Туймазы ҡалаһында 2013-2014 йыл тыуған малай-ҡыҙҙар араһында дзюдо көрәше буйынса БР Беренселеге үткәрелде.
Учалы ҡалаһының 9-сы полингваль мәктәбенең 4-се синыфында уҡыған Нәркәс Нуретдинова бәтә Башҡортостанда беренсе була алды!
Таһыл ҡыҙыҡайҙың тренеры, район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы Александр Шумков түбәндәгеләрҙе өҫтәне:
-Бик йәш булһа ла, тәжрибәле спортсы бит ул – көрәшкә биш йылдан ашыу ваҡыт йөрөй. Уҡыуында яҡшы өлгәшеүенә өҫтәп, музыка менән шөғөлләнергә лә өлгәрә. Чемпион булыуында, үҙенең һәләте һәм ныҡышмалығынан тыш, ғаиләһе ҙур роль уйнай. Ата-әсәһе Рөстәм Рәжәп улы менән Илүзә Шамил ҡыҙы һәр яҡлап үҫешкән бала тәрбиәләү ҡсҡн көтәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй. Апаһы Асель дә ныҡ булышлыҡ итә: Нәркәс менән бер секцияла йөрөп, туғаны өсөн спарринг-партнер һәм кәңәшсе ролдәрен ихлас башҡара. Шулай уҡ балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн бик шәп шарттар булдырған Ижад йорто директоры Н.Х.Ирмикимовҡа, ярышта ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләшкән учреждение инспекторы А.Р.Песковҡа ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ!
Ә беҙ иһә Нәркәсте, уның остазы Александр Александровичты еңеүҙәре менән ҡотлап, алда бындай уңыштар күп булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Һәм, үҙебеҙ заманында “һуғыш спорты” буйынса оҫтабикә тәрбиәләгән ата-әсәй булараҡ, һис тә шикләнмәй раҫлай алабыҙ: “ҡыҙҙар ҡыҙҙарға килешкән спорт менән генә шөғөлләнергә тейеш” тигән имеш-мимештәр – уйҙырма, киреһенсә, бөтөнләй спорттан алыҫ торған әхирәттәренә ҡарағанда нәзәкәтлерәк тә, миһырбанлыраҡ та булып үҫәләр. Ә тән генә түгел, рух көстәре тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй!