РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаменты директоры Артём Горный, Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Эдгард Запашный һәм башҡалар.
Форум төрлө майҙансыҡтарҙа, төрлө форматтарҙа үтә. Мәртәбәле сарала Учалы районының мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре, китапхана, музей, балалар художество һәм сәнғәт мәктәптәре етәкселәре ҡатнашты. Улай ғына ла түгел, бүләкләнеүселәр араһында ла яҡташтарыбыҙ бар. Шул иҫәптән намыҫлы хеҙмәт өсөн Яңы Байрамғол мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Рәшит ҡыҙы Вәлиуллинаға, мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлиә Фаит ҡыҙы Байегетоваларға Рәхмәт белдерелә. Шулай уҡ “Ҡалҡан” халыҡ бейеүҙәренең халыҡ ансамбленә (етәкселәре Фәнис Фәсих улы Кәримов) Луганск ҡалаһында үткән III Бөтә Рәсәй “Вместе мы – Россия!” фестивалендә ҡатнашып, башҡорт халыҡ мәҙәниәтен лайыҡлы рәүештә вәкилләгән, ғөмүмән, милли бейеү традицияларын һаҡлаған һәм популярлаштырған өсөн рәсми рәүештә рәхмәт белдерелде. Ихлас күңелдән ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ!
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә “Ҡалҡан” һәм “Ирәмәл” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре Ҡазанда үткән “Танцуй, Россия” Халыҡ-ара хореография конкурсының ярымфиналында ҡатнашып, икеһе лә үҙ номинацияларында 1-се дәрәжә лауреаттары булдылар!. “Ҡалҡан” ансамбле шулай уҡ “Иң яҡшы башҡарыу техникаһы” номинацияһы буйынса билдәләнә.
Ике ансамбль дә быйыл көҙ Санкт-Петербургта үткәреләсәк финалға саҡырыу алдылар. Афарин!